БДУ менән Йәрмәкәйҙе ни бәйләй?31.01.2017
Башҡорт дәүләт университеты менән Йәрмәкәй районы хакимиәте мәғариф һәм экотуризм өлкәһендә берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ. Ике яҡ араһында ошо хаҡта тейешле килешеү төҙөлдө.
Документҡа ярашлы берҙәм тикшеренеү эштәре алып барыласаҡ, белгестәр әҙерләү, уҡытыусылар, студенттар өсөн практика, стажировка мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек ойоштороласаҡ, дипломлы йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү йәһәтенән аныҡ саралар булдырыласаҡ.
Етәкселәрҙең осрашыуында Йәрмәкәй районы биләмәһендәге “Ҡолсом” спорт-һауыҡтырыу базаһында эко-агротуризмды үҫтереү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленде. Урында был йәһәттән күпмелер уңышҡа өлгәшелгән. Мәҫәлән, 2006 йылдан алып район хакимиәте һәм М.А. Шолохов исемендәге МДГУ-ның Өфө филиалы етәкселәренең башланғысы менән үҙенсәлекле мәғариф программалары, проекттары тормошҡа ашырылған. Улар араһында “Лингва” халыҡ-ара новаторҙар мәктәбе хаҡында айырым әйтеп китергә мөмкин. Инглиз телен тәрән өйрәнеү буйынса был программаны ғәмәлгә ашырыуҙа Ҡытай, Индонезия, Иран, Канада, Һиндостан, Италия, Колумбия һәм башҡа илдәрҙән халыҡ-ара тьюторҙар командаһы ҡатнашҡан. Ун йыл эсендә мәктәпте 500-ҙән ашыу бала тамамлап, сертификат алған. Күбеһе артабан инглиз теленә бәйле һөнәр һайлаған.
Этно-агротуризм буйынса “Экспедиция” халыҡ-ара проекты иһә ЮНЕСКО кафедраһы лабораторияһы, Мәскәү асыҡ белем биреү институты, Мәскәүҙең Мәғариф департаменты, М.А. Шолохов исемендәге МДГУ-ның Өфө филиалы менән берлектә тормошҡа ашырылған. Төрлө яҡтан килгән балалар тематик смена барышында Башҡортостандағы халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын үҙләштергән, көнкүрешен яҡындан күргән.
Башҡорт дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек Йәрмәкәйҙәге комплекс өсөн яңы үҫеш мөмкинлектәре асасаҡ. Осрашыуҙа уҡыу йорто ректоры Николай Морозкин белдереүенсә, спорт-һауыҡтырыу базаһы йыл дауамында эшләй башлаясаҡ. Унда физика-математика, химия-биология йүнәлешендә, төрлө телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән профилле сменалар, студенттар өсөн күсмә семинарҙар, конференциялар ойоштороу планлаштырыла, шулай уҡ туристик маршруттар төҙөләсәк.
“Был килешеү райондың инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк. Урындағы халыҡҡа яңы эш урындары булдырыласаҡ – шуныһы айырыуса мөһим, – тигән фекерҙә Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов. – Социаль хеҙмәттәшлек, һис шикһеҙ, педагогтарҙың белемен камиллаштырыуҙың, студенттарҙы әҙерләүҙең сифатын күтәреүгә тос өлөш индерәсәк”.