Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала күҙгә ҡарап торһа...
Бала күҙгә ҡарап торһа... Зауығыңа ярашлы һөнәр һайлап, бөтөн тормошоңдо уға бағышлау – үҙе ҙур бәхет. Бындай ырыҫлылар күп арабыҙҙа. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан Нәркәс Үтәғолова өсөн яратҡан һөнәре йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән.
– Ул – һәр яҡлап һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусы. Гелән камиллыҡҡа ынтыла, алдынғы ҡарашлы булыуы менән күптәргә өлгө, – тип маҡтап бөтә алманы уҡытыусыны Күсей мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов. – Эшенә яуаплы ҡараған педагогты уҡыусылар ҙа, хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Һәр дәресе ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс Нәркәс Илдар ҡыҙының. Ул, төплө белем биреүҙән тыш, балаларҙың һәләтен асыуға күп көс һала, конкурстарҙан, олимпиа­даларҙан ситтә ҡалмай.
Нәркәс Үтәғолованың мәктәптә эш башлауына ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Ул иң яуаплы бурысты атҡара – башланғыс класс уҡыусы­ларына белем бирә.
– Әлбиттә, эшем еңел түгел, – ти педагог. – Кескәйҙәр алдында яуаплылыҡ икеләтә ҙур. Күҙгә генә ҡарап торалар, һин улар өсөн уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, икенсе әсәй ҙә. Заман шарттарында аҡтан-аҡ күңелдәрен саф килеш һаҡлау, дөрөҫ йәшәү нигеҙҙәренә төшөндөрөү бурысы ғәйәт күп көс, тырышлыҡ талап итә. Белеүегеҙсә, хәҙер ауыл мәк­тәп­тәренең байтағында башланғыс кластар ҡушып уҡытыла. Һөҙөмтәлә педа­гогтарға эш артты. Улар төрлө класта белем алған балалар үҙенә тәғәйен программаны теүәл үҙләштерһен өсөн икеләтә уңған, өлгөр булырға, уҡытыуҙа заман мөмкинлектәрен әүҙем файҙаланырға тейеш.
Алдынғы ҡарашлы Нәркәс Үтәғолова мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе ыңғай баһалай, яңы технологияларҙы, уҡытыу алымдарын даими өйрәнә, дистанцияла дәрес үткәреү өлгөһөн күрһәтә, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләрендә ҡат­наша. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған: бергәләп экскурсияларға йөрөйҙәр, кисәләр ойошторалар, спорт ярыштарында ҡатнашалар. Бындай аралашыу, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәт, һис шикһеҙ, балаларҙың шәхес булараҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Хеҙмәтендә тап ошо бурысты иң алға ҡуя Нәркәс Үтәғолова.


Автор: К. УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә