Зауығыңа ярашлы һөнәр һайлап, бөтөн тормошоңдо уға бағышлау – үҙе ҙур бәхет. Бындай ырыҫлылар күп арабыҙҙа. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан Нәркәс Үтәғолова өсөн яратҡан һөнәре йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән.– Ул – һәр яҡлап һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусы. Гелән камиллыҡҡа ынтыла, алдынғы ҡарашлы булыуы менән күптәргә өлгө, – тип маҡтап бөтә алманы уҡытыусыны Күсей мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов. – Эшенә яуаплы ҡараған педагогты уҡыусылар ҙа, хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Һәр дәресе ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс Нәркәс Илдар ҡыҙының. Ул, төплө белем биреүҙән тыш, балаларҙың һәләтен асыуға күп көс һала, конкурстарҙан, олимпиадаларҙан ситтә ҡалмай.
Нәркәс Үтәғолованың мәктәптә эш башлауына ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Ул иң яуаплы бурысты атҡара – башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә.
– Әлбиттә, эшем еңел түгел, – ти педагог. – Кескәйҙәр алдында яуаплылыҡ икеләтә ҙур. Күҙгә генә ҡарап торалар, һин улар өсөн уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, икенсе әсәй ҙә. Заман шарттарында аҡтан-аҡ күңелдәрен саф килеш һаҡлау, дөрөҫ йәшәү нигеҙҙәренә төшөндөрөү бурысы ғәйәт күп көс, тырышлыҡ талап итә. Белеүегеҙсә, хәҙер ауыл мәктәптәренең байтағында башланғыс кластар ҡушып уҡытыла. Һөҙөмтәлә педагогтарға эш артты. Улар төрлө класта белем алған балалар үҙенә тәғәйен программаны теүәл үҙләштерһен өсөн икеләтә уңған, өлгөр булырға, уҡытыуҙа заман мөмкинлектәрен әүҙем файҙаланырға тейеш.
Алдынғы ҡарашлы Нәркәс Үтәғолова мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе ыңғай баһалай, яңы технологияларҙы, уҡытыу алымдарын даими өйрәнә, дистанцияла дәрес үткәреү өлгөһөн күрһәтә, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләрендә ҡатнаша. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған: бергәләп экскурсияларға йөрөйҙәр, кисәләр ойошторалар, спорт ярыштарында ҡатнашалар. Бындай аралашыу, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәт, һис шикһеҙ, балаларҙың шәхес булараҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Хеҙмәтендә тап ошо бурысты иң алға ҡуя Нәркәс Үтәғолова.