Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Рәхмәт һеҙгә, ағай!”
Педагог яҙмалары
Уҫаллығы йөҙөнә сыҡҡан һалҡын ҡарашлы, ҡыҫҡа шырт сәсле уҡытыусы һигеҙенсе кластағы Рәзифте кабинетыма елтерәтеп индерҙе. Үҫмер иһә, этелеп-төртөлһә лә, әллә ни буйһоноп бармай, үҙен тәкәббер, һауалы тота. Уның был ҡылығы уҡытыусыны бөтөнләй сығырынан-сығарҙы.
– Һеҙ, мәктәп директоры булараҡ, ошо малайға ҡарата берәй сара күрегеҙ әле. Яза бирмәһәгеҙ, мин бында башҡа эшләмәйәсәкмен! – тип ишекте шарт ябып сығып китте ул...

Иғтибарымды уҡыусыға йүнәлттем. Алдымда мыҡты кәүҙәле булыры беленә башлаған, төҫкә-башҡа матур малай тора. Йөҙөндә ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ. Ә беҙ, милли мәктәптә уҡығанғамы икән, баҫалҡы, тыңлаусан, буйһоноусан инек. Уҡытыусы: “Хәҙер директорға алып барам”, – тиһә, йөрәк табанға төшә торғайны. Ә әлеге балалар ниндәй? Белем биреү һәм тәрбиә өлкәһе бер нисә тиҫтә йыл эсендә нисек шул ҡәҙәр үҙгәреш кисергән? Юҡ, барыбер ике быуын араһында оҡшашлыҡ бар бит, проблемалар бер үк.
...Тап ошо Рәзиф йәшендә инем. Физкультура дәресе. Уҡытыусыбыҙ, йәш булһа ла, тәкәббер, эре, үҙенә ҡаршылыҡһыҙ буйһонғандарҙы, ярамһаҡланғандарҙы ярата. Кемделер оҡшатмай икән, уны класс алдында кәмһетергә лә әүәҫ. Әле спорт залында түңәрәк буйлап йүгерәбеҙ. Минән алда – уҡытыусыбыҙға яҡын йөрөгән клас­ташым. Ул үҙен бик иркен тота. Икенсе әйләнеш яһағанда, һайғауға беркетелеп, иҙәнгә тиклем төшөп торған йыуан арҡанды эләктереп алды ла бар көсөнә һелтәнде. Уныһы стенаға ҡаҡлығып килеп, минән арттағы ҡыҙҙы йыға һуҡты. Был хәл уҡытыусыны сығырынан-сығарҙы. Ә әлеге класташым бөтөн ғәйепте миңә япһарҙы ла ҡуйҙы. Тегеһе яратҡан уҡыусыһының әйткәнен аныҡлап торманы, башҡалар ҙа бер ни өндәшмәне.
– Әһә, һин шулай шәпме әле? Көсөңдө ҡайҙа ҡуйырға белмәйһеңме?! – тип миңә ярһып ҡысҡыра башланы уҡытыусы. – Тәк, улай булғас, йөҙ тапҡыр приседание эшлә!
Унан хәлем бөткәнсе отжимание яһатты. Артабан пресҡа көс төшөрә торған күнекмәләргә сират етте. Уларҙан һуң урыныма торайым тип бер аҙым баҫҡайным:
– Әһә, йүгергең дә килә икән дәһә, – тип спорт залы буйлап ун мәртәбә әйләнергә ҡушты.
Әллә нахаҡҡа рәнйетелеүҙән, әллә физик хәлем шундайыраҡ булған: иртәгәһен түшәктән торорлоҡ хәлдә түгел инем. Атай-әсәйемә бер ни белдермәнем, ләкин рәнйеүем күңелемдә тәрән уйылып ҡалды... Алдымда торған ошо бала менән дә шулай булһа? Бөгөнгө низағта ул ғәйеплеме, әллә уҡытыусымы? Буйһонорға теләмәгән үҫмерҙең күңеленә нисек асҡыс табырға? Уйланып ултыра торғас, һүҙ башланым:
– Мин уҡытҡан предметты – географияны – ихлас өйрәнәһең. Ә иң яратҡан дәресең ниндәй?
Яза көткән Рәзиф миңә аптырап ҡараны ла теләр-теләмәҫ кенә: “Физкультура”, – тине. Үҙен тотошона, яуабына ҡарап, күңелен асып һалмаясағына төшөндөм. Шул саҡ ҡапыл башыма бер уй килде. Аҙыраҡ икеләнеп торҙом да уҡыусыма тәҡдим яһаным:
– Физкультураны яратҡас, көслөһөң, сыҙамлыһың, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайһың, шулай бит? Әйҙә, ир-аттарса килешәйек: спорт һөҙөмтәләре буйынса мине еңһәң, иртәгә уҡытыусыңдан ғәфү үтенәһең!
Бындай боролошто көтмәгән үҫмер баҙап ҡалды. Шулай ҙа спортсы сәме үҙенекен итте, күрәһең:
– Нисек ярышабыҙ?
– Бергәләп приседание, отжимание, пресҡа күнекмәләр эшләйбеҙ ҙә бер саҡрым араға йүгереп киләбеҙ. Иртәгә мәктәпкә кемебеҙ килә ала – шул еңеүсе.
Һүҙҙе оҙонға һуҙмай, төштән һуң спорт майҙансығында осрашырға вәғәҙәләштек. Уҡыусы бүлмәмдән сыҡҡас ҡына тәҡдимемдең хәүефле икәнен һәм педагогтарса түгеллеген аңланым. Армия тәғлимәте ине ул. Ни эшләйһең, хәҙер һуң инде. Тик бына уҡыусым кире уйламаҫмы?
Хафаланыуым юҡҡа булған: килде Рәзиф. Уға көс төшөү ихтималлығын уйлап, үҙемә теге саҡ физкультура уҡытыусыһы биргән йөкләмәне ике тапҡырға кәметтем. Йәш спортсыға барыһы ла еңел бирелде, йүгергәндә иһә мине уҙып уҡ китте.
Иртәгәһен мәктәпкә икенсе Рәзиф килдеме ни: аҙымдары ышаныслы, күҙҙәрендә – нур. Минең менән иҫәнләшкәндән һуң бер аҙ шымып торғас:
– Кисә һеҙ яратҡан дәресем тураһында белешкәйнегеҙ. Сәбәп предметта түгел, ә уҡытыусыла шул, – тип ҡуйҙы үҫмер.
– Нисек инде?
– Педагог уҡыусыны кәмһетергә, түбәнһетергә тейеш түгел. Күптәребеҙ бындай хәлде нисектер кисерә, шымып ҡала. Ә мин улайта алманым. Кисә уҡытыусы бөтөн класс алдында: “Күҙле бүкән кеүекһең, аңраһың! Киләсәгең юҡ һинең!” – тип әрләй башлағайны, түҙмәнем: үҙен үпкәләтерлек һүҙ әйттем. Артабан нисек булғанын беләһегеҙ. Ғәйеплемен. Һеҙҙе ҡыйын хәлгә ҡуйғым килмәй: уҡытыусыма барып хәҙер үк ғәфү үтенәм...
Был ваҡиғанан һуң күп йылдар уҙғас, йәшлек осоронда эшләп киткән шул ауылды, мәктәпте күрергә барҙым. Урамдан үтешләй оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егет килеп күреште. “Танымайһығыҙмы?” – тип ихлас йылмайҙы үҙе. Таныным Рәзифте. “Рәхмәт һеҙгә, ағай! – тине уҡыусым. – Спорттағы бөгөнгө ҡаҙаныштарымда өлөшөгөҙ ҙур. Әгәр теге саҡта мине әрләп йәки ниндәйҙер яза биреп сығарһағыҙ, бәлки, тормошта үҙ урынымды тапмаған да булыр инем. Һеҙ кешеләргә, донъяға ҡарашымды ҡырҡа үҙгәрттегеҙ”. Ошондай һүҙҙәрҙән дә ҙурыраҡ баһа юҡ бит уҡытыусы өсөн...


Автор: Илдар ИСЛАМОВ. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә