Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Брежнев мине аяғүрә ҡаршы алды”
“Брежнев мине аяғүрә ҡаршы алды”Йәш сағында тормош һуҡмаҡтары уны Нарыштау итәктәрендә нефтселәр ихтыяры менән ҡалҡып сыҡҡан гүзәл Октябрьский ҡалаһына алып килә. Коммуналь хужалыҡ идаралығына эшкә урынлашҡанда, кисәге ауыл ҡыҙы хеҙмәттә шундай бейеклектәргә күтәрелермен, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашып, юғары трибуналарҙан сығыш яһармын, тип һис кенә лә башына килтермәгәндер. Үҙ һүҙен һүҙ итергә күнеккән сая бригадирға ҡала етәкселәре хатта үҙҙәренең көсөнән килмәгән яуаплы миссияны ышанып тапшыра.
Мәскәүҙә оло түрәләргә инеп, һин генә ул мәсьәләне хәл итә алаһың, тиҙәр. Дәрәжәле кешеләр алдында бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаған Фәниә Ғилметдин ҡыҙы министрҙың кабинетын ҡыйыу асып керә. Баш ҡалала әкәмәт хәлдәргә юлығыуын ҡайтҡас кинәнеп һөйләй. Ә бына үҙен ил һәм партия башлығы Леонид Брежнев ҡабул итеүен, уның янына нисек эләгеүен күп йылдар буйы сер итеп һаҡлай. Быйыл яҙ минең менән осрашҡанда ул, күңеле асылып китеп, үҙе кисергән ошо иҫтәлекле ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтты.
— Был донъяла һәр кемдең үҙ юлы була, — тип яҡты хәтирәләргә бирелде апайыбыҙ. — Мин сығышым менән Туймазы районының Райман ауылынан. Йәшлек романтикаһы беҙҙе лә урап үтмәгәндер инде. 50-се йылдар башында иптәшем менән донъя көтөр өсөн Октябрьский ҡалаһын һайланыҡ. Ауылдан килгән бер нисә ҡатын-ҡыҙ бергә йыйылып эш эҙләп йөрөнөк. Коммуналь хужалыҡ идараһына урынлаштыҡ. Ябай ауыл кешеһе ҡара эштән ҡурҡып тормай бит инде. Йәш ҡаланың урамдарына асфальт һалдыҡ. Ул заманда һәр эштә ҡул көсө ҡулланыла ине. Бер аҙҙан мине бригадир итеп үрләттеләр. Эшемде яраттым. Социалистик ярыш отличнигы булдым. Аҙаҡ республиканың Хеҙмәт даны кенәгәһенә индерҙеләр, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһын тапшырҙылар. Ул дәүерҙә эш кешеһенең ҡәҙере бар ине. Оло хөрмәт күрһәтеп, башта мине Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеләр, ә 1981 йылда күкрәгемә Ленин орденын таҡтылар. Һигеҙ саҡырылыш рәттән ҡала Советы депутаты булдым.
Эшләгән йылдарҙы, замандаштарымды һағынып иҫкә алам. Етәкселәребеҙҙән уңдыҡ, тип әйтер инем. Ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, фронтовик Иван Елизарович Клинов кешеләргә ҡарата бик тә иғтибарлы, кеселекле булды. Ундай хужалар бөгөн бармы икән? 1979 йылда уның менән Мәскәүгә, коммуналь хужалыҡ алдынғыларының слетына барҙыҡ. Беҙҙе алғы рәттәргә ултырттылар. Тантаналар алдынан министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре беҙҙән, ниндәй наказдар менән килдегеҙ, тип һорай. Кемдер әйтә: “Торба кәрәк, шунһыҙ ҡайтмаҫҡа ҡуштылар”. Икенсеһе күсмә вагон биреүҙәрен һорай. Сират миңә лә етте. Аптырап ҡалманым, баш ҡалала ҡунаҡ булғым килгәйне, тим. Мине фотоға төшөрә башланылар. Яңылыш әйттемме икән, тип уйлайым. Фойеға сыҡҡас, шуға иҫем китте: ни арала беҙҙең рәсемдәрҙе яһап, стенаға элергә өлгөргәндәр? Аҙаҡ мине РСФСР-ҙың коммуналь хужалыҡ министры Попов ҡабул итте.
Ленин орденын алғас, тағы Мәскәүгә барырға тура килде. Бер ваҡыт яҙғы бысраҡта бригада менән ҡала паркы тирәһендә 2,5 метр тәрәнлектә траншея ҡаҙабыҙ. Өҫтөбөҙгә фуфайка, һырыған салбар кейеп алғанбыҙ. Кемдер килде. Һеҙҙе партияның ҡала комитетына саҡыралар, тип мине еңел машинаға ултыртып алып киттеләр. Идара начальнигы Василий Рычков унда минән алдараҡ килеп еткән. “Фаинька, Бурма беҙҙе саҡырта, артыҡ һүҙ һөйләмә инде”, — ти. Шул саҡ кабинеттан секретарь ҡатын сыҡты. Тупаҫ ҡына һүҙ ҡуша: “Кем Мәскәүгә барырға тейеш?” Ул, тигәнде аңлатып, миңә төртөп күрһәтәләр. “Нисек, шундай прическа менән? Башта уның сәсен киҫергә кәрәк”. Шул һүҙҙәре менән минең сәмгә тейҙе был. “Киҫһәгеҙ, башты киҫегеҙ, сәсемде ҡайсыларға бирмәйем”, тип үпкәмде белдереп ҡайттым да киттем. Артымдан беренсе секретарь тағы машинаһын ебәргән. Өгөтләп кире алып килделәр. Иван Елизарович Клинов та шунда ултыра. Бурма минең менән бик тә ипле һөйләшә. Хәҙер былар өйрәтә башланы — нисек Мәскәүгә барырға, унда ниндәй министрҙы күрергә... Бөтәһен дә яҙғандар, һыҙғандар. Министрға кергәс, һөйләшеүҙе нисек башларға? Шулай мине баш ҡалаға сәфәр ҡылырға күндерҙеләр. Хужалар исемлекте бик оҙон яҙған: асфальт йәйеү ҡоролмаһы, грейдер, юл тигеҙләгес машина һәм башҡа төр техника. Аҙна буйы әйтергә тейешле һүҙҙәрҙе ятланым: “Мин — ҡояшлы, дүрт орденлы Башҡортостан вәкиле, нефть сиҙәмен үҙләштергән Октябрьский ҡалаһынан...”
Кискә табан “Домодедово” аэропортына килеп төштөк. Ул заманда хәүеф-хәтәр тип борсолмай торғайныҡ. Такси эҙләйем. Шул адрес буйынса алып барығыҙ, тип ҡулымдағы ҡағыҙҙы күрһәтәм. Коммуналь хужалыҡ министрлығы бейек бер бинала урынлашҡан. Тик нисәнсе ҡатҡа менергә кәрәклеген онотҡанмын. Инеп киттем. Әммә министр янына үткәрергә теләмәйҙәр, эш көнө тамамланырға 20 минут ҡына ҡалған, иртәгә килерһегеҙ, тиҙәр. “Юҡ, бөгөн күреп һөйләшергә кәрәк, министр үҙе саҡыртты”, — тип ныҡышам. Ҡараһам, стенала Ленин ордены менән бүләкләнгән хеҙмәт алдынғыларының фотолары эленгән. Минең дә рәсемем тора. Шул уҡ аҡ кофта һәм костюм кейеп төшкәнмен. Шуны күреп, һаҡсылар бер-береһенә ҡарашты: “Ул бит!”, “Үтегеҙ”. Секретарҙың ишеген асһам, унда ике кеше берәр биҙрә роза тотоп тора. Иртәгәһе көнгә министрға инергә яҙылырға килгәндәр. Былар һөйләшә торһон, тип ҙур коридорҙың теге башына атланым. Уң яҡтағы бер ишек аҙ ғына асыҡ. Күҙ һалһам, унда министр Попов ултыра. Ә беҙ уның менән Өфөләге бер конференцияла осрашҡайныҡ. Президиумда бергә ултырҙыҡ. Һуңынан аш өҫтәле янында ла йәнәштән урын алдыҡ. Шунда бер ҡыҙыҡ булды. Бығаса минең ыуылдырыҡ ашап ҡарағаным юҡ ине. Уны аҡ күмәскә һылап ҡына һалғандар. Берҙе алып ашаным да яңынан үрелдем. Юҡ, һәр кешегә берәр киҫәк кенә ҡуйғандар. Министр минең ымһынғанды күреп ҡалды.
— Тәмле булдымы әллә?
— Эйе, тик әҙ һалғандар.
— Бына эш менән Мәскәүгә килһәгеҙ, мин һеҙҙе һыйлармын. Килештекме?
Уның шул һүҙҙәре ҡылт итеп иҫемә төштө. Ишекте астым да “Мин — ҡояшлы Башҡортостандан. Мәскәүгә ыуылдырыҡ ашарға килдем”, — тип хәбәр һалдым. Шунда уҡ аңланы. Элекке етәкселәр инсафлы ине бит. Урынынан тороп, аяҡ өҫтө ҡаршы алды, хәл-әхүәлдәрҙе белеште. Ҡала хужалары әҙерләгән исемлекте ҡулына тотторҙом. “Әгәр буш ҡайтһам, эштән ҡыуасаҡтар, балаларымды нисек тәрбиәләрмен”, — тип һүҙ ҡаттым. “Борсолма, бөтәһен дә хәл итербеҙ. Тик бөгөн эш ваҡыты бөттө. Иртән минең янға инерһегеҙ. Ә хәҙер һеҙҙе ҡунаҡханаға урынлаштырыу яғын ҡарайыҡ. Секретарь барыһын да аңлатыр”, — тине. Ҡабул итеү бүлмәһенә барып инеүем булды — теге ҡатын миңә сат йәбеште: “Һеҙ нисек минең рөхсәттән башҡа министрға индегеҙ, фәлән дә фәсмәтән”.
“Ғәфү итегеҙ, мин тейешле тәртибен белмәгәнмен”, — тигән булам. Шул саҡ Попов быға шылтырата: “Башҡортостандан килгән Фәниә Хәбибуллинаны “Мәскәү” ҡунаҡханаһына люкс-номерға урынлаштырығыҙ, оҙатып йөрөргә бер кеше бирегеҙ”. Минең эскә йылы йүгерҙе. “Ул РСФСР Юғары Советы депутаты”, — тип тә өҫтәне министр. Секретарь йәһәт кенә ул ҡушҡандың бөтәһен дә эшләне. Мине ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Уҡырға гәзиттәрен дә индереп һалдылар. Иртән иртүк киттем Попов янына. Исемлекте уҡып, билдәләп бара. “Эшең бөттө, хәҙер дүрт көн рәхәтләнеп ял итерһең, ҡунаҡ булырһың”, — тине. Ҙур театрға, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә, концерттарға саҡырыу ҡағыҙҙары бирҙе.
Мәскәүҙә булғанда Леонид Ильич Брежнев менән осрашыу бәхете тейҙе. Кремлдә түгел, әлбиттә. Унда мине кем үткәрһен? Әлеге шул ҡыйыулығым, тәүәккәллегем ярҙам иткәндер. Бер көн шулай министрлыҡҡа барҙым. “Брежнев бында килеп халыҡты ҡабул итергә тейеш”, — тип бар халыҡ йүгерешә. Юғалып ҡала торған ғәҙәтем юҡ. Ике-өс ҡатынға эйәреп, өҫкә күтәрелдем. “Брежнев шул кабинетҡа инеп ултырасаҡ”, — тип кемдер әйтеп ысҡындырҙы. Мин уны-быны уйлап тормайынса, тегеләр күрһәткән бүлмәгә барып индем. Бүрәт Республикаһынан килгән ике ир алдан яҙылып, ҡабул итеү ваҡытын көтөп тора. Ә мин — теркәлмәгән кеше. Әммә улар алдында һыр бирмәнем. Секретарь ҡыҙ ҙа һорашмай. Шунан етди төҫ алып, беҙгә әйтә: “Уның ваҡыты тар, кем беренсе?” Тегеләр тәрбиәле кешеләр икән, ҡатын-ҡыҙ беренсе булып инһен, тинеләр. Мин тәүәккәллегемде йыйып, кабинеттың ишеген астым. Керһәм, иҫ-аҡылым китә яҙҙы: ҙур өҫтәл артында Брежнев ултыра. Уның йылы ҡарашын тойоп, шунда уҡ тынысландым. Һораша башланы: “Һеҙ ҡайһы төбәктән? Ниндәй ниәттәр менән килдегеҙ? Нисек йәшәйһегеҙ? Һеҙҙе аҙыҡ-түлек менән нисек тәьмин итәләр?” Мин — дүрт орденлы Башҡортостандан, тип үҙебеҙҙең тормош тураһында ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем. “Ниндәй маҡсат менән килгәйнегеҙ?” — тип ҡабатлап һорай. “Эш буйынса министр Поповта булдым, ҡағыҙҙарҙы ул алып ҡалды”, — тим. “Ярай, мин дә уның иҫенә төшөрөрмөн”. Мин сыҡҡас, секретарь ҡыҙ Бүрәт иленән килгән кешеләргә әйтә: “Һеҙ икенсе юлы инерһегеҙ. Леонид Ильич бөгөн башҡа ҡабул итмәй”. Минең менән ун минут тирәһе һөйләште бит! Аҙаҡ коридор буйлап атлағанда ҡурҡа төштөм, ултыртып ҡуйырҙар инде, тип. Брежнев янына инә алғаныма үҙем дә шаҡ ҡаттым. Октябрьскийға ҡайтҡас, ул хаҡта бер кемгә лә һөйләмәнем. 1982 йылдың ноябрендә Леонид Ильичтың вафатын ауыр кисерҙем, яҡын бер кешемде юғалтҡандай тойҙом. Бер-ике йыл үткәс кенә Иван Елизаровичҡа серемде асырға батырсылыҡ иттем.
Бына шулай йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәнем. Мәскәүгә барып ҡайтҡаныма, үҙемде унда ҙурлағандарына бик тә һөйөнәм. Шуны әйткем килә: элекке етәкселәр барыбер халыҡҡа яҡыныраҡ ине. Эш кешеһенә хөрмәт менән ҡаранылар, беҙҙең фекергә ҡолаҡ һалдылар. Олоғайған көнөмдә шул күңелде ҡыра — заман да, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәрҙе.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Октябрьский ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872