Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормош гүзәллеген үҙең күр ҙә...
Тормош гүзәллеген  үҙең күр ҙә...Нескә, нәзәкәтле кеше ул. Йәйен-көҙөн гөл-сәскә, емеш-еләк, йәшелсә тулы баҡса, ишле ҡош-ҡортло ихата – барыһы ла уңған хужабикәнең хеҙмәт емеше. Ишек алдынан уҡ башланған тәртип тә шул хаҡта һөйләй. Йорт ҡаралтылары ҡышҡыһын бер әкиәт баҡсаһылай: ап-аҡ ҡарҙан ниндәй генә һындар яһалмаған!
Төрөмбәт мәктәбендә эшләп йөрөгән саҡтарҙа булды беҙҙең беренсе танышыу. Ауыл китапханаһы мөдире, китапханасы булып эшләгән дәүерҙә үк Гөлфиә Ханнанова үҙ вазифаһына яуаплы ҡараған, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарған белгес сифатында хәтерҙә ҡалған. Уҡыусылар менән бергә күргәҙмәләр ойоштороуҙы, китапханала төрлө тематик дәрестәр үткәреүҙе, китап, гәзит-журналдар менән таныштырыуҙы яратып, мөкиббән башҡара ине ул. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн “Айһылыу” түңәрәге ойоштороп, бер-береһенән төрлө ҡул эштәренә өйрәнеп, өйрәтеп, күңелле лә, файҙалы ла кис ултырыуҙар үткәрә торғайны.
Төрөмбәт ауыл биләмәһен етәкләгән осорҙа ауыл, халыҡ өсөн янып, арыу-талыуҙы белмәй эшләне. Йәштәрҙе төрлө программаларға йәлеп итеп, аңлатыу эше алып барҙы, уларға ярҙам итте, тыл һәм хеҙмәт ветерандарын хәстәрләне.
Төрөмбәт районда ҙур башҡорт ауылдарынан һанала. Тирмә ҡороп, зауыҡ менән биҙәп, милли аш-һыуҙарын, кәсеп-һөнәрҙәрен башҡа милләт халыҡтарына күрһәтеү ауыл етәксеһе эшенең бер йүнәлеше булып торҙо.
Әлбиттә, быларҙы рухташ ауылдаштары менән берлектә генә башҡара алыу көн кеүек асыҡ.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, башҡорт рухын сағылдырыуҙың, яҡтыртыуҙың тағы ла бер ысулын уйлап тапҡан зыялы яҡташыбыҙ: әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған талантлы шағирыбыҙ, Төрөмбәт ауылын бөтә республикаға танытҡан Рәшит Назаров, Рәмзил Вәлиевтең шиғыр юлдарын зауыҡлы итеп сигеп, картиналар эшләй. Был нескә эште, әлбиттә, шиғриәтте, сәнғәтте аңламаған кеше атҡара алмаҫ ине.
– Рәшит Назаровтың шиғырҙары өсөн зәңгәр, аҡ фондар һайлайым, ә Рәмзил Вәлиевтең ижады йәшел төҫтө ярата. Һәр шиғыр юлын күңел аша үткәреп эшләйем, – ти Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы.
Бына алдымда бихисап ҡул эштәре, төрлө төҫтәрҙән шағирҙарҙың йөрәк түренән урғылған юлдары йәнле картиналарға әйләнгән: “Йөрәк” шиғыры аҡ ерлеккә ҡыҙыл төҫтәр менән башҡорт, рус, татар телдәрендә сигелгән, “Күңелем минең – тумалған сәскә” шиғырына ауаздаш ҡыҙылһыу раузалар өҫтәлгән, “Тыуған яғым” шиғыры – йәшел ерлектә алтынһыу һары төҫтә...
Томбойоҡтай иҙрәй күлдә ҡояш...
Һағынып-ҡағынып ҡуя күл сите –
Зәңгәр бейеклеккә,
Зәңгәр тәрәнлеккә
Ул ҡушмаҡсы зәңгәр киңлекте, –
тигән шиғыр юлдары аҡ томбойоҡтар менән нағышланған.
Рәмзил Вәлиевтең шиғырҙарында тыуған ергә һөйөү, йәмле Өршәк йылғаһының матурлығын данлау асыҡ сағыла.
Рәхмәт һиңә, илһам биргән йылғам,
Һиндә тыуҙы һәр йыр, һәр һүҙем.
Улай әйтмәҫ инем,
Ярыңдағы мең ҡамыштың береһе – мин үҙем, –
тигән шиғыр юлдары ла Гөлфиә Нурғәли ҡыҙының коллекцияһында урын алған.
– Ике шағирыбыҙҙың да ижад ғүмерҙәре бик ҡыҫҡа булған, ләкин был шиғырҙарҙы үлемһеҙ итеү – беҙҙең бурысыбыҙ, – ти Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы.
Әҙәбиәт йылында уҙғарылған район китап­ханаһындағы күргәҙмәлә беренсе тапҡыр сығыш яһай ул. Был сарала ҡатнашыусылар уның үҙенсәлекле шөғөлөн ихлас ҡабул итә, район гәзитендә яҡтырта.
– Эштәремде дуҫтарыма, туғандарыма бүләк итергә яратам, минең ижадым алыҫ Себер тарафтарына, Мәскәүгә, хатта сит илдәргә лә китте. Быларҙы башҡортомдоң данын таратыу өсөн эшләйем. Милләтемде ихтирам итеп, уның уңғанлығын, йомартлығын, күп яҡлы оҫталығын башҡа халыҡтарға күрһәтергә ынтылдым, – ти Гөлфиә ханым.
Матурлыҡты аңлап, милләтен данлап, уның рухын, әҙәбиәтен ҡул сәнғәте аша бөтә донъяға танытырға теләгән сағыу шәхескә афарин, тип әйтергә генә ҡала! Рәшит Назаровтың ошо юлдары тап уның хаҡында кеүек:
Тормош гүзәллеген үҙең күр ҙә
Күрһәт бүтәндәргә,
Уны үргә нисек күтәргәндәр –
Ҡара һин гөлдәргә!


Автор: Минира БИКӘНӘСОВА. Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә