“Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 1 ноябрь һанында Фәнис Янышев “Әҙәбиәттең тоғро һалдаты” тигән мәҡәләһендә яҡташы — билдәле яҙыусы Төхфәт Йәнәбиҙең революциянан һуң яңы республиканы төҙөүгә бар ихласлығы, күңел күтәренкелеге менән эшкә тотоноуы тураһында һөйләгәйне. Мәҡәлә авторы бер башҡорт халҡының ғына азатлығын яҡлап түгел, бөтә Рәсәй халҡының яңы тормошҡа күсеүенә шатланыуына арналған шиғырҙар ижад иткән, бар булмышын Совет власын төҙөүгә биргән көрәшсене нахаҡҡа ғәйепләп атыуҙары тураһында яҙҙы.
Фәнис Янышев мәҡәләһендә атайым Ғибаҙулла Бейешевтең ике туған ағаһы Ибраһим Ҡыпсаҡ тураһында ла телгә ала һәм уның Сапыҡ ауылында тыуыуы тураһында яҙа. “Тартай үҙ һаҙлығын маҡтай” тигәндәй, мин дә Ҡыҙыл Мәсет — хәҙерге Күгәрсен районы биләмәһендәге борондан аң-белемгә ынтылыуы менән тирә-яҡҡа билдәле булған Сапыҡ ауылынан сыҡҡан ике шәхес тураһында һөйләмәксемен.
Сапыҡта заманының уҡымышлы кешеһе тип иҫәпләнгән урта хәлле Ғүмәр исемле кеше йәшәгән. Уның ҡатыны Вазифа — беҙҙең Туйөмбәт ауылы ҡыҙы. Бик йомарт, эшкә уңған, кешелекле һәм уҡымышлы ҡатын була ул. Ғүмәр менән Вазифаның Ғәбделғәлләм, Усман исемле улдары һәм Фәғилә тигән ҡыҙы тыуа. Ғәбделғәлләм уҡыуға тырыш була, имам, мөҙәрис хәҙрәт дәрәжәһенә күтәрелә. Ауылда мәҙрәсә төҙөй, балаларға дәрес бирә, йәш муллалар әҙерләүгә күп көс һала. Ғәрәпсә һыу кеүек эсә, фарсы телендә һөйләшә, шиғырҙар яҙа. Урыҫ телендә лә һөйләшә. Таралып ятҡан китап-журналдарҙы оҫта итеп төпләй ине.
Иҫемдә, бик ҡунаҡсыл булды. Былауҙы үҙе бешереп һыйлай торғайны. “Ләкин мал салыуға бик ҡаты булды, — тип яҙып ҡалдырған атайым Ғибаҙулла Бейешев. — Усман олатай ҙа уҡыу-яҙыуға оҫта булды, ләкин ул күберәк закон эйәһе ине. Бөтә ауыл Усмандан башҡа бер ни ҙә башҡармай, ул һәр килгән кешегә ярҙам итте”.
Фәғилә лә яҡшы уҡыған. Уны әсәһе Вазифа өйҙә уҡытҡан, бер үк ваҡытта тегеү-сигеүгә өйрәткән. Ул елән, ҡашмау, селтәр тегеү оҫтаһы була. Етмәһә, ауылдағы йәш ҡыҙҙарҙы, килендәрҙе лә ҡул эшенә ылыҡтыра. Һүҙгә бай, яҡты сырайлы, мул ҡуллы, кешеләргә итәғәтле, заманының алдынғы ҡыҙы була. 1892 йылда Туйөмбәт ауылында хәлфә-мөғәллим булған Абдулла Бейешевте, димләп, Фәғиләгә өйләндерәләр. Улар Туйөмбәттә донъя ҡора, алты бала тәрбиәләйҙәр: Камила 1883 йылғы (5 йәшендә сәсәктән вафат була), Йәмилә 1885 йылғы, Ғибаҙулла (минең атайым) 1898 йылда тыуған, Хәлимә 1900 йылғы, Хафаса 1904 йылғы, Зәйнәп 1908 йылда донъяға килә.
Ғәбделғәлләм хәҙрәттең улы Ибраһим Ҡыпсаҡ — Абдулла Ғәбделғәлләм улы Ибраһимов — атайымдың әсәһе Фәғиләнең бер туған ағаһы була. Бына ошо туғандары тураһында атайым яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәрҙе килтерәм.
...Борон башҡорттарҙың йәйләүҙә мал тотоп ятыуы һәр кемгә билдәле. 1909 йылдың йәйендә Ғәбделғәлләм хәҙрәт үҙ йәйләүенә һеңлеһе Фәғиләне, кейәүе Абдулла Бейешевте ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡартатайым Абдулла ҡатыны Фәғилә, ҡыҙҙары Хафаса, Зәйнәп, улы Ғибаҙулла менән пар ат егеп юлға сыға. Ул көнө кисләтеп Сапыҡҡа килеп етеп, Ғәбделғәлләм хәҙрәттә ҡуналар. Иртә менән күмәкләп Айыуташ йәйләүенә юл тоталар һәм кисләтеп килеп етәләр. Ун биш көн йәйләүҙән йәйләүгә йөрөп ҡунаҡ булғандан һуң ҡайтырға йыйыналар. Ғәбделғәлләм хәҙрәт: “Ҡайтып бесән эшләргә ваҡыт етте. Бесәнгә биш тәкә, ике мискә ҡымыҙ алып ҡайтабыҙ. Уларҙы эш арбаһына тейәргә кәрәк булыр. Аттарҙы, арбаларҙы алдан ҡарап ҡуйығыҙ, юл тау-таш араһынан бит, ауыр. Ҙур кырандасҡа пар ат егегеҙ. Унда әбей менән мин ултырам. Беҙгә Абдулла күсер булыр”, — тине. Уның улы Абдулланың Каруанһарайҙа уҡып йөрөгән сағы була. Ул да йәйләүгә килгән. Хәҙер атаһы менән бергә ауылға бесән сабырға ҡайта.
1921 йылда атайым һеңлеһе Зәйнәп апайҙы Ырымбурға Каруанһарайға уҡырға алып бара. Ошо осорҙа Ибраһим Ҡыпсаҡ Каруанһарайҙың директоры вазифаһында була. Һеңлеһе Зәйнәпте бер нисә тапҡыр өйөнә лә алып ҡайта.
Абдулла Ғәбделғәлләм улы Ибраһимов, мәғлүм булыуынса, башҡорт халҡына бер нисә китап яҙып ҡалдырған мәшһүр яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, юғары вазифаларҙа эшләгән шәхес. Уның “Йәшелдәр” китабының барлыҡҡа килеү тарихын атайым Ғибаҙулла Бейешев яҙып ҡалдырған. “1920 йылдың декабре. Граждандар һуғышының ҡыҙған сағы. Исем ауыл Советы үҙ ҡарамағындағы граждандарҙы йыя, йыйылышты рәйес урынбаҫары Кузьма Рыжов алып бара. Кананикольскиҙан килгән мүк һаҡаллы, йыуантыҡ бер кеше күкрәк һуғып һүҙ һөйләй. “Беҙ — “йәшелдәр”. Беҙҙең ғәскәр күп. Япония беҙгә ярҙам итә. Бөгөндән башлап 18—55 йәшлек кешеләр “йәшелдәр” отрядына мәжбүри алына. Ҡаршыларҙы атабыҙ!” — ти.
300-ләгән кешене “Исем” атамаһы биреп төҙөлгән “йәшелдәр” отрядына яҙалар, көрәк, һәнәк, салғы менән ҡоралландыралар ҙа Санъяп ауылы яғына алып китәләр. Халыҡ телендә был “Һәнәк һуғышы” тип аталды. Ошо ваҡытта Петроградта Юденич отрядын ҡыйратыуҙа ҡатнашҡан Ибраһим Ҡыпсаҡ хәрби йомош менән Ейәнсураға китеп бара ине. Ул, тиф менән ҡаты ауырып, Сапыҡта туҡталып ҡалырға мәжбүр булды. Нәҡ ошо ваҡытта ауылды “йәшелдәр” килеп баҫты. Мин Абдулла Ҡыпсаҡтың ҡоралдарын йәшерҙем һәм үҙен дә ҡасырып алып ҡалдым. Ошо хәлдән һуң ул “Йәшелдәр” китабын яҙҙы, тип һөйләгәйне 78 йәшлек Хәсән ағай”, — тип яҙып ҡалдырған атайым. Тимәк, Сапыҡ ауылында “йәшелдәр” отряды төҙөлгәндә Ибраһим Ҡыпсаҡ үҙ ауылында булған һәм ундағы ваҡиғалар, болалар хаҡында “Йәшелдәр” китабын яҙған.
Октябрь революцияһы күп кешегә ирек бирә, батша ҡоллоғонан ҡотҡара. Сей наҙан халыҡ өсөн мәктәптәр асыла, һаулыҡ һаҡлауҙы ла бушлай тәьмин итә. Быға тиклем интегеп йәшәгәндәрҙең күҙе асыла, киләсәккә өмөт уяна.
Сапыҡ ауылы борондан уҡымышлы шәхестәре, мәҙрәсәһе, ҙур баҙары менән дан тотҡан була. Унда һәр кем үҙ шөғөлө менән йәшәй. Кемдер ағас-таш һата, икенсеһе — утын, он... Баҙар гөжләп тора. Ярлы-ябаға аҡсаһына ҡарап он алған була. Ә байыраҡтар әйберҙәрҙе күмәртәләп алып, ауылына оҙата ла һуңынан икеләтә хаҡҡа һатып аҡса эшләй йә ярлы меҫкенгә яҙғы эш хаҡына бирә. Ошонда уҡ бесән баҙары ла була. Бесән һатыу менән Афзал исемле кеше шөғөлләнә. Уға 12 йәшлек етем Абдулла исемле малай ялланып эшләй. Атаһы үлеп, әсәһе Сәрбиямал Етеболаҡ ауылына кейәүгә киткәс, Абдулла яңғыҙы тороп ҡала, ә һеңлеһен – өс йәшлек Миңлебикәне – өләсәһе Мораҡҡа алып китә. Шулай ялланып эшләп йөрөп 15 йәшкә еткән егет тормош михнәтен күп күрә, үҙенән күпкә оло Хөббөниса исемле ҡатынға өйләнеп, һәүетемсә донъя көтә башлай.
“Бәхетһеҙгә — ваҡытһыҙ” тигәндәй, күп тә тормай Абдулла ғәскәри хеҙмәткә алына. Әрме ваҡыты тулыр-тулмаҫтан беренсе империалистик һуғыш башланып, яуға ебәрелә.
1919 йылдың башы. Ҡыҙылдарҙың аҡтарҙы ҡыуып Эйек буйына килгән сағы була. Абдулла Ишбулатов һуғыштан һуң ҡыҙылдарға үҙе теләп ҡушылып, Смоленск полкы составында ауылына ғаиләһен күрергә килә. Ауыл халҡы уны ҡыҙылдарға тоғро хеҙмәт иткәне өсөн “Большевик Абдулла” тип атай. Ҡатыны Хөббөниса балалары менән Сапыҡ ауылында тора. Ауыл халҡы уларҙы аҡтарҙан ҡурсалап алып ҡала.
1919 йылдың яҙы. Колчак, Дутов армияһының ҡаты һөжүмгә күскән мәле. Ҡыҙыл армия ваҡытлыса көнсығышҡа китеп тора. Большевик Абдулла үҙ полкташтары менән аҡтарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Август айында Эйек буйы Дутов, Колчак ғәскәренән таҙартыла. Сапыҡ ауылындағы икенсе Ҡара Ҡыпсаҡ йортонда (улысында) Совет власы төҙөлә. Элекке баҙар майҙанында митингтар, йыйылыштар үткәрелә, демонстрациялар ойошторола.
Сапыҡ ауылы халҡы революцияның ике йыллығын байрам итә. Элекке баҙар урыны хәҙер байрам итеү майҙанына әйләнә. Халыҡ үтенесе буйынса трибунаға большевик Абдулла күтәрелә. Ул хәҙер бесән һатыусы Афзал ҡарттың малайы түгел, ә күпте күргән, аҡтарға ҡаршы көрәшеп, Дутов менән Колчак ғәскәрен ҡыйратыуҙа ҡатнашып, Совет власын яулап алған большевик-фронтовик. Ул бөгөн ауылдаштары менән байрам итә, телмәр тота. Һүҙгә бик оҫта булмаһа ла, рухы көслө, һөйләгәне төплө. Ауылдаштары алдында ул көрәшеп алған Совет власын һаҡлау кәрәклеген, уға тоғро хеҙмәт итәсәген белдерә һәм бөтәһен дә шуға саҡыра.
1921 йылда илдә ҡот осҡос йотлоҡ менән бергә ҡотолғоһоҙ ваба ауырыуы ла тарала. Ошо сирҙән йәй көнө большевик Абдулла һәм уның ҡатыны Хөббөниса, өс балаһын етем ҡалдырып, вафат була.
Сапыҡ — бөгөн дә үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле ауыл. Унда яҡшыны ямандан айыра белгән халыҡ йәшәй. Көслө тамырлы ағастың олоно ла ныҡлы булған кеүек, ауыл халҡының нәҫел тамыры ла тотороҡло.