Республикабыҙҙың 100 йыллығы хаҡында һүҙ барғанда, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ошо ваҡиғаның төбәгебеҙ тарихындағы урыны хаҡында бынан бер нисә йыл элек бер интервьюһында әйткән фекерҙәре үҙенән-үҙе хәтергә килә. Ул саҡта бындай һүҙ матбуғатта БАССР-ҙың ойошторолоуына 94 йыл тулыу айҡанлы булып алғайны. Шул саҡ республика етәксеһе уны башҡорт халҡының бынан 450 йылдан ашыу элек үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына тиңләне һәм шуның менән бөгөн көтөлгән юбилейҙың әһәмиәтен тағы ла тәрәнәйтә, киңәйтә төштө. Әле килеп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостандың 100 йыллығы тураһындағы Указы шул башҡорт халҡы тарихының ике ғәйәт мөһим осоро хаҡындағы тезистың раҫланыуы булды. Һис һүҙһеҙ, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы нигеҙендә башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихының ябай булмаған оҙон юлы ята. Уның башы ХVI быуат урталарында башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу дәүеренә барып тоташа. Ләкин башҡорттарҙың үҙаллы этнос булараҡ ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни йәһәттән йылдам үҫешенә, донъя цивилизацияһы юғарылығына күтәрелеүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштарына нигеҙ уҙған быуаттың 20 – 30-сы йылдарында һалынды тип өҫтәп ҡуйыу хаҡ булыр. Шул сәбәпле бөгөнгө Башҡортостан ошо йәһәттән үҙенең БАССР дәүеренә оло бурыслы.
Беҙҙең кеүек, аң-зиһене республикабыҙҙың совет осоронда формалашҡан һәм уға ихлас күңелдән хеҙмәт иткән быуын өсөн үҙ ваҡытында һәр йылдың 23 марты оло байрамдарҙың береһе итеп ҡаршылана, шундай рух күтәренкелегендә уҙғарыла торғайны. Ғәмәлдә иһә республикабыҙ тарихы шул 1919 йылдың 23 мартынан юл ала. Ул, алда һүҙ булғанса, алыҫ ХVI быуат уртаһында башҡорт ҡәбиләләре үҙ ирке менән хәҙерге Рәсәй Федерацияһына ҡушылған, йәғни әлеге федератив дәүләткә тәүге нигеҙ һалынған көндәрҙән башлана.
Ысынлап та, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башҡорт халҡының Рәсәй Федерацияһы составында үҙ автономиялы республикаһын булдырыуының уның күп быуатлыҡ тарихында тотҡан урыны хаҡында “Әһәмиәте буйынса ул 450 йылдан ашыу элек Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуынан бер ҙә кәм түгел” тигән һүҙҙәре республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейының асылына аныҡлыҡ индерә, тип раҫлау хаҡ булыр. Рөстәм Хәмитовтың “Бөгөн дә шул заманда ҡабул ителгән ҡарарҙың тормошҡа ашырылыуын хәстәрләргә, уны дауам итергә тейешбеҙ” тигән һүҙҙәре башҡорт халҡының дәүләт ҡоролошо тарихына яңы һулыш өргәндәй итә һәм беҙҙе 1919 йылдың 23 мартына алып ҡайтҡандай була. Ә был иһә уның үткән дәүеренән киләсәк заманға аяҡ баҫҡан көнө ине.
Ошолай башҡорт халҡы тарихының биш йөҙ йыл арауығында ике осороноң шундай күсәгилешлектә хәл ителеүе – кешелек донъяһында һирәк осрай торған ижтимағи-сәйәси ваҡиға. Ике осраҡта ла ул башҡорт еренең киләсәге хаҡына эшләнә. Ике осраҡта ла башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең Мәскәү менән тығыҙ бәйләнештә һәм берлектә генә уны һаҡлап алып ҡалыуҙы тойоп һәм аңлап эш итә алыуы был. Ике осраҡта ла ошолай Мәскәү менән берҙәмлек өҫкә сыҡты. Ғәмәлдә иһә ошо ике тарихи ваҡиға башҡорттарға ер һәм дәүләтселек мәсьәләһен хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Белеүебеҙсә, ХVI быуат урталарында башҡорт ырыуҙарының бер-бер артлы Рус дәүләтенә ҡушылыуы уларҙың Алтын Урҙа дәүеренән килгән Нуғай Урҙаһы хакимлығынан ҡотҡара. Һуңғыһының башҡорт ерендә ике быуатҡа һуҙылған хакимлығы башҡорттарҙың үҙаллы этнос булараҡ киләсәген хәүеф аҫтына ҡуя ине. Нуғай Урҙаһы ҡулы аҫтында ҡалыуға өҫтәп, дин уртаҡлығы, тел яҡынлығы, ғөрөф-ғәҙәт был процестың тәбиғи була барыуына шулай уҡ йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Нуғайҙар беҙҙең көндәргә килеп еткән һағышлы йырҙарында ғына һаҡланып ҡалыр башҡорт ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булғанда, башҡорттарҙың бер өлөшөнөң улар менән бергә үҙ иленән сығып китеүе шуны раҫлағандай итә.
Нуғай Урҙаһының ни өсөн шулай эшләргә мәжбүр булыуы тарихҡа асыҡ булһа ла, башҡорттар араһында бының теләктәшлек табыуы һаман да сер әле. Уның ҡарауы, үҙ еренә тоғро башҡорттар араһында Урҙа кенәздәренең аяҡ-ҡулын бәйләп, Мәскәүгә Иван Грозныйға алып барып тапшырыусылар ҙа табыла. Һөҙөмтәлә башҡорттар бер көн килеп тыуған еренә аҫабалыҡ хоҡуғын ҡайтарып алып ҡына ҡалмай, Рус дәүләтенең көньяҡ-көнсығыш сиген һаҡлауҙа уның ышаныслы терәгенә әүерелә. Улар быны үҙ ирке менән үҙ өҫтөнә алған кеүек үҙ иҫәбенә атҡара. Шуның менән тыуған ерендә ҡалған башҡорттар ике аралағы бәйләнеште ныҡлы нигеҙгә һалыуға өлгәшә. Шул дәүерҙә башҡорттарҙың Рәсәйҙең именлеге хаҡына яһаған берҙәм ихлас аҙымы 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға ҡәҙәр үткән данлы юлда быуаттар аша үҙенең яңғырашын таба.
Башҡортостан Башлығының башҡорттар тарихының ике осорон күсәгилешлектә күҙаллауы, һис шикһеҙ, ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни күҙлектән тәрән мәғәнәгә эйә. Рөстәм Хәмитовтың тәүге интервьюларының береһендәге “Башҡортостан – башҡорт ере тигәнде аңлатыуын иҫтә тоторға кәрәк” тигән һүҙҙәрен дә телгә алып китеү урынлы булыр, сөнки башҡорт халҡы яҙмышындағы ике ғәйәт мөһим тарихи ваҡиға – иң элек ошо ер яҙмышының хәл ителеүе. Тәүгеһе уның ХVI быуат урталарына ҡараһа, икенсеһе хаҡында беҙ бөгөн хатта йылы һәм көнө менән атап, өҙөп кенә һүҙ алып бара алабыҙ. Ул, алда әйтеп кителгәнсә, 1919 йылдың 23 март көнө менән Башҡортостан тарихына мәңгегә инеп ҡалды. Был – күп быуатлыҡ тарихыбыҙҙа тәү тапҡыр үҙ дәүләтебеҙҙе булдырыуға һәм уны Евразия киңлектәрендә таныта алыуға өлгәшкән көн.
Ошо күҙлектән Рәсәй Президентының Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү тураһындағы Указы – иң элек башҡорт халҡы тарихының күп милләтле Рәсәй тарихына ҡараған иң яҡты бите. Әгәр шул ваҡытта шундай һынылыш яһалмаһа, бәлки, Рәсәйҙә Совет власының үҙ дәүләтселеген федерализм нигеҙендә аяҡҡа баҫтыра алыуының шулай ҡыҫҡа ғына ваҡытта тормошҡа ашырыуы хаҡында бөгөн һүҙ алып барыу еңелдән булмаҫ ине.
Әле Рәсәй Федерацияһының дәүләт ҡоролошоноң федерализм нигеҙендә аяҡҡа баҫып китеүен фекерләһәк, үҙенең башын 1919 йылдың 20 март килешеүенән ала икәнлеген иҫтә тоторға кәрәк. Ваҡиғалар үҫеше ике яҡ өсөн дә бер үк дәрәжәлә мөһим: тәүгеһе был осраҡта Федератив үҙәк сифатында эш итһә, икенсеһе ошо Федерацияның донъяға килеүенә сәбәпсе рәүешендә уның тарафынан танылыу таба. Ошолай уй йөрөтөүҙе дауам иткәндә, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыныуҙың шундай уҡ дәүер үткәнлегенә тура килеүе ул. Айырыуса бының һуңғыһы тәүгеһенең юбилейына тотош Рәсәй кимәлендәге байрам төҫө бирә, Рәсәй федерализмы системаһының үҙенең икенсе йөҙ йыллығына ышаныслы аяҡ баҫыуына ныҡлы дәлил булып тора.
Юбилейға әҙерлектең “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” девизы менән башланып китеүе, һис шикһеҙ, тәрән символикаға эйә. Өҫтәүенә киләсәккә күҙ ташлау ҙа ул. Шуға ла Башҡортостан Башлығының йә төҙөкләндерәсәк, йә яңылары ҡалҡып сығасаҡ иҫтәлекле урындар хаҡында һүҙҙәре республиканың һәр төбәгендә үҙенең шул йөҙҙөң береһе булыу ышанысы уятһа, һис тә ғәжәп түгел. Халыҡ хәтере тарихты ошондай ололауға һәр саҡ уяу булған, быға яуап рәүешендә үҙенең йәнен-тәнен бирергә әҙер торған. Ваҡытында Рәсәйҙе француз яуынан һаҡлап алып ҡалыуға 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, ошо яуҙы ҡайтарыуҙа ҡатнашҡан “Төньяҡ амурҙары”ның улан-ейәндәре үҙ тарихына тоғролоҡ һаҡлап, Ырымбурҙа ҙур байрамда ихласлыҡ күрһәтә, атай-олатайҙарының һуғыш кейемдәрендә ат уйнатып ҡала урамдарынан уҙа. Был тантанала Башҡорт еренең төрлө төбәгенән килгән йөҙгә яҡын ҡурайсы ҡатнаша. Улар араһындағы ярышта “Урал батыр” эпосын үҙ халҡына ҡайтарып биргән Хәмит сәсән беренсе урынды ала. Бөгөн “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” девизында ла беҙ шундай уҡ халыҡ хәтерен яңыртҡан традицияның яңы шарттарҙа дауам ителеүен күрәбеҙ. Йөҙ урында төҙөкләндереләсәк йә ҡалҡып сығасаҡ йөҙ ҡомартҡының башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихында тәү тапҡыр үҙ дәүләтселеген булдыра алыуға өлгәшеүенең шаһиты сифатында киләсәк быуындар хаҡына эшләнеүе – тарихҡа инеп ҡалыр ваҡиға. Был уларҙа, һис шикһеҙ, үткәндәр алдында үҙеңде һәр саҡ яуаплы итеп тойоу хисе йөрөтөүгә булышлыҡ итәсәк. Тарих – быуындар күсәгилешлелегенең көҙгөһө ул.
Мәҫәлән, Дуҫлыҡ монументын йә Каруанһарайҙы алайыҡ. Каруанһарай, халыҡ хәтерендә башҡорт еренең һәр төбәгендә халыҡ төҙөлөшө рәүешендә күҙалланыуы менән бер рәттән, килер быуындар өсөн рухи ҡомартҡыға әүерелеүе менән дә ҡиммәт. Уға бәйле иҫтәлек – башҡорт халыҡ ижадының иң күркәм биттәренең береһе. Ул беҙҙе ирекһеҙҙән уның тарихына алып ҡайта һәм үҙ ваҡытындағы Ырымбур хәрби губернаторына алып барып бәйләй. Ғәмәлдә иһә Каруанһарай үҙе лә исеме менән уға бурыслы, сөнки В.А. Перовский тарафынан баштан уҡ шундай төҙөлөш рәүешендә, шундай уҡ исем аҫтында уйланыла. Билдәле, хәрби губернатор яғынан бындай аҙым халыҡтың аң-зиһенендә берҙәм теләктәшлек тапҡан. Башҡорт халыҡ ижадының алтын фондына ингән мәшһүр “Перовский” көйө һәм бейеүе быға шаһит. Ул – үткәндең ҡомартҡыһы ла, бер үк ваҡытта йәнле бөгөнгөһө лә. Ә “Каруанһарай” йырындағы ошо ҡомартҡыға арналған юлдар уның башҡорт һыбайлыларының 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижды алыуҙа ҡатнашыуы хөрмәтенә төҙөлөүен иҫкә төшөрә һәм быны онотмаҫҡа саҡырғандай була.
Ошолай халыҡ теленә Каруанһарай тип инеп киткән иҫтәлекле йорт шул уҡ исемдәге йыр аша халыҡ хәтерендә Рәсәйҙе Наполеон яуынан һаҡлап алып ҡалыу иҫтәлегенең символы булараҡ ҡабул ителә. Ошо яуҙа әсирлектең әсеһен-сөсөһөн татыған Ырымбур хәрби губернаторы В.А. Перовскийҙың уны төҙөүҙе башлап ебәреүе айырыуса Парижда үткәрелгән Еңеү парадында ҡатнашҡан башҡорт һыбайлылары быуыны өсөн иҫтәлекле ваҡиға итеп ҡабул ҡылыныуы бөгөн дә шик тыуҙырмай. Әле шул данлы көндәрҙе һаҡлаған “Каруанһарай” йыры, шундай уҡ данлыҡлы ҡоролманың 170 йыллығын билдәләгәндә уның тарихына төпкәрәк төшөп, киңерәк ҡарарға саҡырғандай итә.
Шуға күрә Ырымбурҙың йәме булған “Каруанһарай” тарихи-архитектура комплексы, Ағиҙел ярындағы Дуҫлыҡ монументы тарихынан сығып, Башҡортостандың Рәсәй йылъяҙмаһындағы урыны түрҙә, тип раҫлау хаҡ булыр. Халыҡ хәтеренә уларҙың икеһе лә тәрән инеп ҡалған. Бөгөн дә беҙ быға шаһит. Белеүебеҙсә, тәүгеһе башҡорт һыбайлыларының Парижда уҙғарылған Еңеү парадында уның урамдарынан ат уйнатып, ҡурай уйнап уҙыуы менән тамамланһа, икенсеһе, алда һүҙ булғанса, башҡорт ырыу башлыҡтарының, нуғай кенәздәрен баш эйҙереп, Мәскәүгә Иван Грозныйға алып барып тапшырыуы була.
Халыҡ хәтере, ошолай быуындарҙан быуындарға күсеп, киләсәккә рухи мираҫ тапшыра килә. Бөгөнгө быуындар Дуҫлыҡ монументы һәм Каруанһарай йөҙөндә үҙ халҡы тарихын битләй, үҙ нәүбәтендә килер быуындарға онотолмаҫлыҡ 100 иҫтәлек ҡалдыра.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, академик.