Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һайланып һыйланһындар
Уҙған йыл аҙағында Өфө хакимиәте ҡала мәктәптәрендә туҡланыу сифаты нисек икәнен асыҡлау маҡсатында уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында социологик тикшеренеү үткәргән. Унда 48 мәктәптең V – XI клас­тарында һабаҡ алған дүрт меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ, шулай уҡ 45 белем усағына төрлө йәштәге балаларын йөрөткән өлкәндәр ҡатнашҡан.
Яуаптарҙан күренеүенсә, уҡыусыларҙың ҙур өлөшө (85,7 %) мәктәп ашханаһында туҡлана. Айырыуса ваҡ бәлеш, булка, ҡамырға төрөп бешерелгән сосиска оҡшай икән уларға. Шулай уҡ балаларҙың яртыһынан күберәге гарнирҙар­ҙан ҡәнәғәт икәнлеген әйткән, байтаҡ ҡынаһы һыйыр, ҡош, балыҡ ите ҡушылған аш-һыуҙы һайлауын белдергән. Сәйҙән бер кем дә тиерлек баш тартмай, ә бына һыу, һут кеүек эсемлек­тәрҙе әллә ни алмайҙар, ти. 31 проценттың фекеренсә, ашханала емеш-еләк күберәк булырға тейеш, 21 процент иһә һөт аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк тип һанай.
Дөйөм алғанда, уҡыусылар мәктәптә туҡ­ланыуҙың әлеге системаһына ыңғай ҡарашта. Уларҙың 60 проценты самаһы: “Беҙгә бындағы аш-һыу оҡшай”, – тигән. “Бигүк ҡәнәғәтлән­дер­мәй” тигән яуапты өстән бер өлөштән ишетергә тура килһә, 11 процент тирәһе бөтөнләй ризаһыҙлығын белдергән.
Ата-әсәләрҙең фекеренә килгәндә, уларҙың күпселеге балаларына мәктәп ашханаһында тәҡдим ителгән ризыҡтарҙың төрлө булыуын теләгән һәм: “Уҡыусыларға бер нисә аш-һыу араһынан үҙенә оҡшағанын һайлап алырға мөмкинлек тыуҙырһындар ине”, – тигән. Шул уҡ мәлдә өлкәндәрҙең 18,2 проценты балалар һайланмаҫҡа, ни бирһәләр, шуны ашарға тейеш тип уйлай. Йәнә биш процент иһә: “Беҙгә барыбер”, – тип кенә ҡуйған.


Автор: Даян МӘЖИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә