Һайланып һыйланһындар24.01.2017
Уҙған йыл аҙағында Өфө хакимиәте ҡала мәктәптәрендә туҡланыу сифаты нисек икәнен асыҡлау маҡсатында уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында социологик тикшеренеү үткәргән. Унда 48 мәктәптең V – XI кластарында һабаҡ алған дүрт меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ, шулай уҡ 45 белем усағына төрлө йәштәге балаларын йөрөткән өлкәндәр ҡатнашҡан.
Яуаптарҙан күренеүенсә, уҡыусыларҙың ҙур өлөшө (85,7 %) мәктәп ашханаһында туҡлана. Айырыуса ваҡ бәлеш, булка, ҡамырға төрөп бешерелгән сосиска оҡшай икән уларға. Шулай уҡ балаларҙың яртыһынан күберәге гарнирҙарҙан ҡәнәғәт икәнлеген әйткән, байтаҡ ҡынаһы һыйыр, ҡош, балыҡ ите ҡушылған аш-һыуҙы һайлауын белдергән. Сәйҙән бер кем дә тиерлек баш тартмай, ә бына һыу, һут кеүек эсемлектәрҙе әллә ни алмайҙар, ти. 31 проценттың фекеренсә, ашханала емеш-еләк күберәк булырға тейеш, 21 процент иһә һөт аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк тип һанай.
Дөйөм алғанда, уҡыусылар мәктәптә туҡланыуҙың әлеге системаһына ыңғай ҡарашта. Уларҙың 60 проценты самаһы: “Беҙгә бындағы аш-һыу оҡшай”, – тигән. “Бигүк ҡәнәғәтләндермәй” тигән яуапты өстән бер өлөштән ишетергә тура килһә, 11 процент тирәһе бөтөнләй ризаһыҙлығын белдергән.
Ата-әсәләрҙең фекеренә килгәндә, уларҙың күпселеге балаларына мәктәп ашханаһында тәҡдим ителгән ризыҡтарҙың төрлө булыуын теләгән һәм: “Уҡыусыларға бер нисә аш-һыу араһынан үҙенә оҡшағанын һайлап алырға мөмкинлек тыуҙырһындар ине”, – тигән. Шул уҡ мәлдә өлкәндәрҙең 18,2 проценты балалар һайланмаҫҡа, ни бирһәләр, шуны ашарға тейеш тип уйлай. Йәнә биш процент иһә: “Беҙгә барыбер”, – тип кенә ҡуйған.