Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙгәрештәр үҙебеҙгә бәйле
Үҙгәрештәр үҙебеҙгә бәйле Үҙгәрештәр үҙебеҙгә бәйле Ошо көндәрҙә Өфөлә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш буйынса стратегик документ йәмәғәтселек ҡарамағына сығарылды. Фекер алышыуға 600 кеше – министрлыҡ-ведомство етәкселәре, депутаттар, эшҡыуарҙар, ғалимдар саҡырылды. Проект авторҙары, республиканың Фәндәр академияһы менән Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре, Мәскәүҙең “Сколково” идара мәктәбендә махсус курс үткән.
Йәмәғәтселек ҡарамағына биш йүнәлеш буйынса стратегик проект тәҡдим ителде. Залда ултырған белгестәргә тауыш биреү өсөн махсус пульттар таратылды, уларҙың фекере шунда уҡ экранға сығарылды. Эксперттар ара­һын­да республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Мәскәүҙең “Сколково” идара мәктәбе президенты Андрей Шаронов һәм башҡалар бар ине.
Социаль-иҡтисади үҫеш пландары бер төркөм бел­гестәр тарафынан эшләнгәй­не. Эш барышы менән Рөстәм Зәки улы гел ҡыҙыҡһынып барҙы. Хәҙер иһә стратегик документҡа һәр кем үҙ тәҡ­димен индерә ала. Унда биш йүнәлеш – “Дөйөм үҫеш мәсь­ә­ләләре”, “Яңы индустриялар һәм баҙар”, “Кеше потенциалын үҫтереү һәм һаҡлау”, “Бизнес менән властың һө­ҙөмтәле бәйләнешен булдырыу һәм уларҙың мәнфәғәт­тәрен яраштырыу ярҙамында дәүләт идараһы системаһын ойоштороу”, “Биләмәләрҙе ти­геҙ үҫтереү моделен төҙөү”. Проект менән Башҡортос­тандың Иҡтисади үҫеш ми­нистрлығы сайтында ентекле танышырға мөмкин. Тәҡ­дим­дәр 19 мартҡа тиклем ошо электрон адресҡа ла ҡабул ите­лә: 2030@bashkortostan.ru. Социаль-иҡтисади үҫеш стра­тегияһына ярашлы, йән башына тәғәйенләнгән төбәк тулайым продуктын өс тапҡырға арттырыу ҡарала.
Һәр проекттың эш төркөмө етәксеһе үҙ йүнәлеше тура­һын­да ентекле һөйләне. Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Дмитрий Котов төбәкте үҫтереүҙәге идара итеү системаһы тураһында бәйән итте. Уның фекеренсә, төбәкте үҫтереүҙең төп шарты – эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү.
Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Ирина Буренина яңы индустрия һәм баҙар темаһына сығыш яһаны. Уның билдә­ләүенсә, әлеге мәлдә иҡти­садтың хәле сәнәғәт тарма­ҡ­тарының торошона бәйле. Быны үҙгәртер өсөн тиҙ үҫеш­кән шәхси компанияларға яр­ҙам итеү, ауыл хужалығы та­уарҙары етештереү комплек­сын һәм туризмды үҫтереү мөһим.
Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты­ның ғилми хеҙмәткәре Наталья Лаврентюк “ғаилә һәм балалар” принцибына ҡорол­ған кеше потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы ме­нән таныштырҙы. Был йүнә­леш­тә ғаиләнең килеме, сы­ғым­дары иҫәпкә алынған, һау һәм спортты үҙ иткән ғаиләнең үҫеше өсөн төрлө проекттар ҡаралған, тип билдәләне ул.
Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе урын­баҫары Александр Гагин иһә дәүләт идаралығы систе­маһын камиллаштырыу мәсьә­ләһен телгә алды. Ә БДУ-ның иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры Рөстәм Ахунов республика төбәктәрен үҫтереү моделе менән таныштырҙы.
Сығыштарҙы тыңлағандан һуң, Мәскәүҙең “Сколково” идара итеү мәктәбе етәксеһе Андрей Шаронов “Стратегия йәштәр күҙлегенән” конкурсында еңеүселәргә грамоталар тапшырҙы. Андрей Шаронов билдәләүенсә, Башҡор­тос­тан – бындай стратегия әҙерләү буйынса үҙ коман­даһын булдырған тәүге төбәктәрҙең береһе.
Бүләкләнеүселәр араһында Ҡариҙелдән XI класс уҡыусы­һы Марсель Хәбибов бар ине. Марсель – “Стратегия йәштәр күҙлегенән” конкурсы еңеүсе­һе, ул үҙ төбәгенән икенсе Швейцария яһау хаҡында хыяллана. Тик инфраструктураны һәм мәғлү­мәт биреү даирәһен киңәйтеү мотлаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды егет. Рөстәм Хәмитов Марселдең ниәтен хупланы. Был тәңгәлдә эш бара, һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Яңы йыл каникулында ғына Өфөгә 110 мең тирәһе турист килгән, сағыш­ты­рыу өсөн, былтыр 44 мең ҡунаҡты ҡаршы алғанбыҙ.
Республика Башлығы стратегик документтың проектын юғары баһаланы, әммә ҡуйылған маҡсаттар тағы ла ҡыйыуыраҡ булырға тейеш тип билдәләне:
– Башҡортостандың үҫе­шен билдәләгән стратегия булдырыу тәүмаҡсат түгел, ә үҫеш өсөн йүнәлеш күрһәткән вектор булып тора.
Республика – Рәсәйҙең эре, аяғында ныҡлы баҫып торған төбәктәренең береһе. Шуға стратегия тураһында һөйлә­гәндә, ысынбарлыҡҡа яраҡ­лашыу тураһында ла онот­маҫҡа кәрәк. Әле сығыштарҙа телгә алынған өс йүнәлеш – эшҡыуарлыҡ, туризм һәм ауыл хужалығы тауарҙары етеш­тереү, әлбиттә, мөһим. Шулай ҙа нефть, нефть химияһы, химия секторы тураһында ла оноторға ярамай. Эре сәнәғәт етештереү предприятиелары республика иҡтисадының нигеҙе булып тора.
Стратегияла телгә алынған һандар менән килешмәүемде билдәләгем килә. Беҙ рейтинг­тарҙа тәүге 20 йәки 30 төбәк исемлегенә инеү өсөн түгел, тағы өҫкәрәк менеүҙе – 10-сы йәки 5-се баҫҡыс хаҡында уйларға тейешбеҙ. Республикала үҫеш өсөн бөтә мөм­кинлектәр бар, үҙебеҙҙең бизнес даирәһенә, йәмәғәтселек­кә лә әүҙемерәк булырға кәрәк. Ни генә тимә, Башҡортостанда барған хәл-ваҡиғалар, үҙгә­реш­тәр бары үҙебеҙгә бәйле.

Андрей ШАРОНОВ, Мәскәүҙең “Сколково” идара итеү мәктәбе етәксеһе:
– Бөгөн артабан фекер алышыуҙар, яңы тәҡдим­дәр һәм маҡсаттар менән тулыландырыласаҡ стра­те­гияның бер вариантын тикшерҙек. Уның нигеҙен­дә власть структуралары, ғалимдар, бел­гестәр ме­нән кәңәшләшеп атҡарыл­ған эш ята. Хәҙер иһә ошо тәҡдимдәрҙең артабан камиллашыуы мөһим.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә