Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тапҡаным үҙемә булырға тейеш...”
– Улымдың өйләнгәненә һигеҙ йыл. Ошоғаса ҡатыны менән бергә тигеҙ тормош көттөләр, ике балалары үҫә. Яҡшы урында эшләгән­лектән, килен һәр саҡ хеҙмәт хаҡын күберәк алды. Ғаилә бер нигә мох­тажлыҡ кисермәне. Өс ай элек иһә көтөлмәгән хәл булды: килен дин юлына баҫты. Ислам диненә ярашлы, ҡатын-ҡыҙ тапҡан аҡсаһын үҙе өсөн генә файҙа­ланырға хоҡуҡлы, тип улыма донъя көтөргә ярҙам итмәй баш­лаған. Дөрөҫмө был, Нурмө­хәмәт хәҙрәт?
А. ИҪӘНОВА. Иглин районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Дин буйынса, мәғлүм ки, ғаиләнең иҡтисади нигеҙе өсөн ир-ат яуап­лы. Ул яҡындарына йәшәү өсөн барлыҡ уңайлы шарттарҙы тыуҙырырға тейеш. Ә инде ҡатын-ҡыҙ эшләй икән, уның тапҡаны ғаилә ҡаҙнаһына индерелмәй. Үҙе риза булып биргән хәлдә генә аҡсаһының уртаҡ тотонолоуы ихтимал. Был, әйтеүемсә, дин ҡануны.
Ә бөгөнгө тормоштағы ысынбарлыҡтан сығып ҡарағанда, мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Йәмғиәтебеҙ бер быуатҡа яҡын тиерлек икенсе ҡоролош ҡанундары буйынса тәрбиәләнде. Шул арауыҡта динде белмәгән бер нисә быуын буй еткерҙе. Йәмғиәтте артынан ҡыуып йөрөтөп тигәндәй эшләткәнлектән, ир-аттың күбеһе үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрҙән ситләште, ҡушыл­ғанды үтәүсегә, башҡарыусыға әүерелде. Мәсьәләнең хәл ителешен түрәләрҙән көтөргә, өмөтө аҡланмаған осраҡта власты ғәйепләргә ғәҙәтләнде.
Ғөмүмән, ул ҡоролош мәлендә күңелендә ихтыяр көсө, иман булмаған ир-ат төп тәғәйенләнешенән, көслө затҡа йөкмәтелгән бурыстарҙан ситкә тайпылды. Был урынды, мәғлүм ки, ҡатын-ҡыҙ тулыландырҙы. Улар ир-ат менән бер тигеҙ кеүек ҡарала башланы, ауыр хеҙмәткә егелде. Һөҙөмтәлә ике зат вәкилдәре лә төп бурыстарынан ситләтелде. Бөгөн сатлама һыуыҡта лом менән боҙ ярып йөрөгән ҡатындарҙы йәки йылдар буйы эшләмәйенсә өйҙә ятҡан “уҙаман”дарҙы осратабыҙ икән, был – ана шул “тигеҙләштереү” сәйәсәте эҙемтәһе.
Бер нисә тиҫтә йыл дауамында алып барылған тәрбиәне, әлбиттә, тиҙ арала үҙгәртеү мөмкин түгел. Йәмғиәткә дин яйлап ингән кеүек, ир менән ҡатын да төп тәғәйенләнешен мәжбүр итеүһеҙ төшөнөргә тейеш. “Мин Ислам ҡабул иттем, тапҡан аҡсам үҙемә булырға тейеш”, – тип ҡатындың кинәт белдереүе бы­ға әҙерлекһеҙ ирҙең күңелендә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырыуы бар. Уның хатта ки дингә кире ҡарай башлауы ихтимал. Һөҙөмтәлә үҙ-ара мөнәсәбәттең ҡырҡыуланыуы, ғаиләнең ҡыйралыуы мөмкин. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр эш фекер алышып, кәңәшләшеп башҡарылырға тейеш. Ҡабаланмайыҡ. Дин – йәшәү рәүеше. Ул тормош шарттарын үҙ эсенә ала, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төп терәк-таяныс булып тора. Бер-беребеҙҙе аңлап, сабырлыҡ менән алға барғанда, иншаллаһ, диндең иң юғары ҡанундары буйынса йәшәй башларбыҙ.
Әлбиттә, был әйткәндәрем ҡатын-ҡыҙ донъя йөгөн егелеп тартырға, ирҙәр менән бер рәттән эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Гүзәл зат вәкиленең зауы­ғына ярашлы, күңеленә хуш килгән шөғөлө булыуы уға һис тә зыян килтермәй, киреһенсә, һәләтен үҫ­те­реү­гә, замандан артта ҡалмауға булышлыҡ ҡыла. “Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен ярата”, — тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ә ауыр эш ҡатын-ҡыҙ өсөн түгел. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта бының киреһен күрәбеҙ. Ирҙәр йө­гөн тартҡан гүзәл зат вәкилдәренең күбеһенең әсә бә­хетенән мәхрүм булыуы айырыуса аяныслы. Тыуым кә­меүенең, һөҙөмтәлә белем усаҡтары ябылыуының, ауыл­дарҙың бөтөүенең сәбәбе, бәлки, ошондалыр ҙа.
Һәр беребеҙ үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәһәк ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә ирҙәрҙе ғәйрәтле, көслө, ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө итеп яратҡан икән, ошо сифаттарыбыҙҙы тер­геҙергә, тәғәйен бурыстарыбыҙҙы башҡарырға ынты­лайыҡ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, дәрә­жәбеҙҙе һаҡлап һәм күтәреп йәшәргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә