“Тапҡаным үҙемә булырға тейеш...”20.01.2017
– Улымдың өйләнгәненә һигеҙ йыл. Ошоғаса ҡатыны менән бергә тигеҙ тормош көттөләр, ике балалары үҫә. Яҡшы урында эшләгәнлектән, килен һәр саҡ хеҙмәт хаҡын күберәк алды. Ғаилә бер нигә мохтажлыҡ кисермәне. Өс ай элек иһә көтөлмәгән хәл булды: килен дин юлына баҫты. Ислам диненә ярашлы, ҡатын-ҡыҙ тапҡан аҡсаһын үҙе өсөн генә файҙаланырға хоҡуҡлы, тип улыма донъя көтөргә ярҙам итмәй башлаған. Дөрөҫмө был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
А. ИҪӘНОВА. Иглин районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Дин буйынса, мәғлүм ки, ғаиләнең иҡтисади нигеҙе өсөн ир-ат яуаплы. Ул яҡындарына йәшәү өсөн барлыҡ уңайлы шарттарҙы тыуҙырырға тейеш. Ә инде ҡатын-ҡыҙ эшләй икән, уның тапҡаны ғаилә ҡаҙнаһына индерелмәй. Үҙе риза булып биргән хәлдә генә аҡсаһының уртаҡ тотонолоуы ихтимал. Был, әйтеүемсә, дин ҡануны.
Ә бөгөнгө тормоштағы ысынбарлыҡтан сығып ҡарағанда, мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Йәмғиәтебеҙ бер быуатҡа яҡын тиерлек икенсе ҡоролош ҡанундары буйынса тәрбиәләнде. Шул арауыҡта динде белмәгән бер нисә быуын буй еткерҙе. Йәмғиәтте артынан ҡыуып йөрөтөп тигәндәй эшләткәнлектән, ир-аттың күбеһе үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрҙән ситләште, ҡушылғанды үтәүсегә, башҡарыусыға әүерелде. Мәсьәләнең хәл ителешен түрәләрҙән көтөргә, өмөтө аҡланмаған осраҡта власты ғәйепләргә ғәҙәтләнде.
Ғөмүмән, ул ҡоролош мәлендә күңелендә ихтыяр көсө, иман булмаған ир-ат төп тәғәйенләнешенән, көслө затҡа йөкмәтелгән бурыстарҙан ситкә тайпылды. Был урынды, мәғлүм ки, ҡатын-ҡыҙ тулыландырҙы. Улар ир-ат менән бер тигеҙ кеүек ҡарала башланы, ауыр хеҙмәткә егелде. Һөҙөмтәлә ике зат вәкилдәре лә төп бурыстарынан ситләтелде. Бөгөн сатлама һыуыҡта лом менән боҙ ярып йөрөгән ҡатындарҙы йәки йылдар буйы эшләмәйенсә өйҙә ятҡан “уҙаман”дарҙы осратабыҙ икән, был – ана шул “тигеҙләштереү” сәйәсәте эҙемтәһе.
Бер нисә тиҫтә йыл дауамында алып барылған тәрбиәне, әлбиттә, тиҙ арала үҙгәртеү мөмкин түгел. Йәмғиәткә дин яйлап ингән кеүек, ир менән ҡатын да төп тәғәйенләнешен мәжбүр итеүһеҙ төшөнөргә тейеш. “Мин Ислам ҡабул иттем, тапҡан аҡсам үҙемә булырға тейеш”, – тип ҡатындың кинәт белдереүе быға әҙерлекһеҙ ирҙең күңелендә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырыуы бар. Уның хатта ки дингә кире ҡарай башлауы ихтимал. Һөҙөмтәлә үҙ-ара мөнәсәбәттең ҡырҡыуланыуы, ғаиләнең ҡыйралыуы мөмкин. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр эш фекер алышып, кәңәшләшеп башҡарылырға тейеш. Ҡабаланмайыҡ. Дин – йәшәү рәүеше. Ул тормош шарттарын үҙ эсенә ала, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төп терәк-таяныс булып тора. Бер-беребеҙҙе аңлап, сабырлыҡ менән алға барғанда, иншаллаһ, диндең иң юғары ҡанундары буйынса йәшәй башларбыҙ.
Әлбиттә, был әйткәндәрем ҡатын-ҡыҙ донъя йөгөн егелеп тартырға, ирҙәр менән бер рәттән эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Гүзәл зат вәкиленең зауығына ярашлы, күңеленә хуш килгән шөғөлө булыуы уға һис тә зыян килтермәй, киреһенсә, һәләтен үҫтереүгә, замандан артта ҡалмауға булышлыҡ ҡыла. “Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен ярата”, — тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ә ауыр эш ҡатын-ҡыҙ өсөн түгел. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта бының киреһен күрәбеҙ. Ирҙәр йөгөн тартҡан гүзәл зат вәкилдәренең күбеһенең әсә бәхетенән мәхрүм булыуы айырыуса аяныслы. Тыуым кәмеүенең, һөҙөмтәлә белем усаҡтары ябылыуының, ауылдарҙың бөтөүенең сәбәбе, бәлки, ошондалыр ҙа.
Һәр беребеҙ үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәһәк ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә ирҙәрҙе ғәйрәтле, көслө, ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө итеп яратҡан икән, ошо сифаттарыбыҙҙы тергеҙергә, тәғәйен бурыстарыбыҙҙы башҡарырға ынтылайыҡ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, дәрәжәбеҙҙе һаҡлап һәм күтәреп йәшәргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.