Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Нуль быуын” беҙгә янамай...
“Нуль быуын” беҙгә янамай... “Нуль быуын” беҙгә янамай... Бер һеңлемә 18 йәш тулырға тейеш ине. Шундай көттө ул ун һигеҙ йәшен, әле әҙ генә йәшәлгән ошо ғүмеренең иң оло байрамы кеүек күреп, тулҡынланып көттө. Һәм бер көн миңә: “Һин минең 18 йәшемә Башҡортостандың ҙур байрағын бүләк ит!” – тип әйтеп һалды. Аптырап ҡалдым, хатта күҙҙәремә йәш килде. Беҙ бит ошо балаларҙы һәр саҡ “туң йәшелсә”, “нуль быуын”, “һеҙҙә ниндәй рух, ниндәй миллилек булһын ул” тип әрләйбеҙ...
Хәҙер, заманаһына ярашлы, йәш быуынды битәрләүселәр, “нуль быуын” йәки “идеаль йәшелсә” тип атаусылар бар. Улар башлыса 95-се йылдарҙан һуң тыуған йәштәр. Ата-әсә балаларын айфон, планшеттарынан, ҡолаҡсындарынан арындыра алмай. Ләкин был осраҡта йәштәрҙе әрләү дөрөҫ түгелдер, тип иҫәпләйем, сөнки ҡолаҡсынды ла, шул уҡ планшет йә айпадты ла атай менән әсәй үҙҙәре һатып алып бирә бит, нимә булырын белә тора бүләк иткәстәре, бында уларҙың үҙҙәрен ғәйепләргә кәрәктер. Ә, ғөмүмән, миңә ҡалһа, беҙ башҡаларға эйәреп кенә шулай әрләйбеҙ йәштәребеҙҙе. Миңә ҡалһа, улар һис тә генә лә изге төшөнсәләрҙе, милләтебеҙҙең асылын, тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға мөхәббәт тойғоһон аңламай түгел, хатта кәрәгенән күберәкте аңлай һәм ошо юҫыҡта камиллашырға тырыша.

Һәр нәмә тураһында һөйләр алдынан үҙеңдең шул эшкә булған йоғонтоңдо уйла, тип әйтәләр бит. Мин дә был юҫыҡта, үҙемдең тоҡомдаш ҡусты-һеңлеләрем миҫалында, милләтебеҙҙең киләсәге ҡурҡыныс аҫтында булмауын, йәғни “нуль быуын” тигән һүҙҙәрҙең башҡорттарға хас булмағанын иҫбатламаҡсымын.
Тәү нәүбәттә шуны ла әйтеп үтәйек: бала ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр. Тимәк, беҙгә, өлкәндәргә, бала­ларҙы әрләр алдынан үҙебеҙгә рухлыраҡ, әҙәплерәк, милли йәһәттән тотороҡлораҡ булырға кәрәк.
Бер ҡустым бар, ун йәш тирәһе. Ауылға бер ҡайтҡанымда уға “Ҡурай” риүәйәтен, “Таштуғай”, “Уйыл” кеүек тарихтарҙы, ҡыҫҡаса “Урал батыр”ҙы һөйләнем. Үҙем “Был аңлаймы, нимә кисерә икән?” тип иғтибар менән күҙәтәм, әҫәрҙәге хәл иткес, көсөргәнешле ваҡиғалар етһә, ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ оҙон керпектәренә күҙ йәше эленә, бына-бына илап ебәрер кеүек йотлоғоп тыңлай. Тағы ла ырыуҙар, аралар, тамғалар тураһында һөйләнем, һәм нығыраҡ аңлаһын өсөн Бөрйән, Ҡыпсаҡ ырыуҙарын, уларҙың тарихын бәйән иттем. Ә бөтөнләй аптыратҡаны шул булды: ошо һөйләгәндәремдән һуң ярты йыллап ваҡыт үткәс, тағы ауылға ҡайтһам, ҡустым: “Апай, теге ваҡыт һөйләп бөтмәгәйнең, ә Күсәк бей Ҡарағөлөмбәтте ни өсөн үлтергән?” – тип һораны.
Иҫ китерлек бит, тимәк, ҡустым һөйләгәндәремде аңына һеңдерә барған һәм, иң мөһиме, уға ысынлап та ҡыҙыҡ.
Шулай бер мәл ҡала менән сиктәш ауылдан ағайым ғаиләһе менән үҙебеҙҙең ауылға күсенеп ҡайтты. 11-12 йәштәрҙәге ике ҡустымдың аралашҡанын ишетәбеҙ. Олоһо: “Был ауылда тегендәге һымаҡ түгел бит, туғаным, беҙ бында “зинһар өсөн”, “ғәфү итегеҙ” тигән һүҙҙәр менән матур итеп һөйләшәйек, йәме”, – тине. Ошонда күрәбеҙ ҙә инде баланың яҡшылыҡты аңлауын һәм ҡустыһына әйтә белгәнен.
Бер ваҡыт һеңлемә дәрескә шиғыр ятлап килергә ҡушҡандар. Рәйес Түләктең “Себергә хат”ын ятлатам. Әлбиттә, 5-се класта ғына уҡыған бала өсөн был шиғыр ауыр бирелә. Әммә “оҡшай” тип ныҡышып ятланы, дәрестә һөйләп күрһәтеп “биш” алды. Бер нисә йыл үтһә лә, хәҙер ауылға ҡайтһам, шул шиғырҙы һөйләп күрһәтә. Уны шиғырҙа иң тәьҫирләндергәне, әлбиттә, “...бығаулы һөлдә тапһағыҙ берегеҙ, алып ҡайтығыҙ... Ул – бәлки, Буранбайҙыр” тигән һүҙҙәре ине. Шуға күрә шиғырҙың ни өсөн улайтып яҙылғанын аңлатып, Буранбайҙың тарихын һөйләү урынлы ине уға.
Бер ҡустыма туғыҙ йәш ине. Яҙ ҡарҙар иреп, һыуҙар ныҡ ташып, Һаҡмар йылғаһы өс-дүрткә бүленеп аҡҡан саҡ. Йылға буйына барғандар. Шунда өс-дүрт йәшлек кенә бер бала ярҙан һыуға ҡолап ағып киткән. Ҡустым уны-быны уйлап тормаған, һыуға һикереп, теге баланы алып сыҡҡан һәм өшөмәҫ элек тип йүгертеп баланы әсәһенең өйөнә алып барған. Кешеләрҙең әйтеүенсә, оло ташҡын йылғаға ҡойған ерҙә була был хәл һәм ҡустым баланы упҡынға бер нисә метр ҡалғас ҡына тотоп ҡала. Әгәр өлгөрмәһә, йә үҙе лә оло йылғаға төшөп китһә, икеһе лә харап була ине, тиҙәр. Бында мин балаларға хас булмағанса оло ҡаһарманлыҡты күрәм. Ошо түгелме һуң кешегә булған мөхәббәт тойғоһо, ошонда күренә түгелме һуң балаларыбыҙҙың кешегә ҡарата йылы мөнәсәбәте?!
Тағы бер ҡустымды иҫкә алам. Үҫмер сағы. Наркотиктар тураһында һүҙ сыҡты. Ул борсолоп, әрләп алып китте, миңә “һабаҡ биргән” һүҙҙәренән шуны иҫемдә ҡалдырғанмын: “Башҡорттар наркотик ҡулланмай!” Уйлап ҡараһаң, ниндәй йоғонтоло һүҙҙәр бит?! Ул 13 йәшлек баланың аңына, йөрәгенә, тимәк, башҡорт тик яҡшы, иң саф, иң изге милләт булараҡ һеңеп ҡалған.
Ә бер һеңлем бәләкәй сағынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр рәтенә ингән. Ул шундай алҡынып, талпынып, үҙаллы атлай алғандарға ҡарап ултырыр ине. Әлбиттә, телевизорҙан башҡорт милли кейемдәрендә нисек итеп бейегәндәрен дә күрәлер. Һәм бер ваҡыт ул, төшөнкөлөккә бирелеп, әсәһенә: “Мин бер ҡасан да башҡорт милли күлдәген кейә алмаҫмын инде”, – тигән.
Нисек кенә булмаһын, уның, әлбиттә, был теләген үтәмәү мөмкин түгел ине. Әсәһенең туғанының ҡыҙы бәләкәйҙән бейеүсе булды, уның милли кейемдәре лә бар ине. Шул кейемен Башҡортос­тандың икенсе осонда йәшәгән туғандарға ебәрҙеләр. Һәм һеҙ күрһәгеҙ ине, үҙаллы атлап йөрөй алмаған 11 йәшлек ошо һеңлемдең башҡорт милли кейемен кейеп нисек ҡыуанғанын... Ул шул тиклем ғорур ҙа, бәхетле лә ине. Башҡорт милли кейемен кейеп, һеңлем үҙен бөтә милләттәштәре менән бер тиң тойҙо. Улай ҙа булмай, үҙенең махсус уҡытыусыһына ҡурайҙа уйнарға теләүен белдергән. Әлбиттә, уҡытыусыһы ҡаршы килмәгән уға, Яңы йыл байрамына ҡурай бүләк итергә булған. Уйландырырлыҡ бит, хәле башҡа балаларҙыҡына ҡарағанда күпкә ҡайтыш булған һеңлем ни өсөн тап миллилеккә өҫтөнлөк бирә? Ни өсөн ул бер ҙә йә синтезатор, йә гитара һорамай, ә тап ҡурай һорай?
Әйткәндәй, миллилек тәңгәлендә йәнә ике һеңлем бөтөнләй аптырауға һалды. Бер һеңлемә 18 йәш тулырға тейеш ине. Шундай көттө ул ун һигеҙ йәшен, әле әҙ генә йәшәлгән ошо ғүмеренең иң оло байрамы кеүек күреп, тулҡынланып көттө. Һәм бер көн миңә: “Һин минең 18 йәшемә Башҡортостандың ҙур байрағын бүләк ит?!” – тип әйтеп һалды. Аптырап ҡалдым, хатта күҙҙәремә йәш килде. Беҙ бит ошо балаларҙы һәр саҡ “туң йәшелсә”, “нуль быуын”, “һеҙҙә ниндәй рух, ниндәй миллилек булһын ул” тип әрләйбеҙ... Өфөнөң абруйлы бер уҡыу йортоноң беренсе курсында уҡып йөрөгән һеңлемә һоҡланып та, ғорурланып та ҡараным, сөнки ул минән модалы джинсы ла, ҡолаҡсын да, стилле кейем дә һораманы, ә байраҡ бүләк итеүемде үтенде.
Шулай уҡ 16 йәшлек һеңлем дә Өфөлә уҡып йөрөй. Унан һәр саҡ, берәй урыҫса һүҙ әйтеп ысҡындырғанынан һуң: “Оят, башҡортса һөйләшергә онота башла­ғанмын”, – тип тырышып-тырышып бөрйән­сә диалектҡа ярашлы һөйләшергә тырышҡанын ишетә торғайным. Ә бер көн ошо ике һеңлем менән кис Салауат һәйкәленә сыҡтыҡ, әлбиттә, ял көндәрендә унда кеше күп, йәштәр ҙә бихисап ҡына. Ә был һеңлем тағы ла мине аптыратып “Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар, күп ырыуға баш йорттар” шиғырын көйгә һалып йырлап ебәрҙе. Арыу ғына йырлағас: “Һүҙҙәрен оноттом, артабан нисек әле?” – тине миңә. Уныһы мөһим түгел ине минең өсөн. Әлеге лә баяғы, беҙ әрләгән йәш быуындың был шиғырҙы яттан белеүе, Салауат һәйкәле эргәһендә тороп, бар халыҡ алдында шулайтып йырлап тороуы үҙе бер батырлыҡ бит.
Ошо хәлдәрҙән һуң башҡорт йәштәрен рухһыҙ, иманһыҙ тип әрләүебеҙ бик үк дөрөҫ түгел икәнен аңлай башланым. Ә ниндәй балалар үҫә бит?! Минең туғандарымдан тыш, тағы күпме шундай рухлы балалар, йәштәр бар! Улар сәхнәләрҙән сатнатып һөйләп тора. Милли йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе башҡара. Иғтибар итергә генә кәрәк уларға, көндәлек тормошта ла уларҙың башҡортлоҡҡа баҫым яһағанын күрәсәкбеҙ бит. Был юҫыҡта миңә бер танышым балалар баҡсаһында алты йәшлек ике баланың бәхәсләшкәнен һөйләгәйне. Уларҙың Влад исемлеһе: “Һин башҡорт түгел, шулай уҡ урыҫ”, – тип ирешә икән. Ә Ильяс иһә, йоҙроҡтарын төйнәп, һуғышыр сиккә етеп: ”Мин – башҡорт”, – тип бәхәсләшә, ти. Ошонан ғына ла күрергә булмаймы ни беҙҙең балаларҙың, йәш быуындың “нуль быуын” булмағанын, халҡыбыҙҙың киләсәге ышаныслы икәнен?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873