Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Биттең “кейеме” матур булырға тейеш
Биттең “кейеме” матур булырға тейеш Француздар әйтеүенсә, макияж – ул биттең кейеме. Ул дөрөҫ яһалған икән, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап туймаҫлыҡ. Матур һәм дөрөҫ биҙәнеү – сәнғәт. Макияжды нисек итеп эшләргә? Көндәлек биҙәнеү ниндәй булырға тейеш?
Ҡыш тән тиреһе айырыуса иғтибар һәм тәрбиә талап итә. Бит тиреһе, ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт асыҡ һәм уның кибеүе ихтимал. Биҙәнер алдынан макияж өсөн нигеҙ һөртөргә онотмағыҙ. Ҡар һыуыҡ төҫтә, шуға күрә ҡыш бары тик тәбиғи төҫтәрҙе ҡулланыу дөрөҫ булыр.
Ә йәй көндәрендә, киреһенсә, артыҡ эҫе булып, бит тиреһе ялтырай башлай. Был осраҡта асыҡ төҫтәге биҙәнгестәрҙе ҡурҡмай ҡулланырға мөмкин.
Кемгә һалҡын, ә кемгә йылы төҫтәр тура килә? Уныһы инде һәр кешенең шәхси эше.
Йыйырсыҡтар ҡайҙан барлыҡҡа килә? Тән тиреһенә дым етмәгән­лектән. Шуға кү­рә кремдарҙың дымландыра торғанын һайлаһаң, яҡшы булыр. Битегеҙҙе йыуғас та тартылһа, тирегеҙ ҡоро икән, тимәк, дымлылыҡ етмәй. Ә ҡытыр­шы­лыҡтар бул­һа, туҡландырыусы крем ярҙамға килер.
Аҙнаһына 15 минут ваҡытығыҙҙы бүлеп, битлектәр ҙә яһарға онот­мағыҙ. Күп ҡатын-ҡыҙҙар битенә крем һөртә лә шунда уҡ өҫтөнә тональ крем һылай. Косметологтар бы­ның менән һис килешмәй. Улар фекеренсә, крем башта һеңеп бө­төргә тейеш. Ярты сәғәттән генә макияж эшләгеҙ. Юғиһә ғәҙәти крем менән тональ крем да битегеҙгә һеңәсәк.
Тушты нисек дөрөҫ һайларға?
Косметологтар кәңәш итеүенсә, иң тәүҙә үҙегеҙгә уңайлы бумала һайлағыҙ. Уны дөрөҫ һайлаған осраҡта керпек­тәрегеҙҙе ҡупшы­ландыра ла, оҙонайта ла алаһығыҙ. Мәҫәлән, ҡыҫҡа керпектәргә ҡупшыландыра торған тушь бармай. Ғәҙәттә, уларҙың бумалаһы ҙур була, шуға ла тигеҙ итеп буялмай.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә