Француздар әйтеүенсә, макияж – ул биттең кейеме. Ул дөрөҫ яһалған икән, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап туймаҫлыҡ. Матур һәм дөрөҫ биҙәнеү – сәнғәт. Макияжды нисек итеп эшләргә? Көндәлек биҙәнеү ниндәй булырға тейеш?Ҡыш тән тиреһе айырыуса иғтибар һәм тәрбиә талап итә. Бит тиреһе, ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт асыҡ һәм уның кибеүе ихтимал. Биҙәнер алдынан макияж өсөн нигеҙ һөртөргә онотмағыҙ. Ҡар һыуыҡ төҫтә, шуға күрә ҡыш бары тик тәбиғи төҫтәрҙе ҡулланыу дөрөҫ булыр.
Ә йәй көндәрендә, киреһенсә, артыҡ эҫе булып, бит тиреһе ялтырай башлай. Был осраҡта асыҡ төҫтәге биҙәнгестәрҙе ҡурҡмай ҡулланырға мөмкин.
Кемгә һалҡын, ә кемгә йылы төҫтәр тура килә? Уныһы инде һәр кешенең шәхси эше.
Йыйырсыҡтар ҡайҙан барлыҡҡа килә? Тән тиреһенә дым етмәгәнлектән. Шуға күрә кремдарҙың дымландыра торғанын һайлаһаң, яҡшы булыр. Битегеҙҙе йыуғас та тартылһа, тирегеҙ ҡоро икән, тимәк, дымлылыҡ етмәй. Ә ҡытыршылыҡтар булһа, туҡландырыусы крем ярҙамға килер.
Аҙнаһына 15 минут ваҡытығыҙҙы бүлеп, битлектәр ҙә яһарға онотмағыҙ. Күп ҡатын-ҡыҙҙар битенә крем һөртә лә шунда уҡ өҫтөнә тональ крем һылай. Косметологтар бының менән һис килешмәй. Улар фекеренсә, крем башта һеңеп бөтөргә тейеш. Ярты сәғәттән генә макияж эшләгеҙ. Юғиһә ғәҙәти крем менән тональ крем да битегеҙгә һеңәсәк.
Тушты нисек дөрөҫ һайларға?Косметологтар кәңәш итеүенсә, иң тәүҙә үҙегеҙгә уңайлы бумала һайлағыҙ. Уны дөрөҫ һайлаған осраҡта керпектәрегеҙҙе ҡупшыландыра ла, оҙонайта ла алаһығыҙ. Мәҫәлән, ҡыҫҡа керпектәргә ҡупшыландыра торған тушь бармай. Ғәҙәттә, уларҙың бумалаһы ҙур була, шуға ла тигеҙ итеп буялмай.