Беҙ белмәгән күп тарихи факттарҙы һаҡлай халыҡ хәтере. Зәки Вәлиди тураһында йыйылған мәғлүмәт айырым иғтибарға лайыҡ, уны ишетеү, бер яҡтан, ҡыуаныс булһа, заман болғанышы үҙгәрткән яҙмыштар тетрәндергес.1949 йылғы Маһира Ҡорбанғәли ҡыҙы Ғәйнуллина (Әбүталипова) белгәндәрен Катаргановтар шәжәрәһенән башлап әлеге көнгә тиклем бик ентекләп һөйләне. Зәки Вәлиди исеменә лә бәйле был хәтер-яҙмалар: “Минең атайым Ҡорбанғәли Ғәбделхалиҡ улы – Әбештеке, инәйем Менәүәрә Миңләхмәт ҡыҙы – Бөрйәндән (Сәтәй-Бөрйән ауылы). Ҡартатайым Катарганов Дим буйы башҡорто булған. Элек малай тыуһа, мылтыҡтан атҡандар. Ул тыуғанда ҡышын тышта ныҡ һыуыҡ булған, бик ныҡ ҡатырған. Шунан балаға Ҡатырған тип исем ҡушҡандар...
Әбеш, Бикҡол, Күл, Ҡаран, Илсеғол, Себенле, Ҡыҙыл Юл, Кәминке, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Оло Ҡыпсаҡ (Әлшәй районы) ауылдары Катарганов ҡарттың ҡулында булған. Катарганов ҡартты Мәскәүҙән килгән Коменков тигән урыҫ оло шаҡмаҡ шәкәр, бер әсмүхә сәй биреп алдаған. Шунан Бәләкәй Ҡыпсаҡ менән Оло Ҡыпсаҡ араһындағы Коменко (Кәминке), Ҡыҙыл Юл ауылдары шул урыҫтың ерҙәре булып киткән.
Ҡартатайымдар, урыҫтар күбәйгәс, Димдең (Күгиҙел) бирге яғына сыҡҡан. Катарганов ҡарт ерҙәрен улы Әбүталипҡа биреп ҡалдырған.
Әбүталиптың иң бәләкәй улы Абдрахман атайымдың ағаһы булған. Абдрахман Ҡазан ҡалаһында уҡыған, Бәләбәй өйәҙенең кантоны булған. Ул Зәки Вәлиди менән бергә эшләгән. Атайым һөйләүенсә, Стәрлетамаҡтан пар ат егеп йөрөгәндәр. Матур ғына, бәләкәй буйлы, ыҡсым кәүҙәле ағай булған Зәки Вәлиди. Абдрахман бабайымды НКВД, татар милләтенән тип, иң беренсе Татарстандан, Миңзәлә, Һарытау яҡтарынан эҙләгән. 1937 йылда, атырға тип, ауылға киләләр...
1898 йылғы Миңләхмәт Ғарипов – ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы. Ут егет булған ул, ҡурайҙа уйнап торған сағында Зәки Вәлиди ҡарап торған да, бында кил әле, тип саҡырып алған. Ҡартатайым 20 йәшендә Зәки Вәлидиҙең писары булып, Төркөстанға сығып киткән. 1960-1961 йылдарҙа Мәскәүҙән барған журналистарға, тыуған еремде ныҡ һағындым, мине Башҡортостанға алып ҡайтығыҙ, тигәс, тегеләр, әле илдә үҙгәрештәр башланып тора (Хрущев заманы), ил тынысланғас, ҡайтырһың, ти. Зәки Вәлиди: “Минең хаҡта хаттарығыҙҙа яҙмағыҙ, туғандарымды, үҙегеҙҙекеләрҙе лә – бөтәһен дә атып бөтөрҙәр”, – тип тыйған була.
Зәки Вәлиди Әбештә Ишембәт күле янында туҡтала. Бөтә мылтыҡтарын, ата торған пушкаларын, башҡа ҡоралдарын һыуға ташлаған. Беҙҙең эҙ ҡалмаһын тип, пистолет-патрондарын шундағы ҡойоға күмдергән. Бала саҡта кәмәлә йөрөгәндә, ҡартатайым кәшмәк менән туҡылдатып күрһәтә торғайны. Уның бәләкәй генә йоҙаҡлы ҡумтаһы була торғайны, беҙ ҡарап торабыҙ, шуны һыуға ырғытты, ти атайым. Штыклы мылтыҡтарын соҡорға күмгәндәр. 1969 йылда шул урынды Мәскәүҙән вертолет менән килеп эҙләгәндәр, ҡоралдарын тартып сығара алмағандар, вертолет уртаға өҙөлә, тип әйттеләр, ти. Ишембәт күлен дә ныҡ бутағандар...
Зәки Вәлиди, 1919 йылда Әбешкә килеп, отрядын тулыһынса тарҡатҡан. Ғәбделхалиҡ ҡартатайым бәләкәй генә итеп тегелгән киндер ҡапсыҡтарға арпа, һоло, тары (ҡартатайым тары ла сәскән), һалам, бесән тултырып, уны “Шафран” станцияһына тиклем оҙатҡан. Үҙенең бына тигән аттарын да биреп ебәргән. Уларҙы поезға тейәп, биш-алты егете менән Зәки Вәлиди Төркөстанға юлланған. Ә бик арыған 17 башын ҡалдырып киткән. “Был – башҡорт тоҡомло аттар, юғалтмай һаҡла, ағай”, – тигән. Шул 17 аттың етәүһен атайымды дошман күргән кешеләр Үле Димгә (Дим ярындағы батҡыл тәрән ҡолаҡ) ҡыуып индереп батыра. 1921 йылғы аслыҡта ауыл халҡы шул аттарҙы сапҡылап, бәләкәй сана менән ташып ашаған. Бер әбей, Ғәбделхалиҡ ағайға рәхмәт инде, беҙҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡалды, тип һөйләй торғайны. Элек ҡартатайым: “Бына ошо урында Зәки Вәлидиҙең аттары торҙо”, – тип яр буйҙарын күрһәтә ине”.
Түләк Ғирфанов бабай ҙа Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылында булған Зәки Вәлиди тураһында белгәндәрен һөйләй: “Атайым Хәбибрахман Ғирфан улы Ғирфанов Әбеш ауылынан. Уның ағаһы Фәйзрахман 1914 йылда Герман һуғышында ҡатнашҡан. Фәйзрахман бабайымдың ҡатыны Зөһрә әбейем (Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылынан) мине күргән һайын гел генә “Шәүәли абзыйым” тип һөйләй торғайны. Йәш саҡта бер ҡолағыңдан инһә, икенсеһенән сығып бара, иғтибар биреп, һөйләгәндәрен яҙып та ултырмағанмын.
Бер саҡ шулай университетта уҡығанда, иҫкә төшөрөп, Шәүәли тураһында һораштым. Ул Зөһрә әбейемдең бер туған ағаһы булып сыҡты. 1894 йылғы Шәүәли (Шаһвәли) Хажғәли улы Ибраһимов мәҙрәсә тамамлап, Баймаҡ районының Билал ауылында уҡытыусы булып эшләй. Граждандар һуғышы башланғас, Муса Мортазиндың отрядына ҡушылып китә. Шунда Зәки Вәлиди менән таныша. (Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында бер нисә урында Шаһвәли арҡаҙашым тип телгә алынған. – Авт.).
“Бер мәл Шәүәли абзыйым Зәки Вәлиди менән Ҡаранға килеп сыҡты”, – тип һөйләй Зөһрә әбейем. Бәрәкәт, мин әйтәм, был әбей шаштырып ебәрә түгелме һуң? “Әбей, – мин әйтәм, – нисек Ҡаранға килеп сыҡты, ниндәйерәк кеше ине ул?” “Ҡара ғына, тәпәш кенә буйлы, йыуантыҡ, шаҙра ине”, – ти. Әҙәби әҫәрҙәрҙә Вәлидиҙе, ысынлап та, шулай һүрәтләйҙәр бит. Әбейем китап уҡып ултырмай, уның һөйләгәндәре ысынбарлыҡҡа тап килгән кеүек. Мин, ҡыҙыҡһынып, ныҡлап һораша башланым. Шәүәли менән Зәки Вәлиди, ысынлап та, Стәрленән ҡайтып барғандарында Илсеғол һәм Ҡаран ауылдарында туҡтап, Шәүәлиҙең атаһы Хажғәли һәм уның бер туған ағаһы, ауыл муллаһы Миңлевәлиҙәр менән йыйылып һөйләшеп тора.
Аҙаҡ Шәүәли Зәки Вәлиди менән Төркөстанға китә. Һуңғараҡ Вәлиди, башҡорт халҡына хат яҙып, Шәүәлиҙе Башҡортостанға ҡайтара. (Зәки Вәлидиҙең был яҙмаһы билдәле. – Авт.). Бына шул хатты итек ҡуңысының эске яғына тегеп, нимә тура килә шуға эләгеп (ишәктә, дөйәлә), байтаҡ поезға ултырмайынса (сөнки унда ҡыҙылдар күп була) бара.
Аҙаҡтан, Ҡаҙағстанға етер ерҙә поезға ултыра, шунда холера эләктерә булһа кәрәк, ауырып китә. Силәбе өлкәһенән ҡаты яраланған полк командиры менән бергә килә. “Сүлиә” станцияһында был командирҙы бер шәфҡәт туташы ҡаршы ала. Хәлһеҙләнгән Шәүәлиҙе лә, үлеп ҡуймаһын тип, алып ҡалалар. Шәүәли иҫенә килә, терелә, Өфөгә барып Муса Мортазинға хатты тапшыра... 1937 йылда Шәүәлиҙе ҡулға алалар һәм икенсе йылына Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Дауыт Юлтый менән бергә аталар. Шәүәлиҙең Сәймә исемле ҡатыны улы Түләк, ҡыҙы Фәриҙә менән Силәбегә ҡайтып китә...”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Түләк Ғирфанов бабай был туғандарының артабанғы яҙмышын тулыһынса асыҡлай алмаған, Сәймәнең улы Түләктең үлеп ҡалғаны билдәле, ә ҡыҙы Фәриҙәгә хат яҙып ҡараһа ла, яуап ала алмаған. Бәлки, ул заманда Фәриҙә хат яҙырға ҡурҡҡандыр ҙа. Шулай ҙа бөгөн Түләктең һәм Фәриҙәнең туғандары, ейәндәре ошо яҙмаларҙы уҡып, Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылында йәшәгән Түләк Ғирфанов бабай менән бәйләнешкә инер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
ХХ быуаттың беренсе яртыһы – замандың аңлы быуынын аяғынан йыҡҡан ҡанлы осор – башҡорт халҡының ғына түгел, илдә йәшәгән һәр милләттең кисергән яҙмышы. Юҡ ителгән, бәлки, халҡыбыҙҙы күтәрер тыумай ҡалған шәхестәр, өҙөлгән тамырҙар... Һәм, бәхеткә күрә, яҡты донъяға тыуған беҙҙең быуын... Үткәндәргә ҡарап, үҙебеҙҙең иңдә ниндәй яуаплылыҡ барлығын тойһаҡ ине ошо саҡта, үҙ йөҙөбөҙҙө күрһәк һәм үҙ баһабыҙҙы белһәк ине. Сөнки халыҡ хәтере, тарих төпкөлөнән урғылған мәңгелек шишмә кеүек, бөгөнгөбөҙгә, ә бөгөнгөбөҙҙән һәр беребеҙҙең тырышлығы менән киләсәккә йүнәлеш биргән баҫҡыстарының береһелер.
Бөйөк шәхестәребеҙ исемен, халыҡҡа еткерелергә тейешле тарихи әҫәрҙәребеҙҙе телгә алыуҙы, хатта дини инаныуыбыҙҙы тыйған замандар булған. Бөгөн килеп, күп юғалтыуҙар, үҙгәрештәр аша ил ҡеүәтен һаҡлаған, тарихи булмышыбыҙҙы күрһәтер шәхестәребеҙҙе өйрәнәбеҙ. Тамырыңды белмәйенсә тороп, бөгөнгөнө белеү мөмкин түгел тигән һүҙҙәрҙең мәғәнә айышына, тәрәнлегенә бөгөн килеп ҡабаттан инандым.
Заман үҙгәреү менән бергә халыҡ ижады ла тарих төпкөлөнә ҡалып, юғалтыуҙарға дусар була. Ә бит ваҡытында яҙып алынған әйберҙәр, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булып, бәхеткә күрә, һаҡланған эпос-ҡобайырҙарыбыҙ һәм беҙ белергә тейешле, тәрән моңло халыҡ йырҙары, милләттең иң боронғо тамырҙарын, йөҙөн күрһәтер йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, тарихыбыҙ киләһе быуынға еткерелергә тейеш. Ә уларҙы күпте күргән оло быуындан һорашып белергә, өйрәнергә тырышыу – һәр кемебеҙҙең бурысы.