Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Жигули” бер заман “Мерседес”ты ҡыуып етәсәк...
“Жигули” бер заман “Мерседес”ты ҡыуып етәсәк... – Беҙҙең ил йыһанға караптар осора, ә ни өсөн Көнбайыштағынан яҡшыраҡ автомобилдәр эшләп сығара алмай һуң? – Бер саҡ Өфө моторҙар берекмәһенең ул саҡтағы генераль директоры Валерий Лесуновтан шулай тип һорағайным. Башҡортостандың ауыр сәнәғәт өлкәһендәге иң тәжрибәле белгестәренең һәм ойоштороусыларының береһе был мәлдә ошо ғәйәт ҙур предприятиеға етәкселек итә генә башлағайны.
Бер аҙ уйланып ултырғас, Валерий Павлович былай тине: “Бер генә тармаҡты башҡалары иҫәбенә үҫтереп булмай шул, автомобиль сәнәғәте лә илдең дөйөм иҡтисады хәле менән бергә генә яҡшыра ала. Әйтәйек, барлыҡ социаль программалар өсөн тәғәйенләнгән сығымдарҙы туҡтатыу йәки ныҡ сикләү юлы менән донъяла конкурентлыҡҡа һәләтле яңы автомобиль маркалары етештереүҙе яйға һалдыҡ, ти. Быны күҙ алдына килтереүе ауыр, әлбиттә, ләкин шуныһы ла бар: ул арала сит илдәрҙең ҡеүәтле концерндары ла тик ултырмаясаҡ бит. Тимәк, тап беҙҙең автомобилдәрҙең иң үтемле булырына бер кем дә гарантия бирә алмай”.
Лесунов етәкселегендә “Газпром” өсөн ҙур заказдар үтәү мөмкинлеге алыу моторҙар берек­мәһен иҡтисади һәләкәттән ҡот­ҡарып ҡалды. Күрәһең, яңы һәм шәп автомобиль двигател­дәре эшләй башларҙан алда коллективты һаҡлап ҡалыу һәм уның киҫкенләшә барған социаль мәсьәләләрен яйға һалыу талап ителгәндер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Валерий Лесунов үҙ хыялдарын тормошҡа ашырып өлгөрмәне. Ә Рәсәй авто­мобиленең ҡасан да булһа сит ил машиналарынан өҫтөнөрәк була башларына өмөт өҙөлмәй.
Дөрөҫ, Ватаныбыҙҙың автомобиль сәнәғәте даими үҙгәрә һәм камиллаша бара, ләкин башҡа илдәрҙәге кимәлде ҡыуып етә алмай әлегә. Был ошо өлкә­нең үҙ юлында күп проблема­ларға һәм кәртәләргә осрауына бәйле.
Автозаводтарҙың артта ҡа­лыуына сәбәпсе булған бер нисә төп мәсьәләне айырып күрһәтергә мөмкин. Уларҙың тәүгеһе – дәү­ләт, Ватан һәм сит ил компаниялары яғынан инвестицияның аҙ йәлеп ителеүе. Күп кенә инвес­тор­ҙар был тармаҡҡа аҡса тото­ноуҙың төшөмлө булырына шик­ләнә, табышын башҡа тараф­тарға йүнәлтергә тырыша. Рәсәй предприятиеларының, айырыуса ошо автозаводтарҙың инвестиция йәлеп итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә белмәүе лә бында үҙ ролен уйнайҙыр инде. Илебеҙ компаниялары тармаҡты үҫтереүгә сит ил конкуренттары менән сағыштырғанда дүрт-биш тап­ҡырға аҙыраҡ инвестиция тотона. Тимәк, был йәһәттән финанс механизмдары ла йоғонто бирерлек итеп эшләнмәгән әле.
Етештереү майҙандарының аҙ булыуы һәм техник яҡтан артта ҡалыу ҙа күптән хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр булып иҫәпләнә. Автомобиль етештереүгә махсус­лашҡан предприятиеларҙа физик ҡына түгел, әхлаҡи яҡтан да иҫкергән технологик ҡорамалдар ҡулланыла. Улар, әлбиттә, хан заманында уйлап табылған моделдәргә яраҡлашҡан, айырым өлөштәрен ялғап-ҡорап яңыр­тырға тырышыу ғына көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй: конвейерҙан сыҡҡанда ялтырап торған машиналар артабан файҙаланыу барышында әле бер, әле икенсе кәмселектәрен күрһәтеп кенә тора.
Автомобиль өсөн комплектлау әйберҙәренең төрлөлөк яғынан бай булмауы һәм сифатһыҙлығы, таможня сәйәсәтенең йыш ҡына автомобиль эшләү сәнәғәте мән­фәғәтенә тура килмәүе, пред­прия­тиеларҙың ғилми-тикше­ренеү һәм тәжрибә-конструк­торлыҡ эшенә ғәмәлдә иғтибар итмәүе шулай уҡ алға барыуҙы тотҡарлай. Халыҡ хужалығының һәр тармағындағы кеүек үк, бында ла эштең һуңғы һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныу хәл иткес булып тора. Ләкин шул уҡ ваҡытта сифат күрһәткестәрен яҡшыртыу матди яҡтан тейешенсә дәртлән­дерелмәй. Был иһә, үҙ сиратында, кадрҙарҙың оҫталыҡ кимәлен күтәреү өсөн шарттар ҙа булдыра алмай.
Күрһәтелгән шарттар, нигеҙҙә, еңел автомобилдәргә ҡағыла, сөнки Рәсәйҙең йөк машиналары донъя баҙарында үтемле. Шулай ҙа иҡтисади көрсөк был төр транс­портҡа ла ҡағылмай ҡал­маны: былтыр йөк автомашиналары эшләп сығарыу, 2012 йыл (көрсөккә тиклемге һуңғы уңышлы йыл) менән сағыштырғанда, 39 процентҡа кәмене.
Илебеҙҙең автомобиль сәнә­ғәте хеҙмәт етештереү­сәнлеге буйынса ошо баҙарҙағы алдынғы компанияларҙан ике-өс тапҡырға ҡалыша. Эксперттар фекеренә ҡарағанда, был тармаҡта эшлә­гәндәр һаны (ярҙамсы предприя­тиеларҙан һәм хеҙмәт­ләндереү өлкәһенән тыш) 2020 йылға 400 мең кешенән артмаҫҡа тейеш. Иң яуаплы операци­яларҙы автоматтарға тапшырыу, эш хаҡының күбәйә барырға тейешлеген иҫәпкә алыу ҙа был һанды ҡулайлаштырырға мәжбүр итәсәк.
Автомобиль баҙарының һүлпә­нәйеүе көтөлмәгән хәл булманы, уны бер нисә йыл алдан иҫкәрт­теләр. Шуға күрә дәүләттең һуңғы йылдарҙағы иҡтисади эшмә­кәрлеге һәр тармаҡҡа заманға яраҡлаштырыуға һәм конкурент­лыҡҡа һәләтен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Автомобиль сәнәғәте кеүек ҡатмарлы өлкәне үҙгәртеп ҡороу еңелдән түгел, әлбиттә, әммә был йүнәлештә лә аҙымдар ышаныслыраҡ була бара.
Юлдарҙа күреүебеҙсә, яңыр­тылған автомобилдәр етештереү байтаҡтан бирле бара. Мах­суслашҡан ҡорамалдар эшләү ҙә яйға һалына, инновациялы технологиялар ҙа ҡулланыла. Ләкин... әлегә бының өсөн иҫке техниканы файҙаланырға мәж­бүрҙәр. Хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы йылдарҙа заводтарҙа заманса сит ил ҡорамалдары урынлаштыра башланылар. Ҡайһы бер автомобиль компаниялары ҡатмарлы һәм юғары сифатлы комплектлаусы өлөштәр етештереүҙә маҡсат итеп ҡуйған махсус проекттарҙа ла ҡатнаша.
“АСМ-Холдинг” йәмғиәте күптән түгел үткәргән конференцияла әйтеүҙәренсә, дәүләт ошо тармаҡҡа ярҙам йөҙөнән 43,3 миллиард һум аҡса бүлгән, һөҙөмтәлә автомобиль баҙары, ҡайһы берәүҙәр юрағанса, бөлгөнлөккә осрап туҡтап ҡалманы. Тап дәүләт ярҙамы нигеҙендә былтыр 523 меңдән ашыу автомобиль һатылды (барлыҡ төрҙәге). Ташламалы автокредит буйынса 220,9 мең, паркты яңыртыу программаһына ярашлы – 324,8 мең, ташламалы лизинг шарттарында 33 мең “тимер ат” үҙ хужаһын тапты. Бөтә был һәм башҡа саралар Рәсәйҙең автомобиль етештереү сәнәғәтен яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеген бирәсәк. Белгестәр раҫлауынса, билдәләнгән саралар уңышлы тормошҡа ашырылған хәлдә, беҙҙең машиналар ватан баҙа­рында ғына түгел, сит илдәрҙә лә үтемле була барасаҡ.


Автор: Р.КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә