Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдәрҙә ҡалды йырҙары
Күңелдәрҙә ҡалды йырҙары Мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр концертта өс айлыҡ сағымда булғанмын. “Беҙҙең яҡҡа Мәғфирә һәм Наил Ғәлиевтәр концерт менән килгәйне. Бик бараһы килә, ҡалдырыр кеше булмағас, һине лә алдыҡ. Илаҡ булһаң да, ике сәғәттән ашыу барған концертта тын алған тауышың да сыҡманы, – тип хәтерләй әсәйем. – Әҙәмде шаҡ ҡатырып, күҙ асып йомған арала кейемдәрен алмаштырып, әллә күпме телдә йырлағайны шунда”. Тимәк, Мәғфирә Ғәлиеваның тауышы сабый сағымдан уҡ ҡолағыма кереп, зиһенемә һеңеп ҡалған.
Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған саҡта, сәхнәгә өйрәнәм тип, хәҙерге “Йәш­тәр һарайы”на барҙым. “Беҙҙә та­нылған йырсы Мәғфирә Ильяс ҡыҙы Ғәлиева эшләй”, – тине мәҙәниәт һара­йының художество етәксеһе Вера Бурмистрова. Сәнғәт училищеһында уҡыуҙан тыш, үҙебеҙсә әйткәнсә, “Юбилейкаға” йүгерәм. Күп нәмәгә өйрәндем был танылған сәхнә оҫтаһынан. Һуңыраҡ һабаҡташым Венер Камаловты ла саҡыр­ҙым. Венер, йыр студияһына йөрөүҙән тыш, бында эшләп килгән халыҡ театрында ла уйнаны. Уның артабан актер булып китеүендә “Юбилей” мәҙәниәт һарайының да йоғонтоһо бар.
Йыр студияһына йөрөүселәр күп булды. Эстрада йырҙары менән бер рәттән, операларҙан ариялар, классик компози­торҙарҙың романстарын да өйрәтте Мәғфирә апай. Мәскәү дәүләт консер­ваторияһында уҡыған йырсының тауыш мөмкинлеге бик ҙур ине. Көслө, киң диапазонлы, драматик сопрано тауышлы Мәғфирә Ғәлиева уҡыған йүнәлеше буйынса эшләһә, илдә танылған опера йырсыһы булыр ине. Үкенесе юҡ, яҙмыш уны шәп музыкант Николай Голов (Наил Ғәлиев) менән осраштыра. Һоҡланырлыҡ ғаилә дуэты барлыҡҡа килә. Вокал студияһында йөрөгән саҡта мәҙәниәт йортонда үткән төрлө сараларҙа, ул ваҡыттарҙа йыш ойошторолған агитпоезд, агитавтобус, агиттеплоходтарҙа йөрөп, тимер юлсылар, ауыл хеҙмәтсәндәре, йылғасылар алдында күп сығыш яһаныҡ. Был хеҙмәтебеҙ өсөн беҙҙе Литваға туристик юллама менән бүләкләнеләр. Мине “Башҡортостан ҡыҙы” журналы үткәргән сараларға ла йәлеп итте Мәғфирә апай.
Журналист булараҡ та ҡәләме бар ине Мәғфирә Ильяс ҡыҙының. Үҙен борсоған темалар менән матбуғат баҫмаларында ла сығыш яһап торҙо. Улдары Вячеслав Николаевичтың журналист, “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире булып китеүе юҡҡа ғына түгел. Ҡатнаш ғаиләлә үҫһә лә, башҡортса таҙа һөйләшеүе үҙе бер һоҡландырғыс күренеш ине.
Студент йылдарында Ғәлиевтәрҙең ижади ғаиләһе менән ныҡ аралаштым. Өйҙәрендә, йәйгеһен Өфө янындағы баҡсаларында йыш булдым. Йырсы булырға әҙерләнгән кешегә Наил ағай менән Мәғфирә апай күп һабаҡ бирҙе. Эстрадабыҙҙа иң беренсе инструменталь ансамблде тап Наил Ғәлиев ойоштора. “Татар халыҡ йыры” тип йөрөтөлгән “Бөрлөгәнем” йырын Резеда Вәлиева шиғырына Наил Ғәлиев яҙғанын күптәр белмәй. Мәғфирә апайҙың моңо урыҫ милләтле Николай Голов – Наил Ғәлиевте шулай халыҡ йыры булырлыҡ көйҙәр яҙырға илһамландырған. Композиторҙың “Оҙата кил”, “Һағындым, ауылым”, “Өс егет” һәм башҡа күп йырҙарын төрлө быуын йырсылары яратып башҡара. Татар халҡының мәшһүр йырсыһы Әлфиә Авзалованың репертуарында Наил Ғәлиевтең йырҙары, шулай уҡ Мәғфирә апайҙың репертуарынан “Элмәлек”, “Тәнәкәй”, “Ете егет” кеүек халыҡ йырҙары бар. Өфөгә гастролгә килгәнендә Әлфиә Авзалова сәхнәнән Мәғфирә менән Наил Ғәлиевтәрҙе маҡтап үткәйне.
Мәғфирә Ғәлиева өсөн Татарстан композиторҙары ла йырҙар яҙған. Миндә ҡасандыр ул биргән йыр нотаһы һаҡлана. Тексының аҫтында яҙыуы ла бар: “Мәғфирә йәнем! “Ғабдулла Туҡай” теплоходында Ағиҙел буйлап ялда йөрөп ятам. Өфөгә килгәйнем. Һеҙгә һуғылдым. Гастролдә, тинеләр. Оҡшаһа, бер йыр ҡалдырам. Һине яратып, Сара апаң Садыҡова”. “Бөтөн ғүмергә” тигән был йырҙы Мәғфирә апай радиоға яҙҙырмаған буғай. Үкенес, туҡтауһыҙ гастролдәрҙә йөрөүе арҡаһында йырсы күп йырҙарын радио фондына яҙҙыра алмай ҡалған. “Бер генә үкенесем бар – гөрләтеп эшләгән осоромда башҡорт халыҡ йырҙарына аҙ иғтибар бүлгәнмен”, – ти торғайны Мәғ­фирә апай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул беренсе булып халыҡҡа еткергән, олатаһынан мираҫ булып ҡалған “Хисам”, “Ете егет”, “Тәнәкәй” кеүек йырҙары – башҡорт йыр сәнғәтенең аҫыл өлгөләре.
Гастролдәр географияһы ла бик киң була Ғәлиевтәрҙең. Башҡортостандан тыш, Татарстан, Урта Азия республикаларында, ғөмүмән, Советтар Союзының барлыҡ төбәктәрендә лә көтөп алалар уларҙы. Мәғфирә Ғәлиева Мәскәү артистары менән бергә сит илдәрҙә лә күп була. Юлдарҙан йырҙар эйәреп ҡайта. Урыҫ, яҡут, әрмән, ҡаҙаҡ, тажик, төркмән, ҡалмыҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, мари, сыуаш, татар һәм башҡа телдәрҙә йырлаған Мәғфирә Ғәлиева, остазы – СССР-ҙың халыҡ артисы, төрлө телдәрҙә йырлаған латыш милләтле йырсы Ирма Яунземдың иң отҡор, һәләтле уҡыусыһы була. Мәскәүҙә үткән эстрада артистарының Бөтә Союз конкурсында дипломант исемен яулаған Мәғфирә Ғәлиеваны төрлө тел­дәрҙә йырларға өйрәтә. Мәскәүгә йөрөп, төрлө милләт йырҙарынан торған бер нисә программа эшләй. Был – респуб­ликабыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙәге ғәжәп һирәк күренеш. Программаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр әле булһа хайран ҡалып һөйләй.
– Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән саҡта барлығы алтмыш телдә йыр өйрәндем. Шуларҙың ҡырҡтан ашыуын сәхнәгә сығара алдым. Ҡалғандарын, костюмдар тегелмәү сәбәпле, күрһәтә алманым, сөнки тамашасыға һәр халыҡтың телендә генә түгел, милли кейемендә башҡарһаң ғына ҡыҙыҡ була, – тип һөйләгәйне йырсы.
Ижады Ирәмәл тауы хәтле булды. “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән исем дә бирелде. Бик сибәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң яҡшы сифаттарын үҙендә туплаған олуғ шәхес ине Мәғфирә апай.
Башҡорт йыр сәнғәтендә ҙур мираҫ ҡалдырҙы ул. Күптән инде сәхнәнән китһә лә, тамашасының күңелендә ҡалды. Уның репертуарынан йырҙарҙы йәш йырсылар йырлай. Йырлаһындар...


Автор: Харис ШӘРИПОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә