Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был көрәштең хаҡы юғары
Был көрәштең хаҡы юғары Күрше “фанфурик” һата. Бөтөн подъезд уның был “эшҡыуарлығы”нан зар илаһа ла, быға тиклем ошо проблемаға ҡолаҡ һалған кеше булманы. Бизнес сәскә ата бирҙе. Ә бит осһоҙ иҫерткес эсемлек һорап кем генә килмәй!
Суррогат алкоголь һуңғы осорҙа бер беҙҙең ауылдың ғына түгел, тотош илдең баш бәләһенә әйләнде. Беренсенән, ул һаулыҡ өсөн айырыуса зыянлы булһа, икенсенән, ҡыйбатыраҡ йылтыр шешәләрҙе ҡыҫырыҡлап, баҙарҙы яулай бара. Мәғлүмәттәр буйынса, былтыр республиканың күпселек райондарында тыйылған алкоголь продукцияһын һатыусыларҙы асыҡлау өсөн 200-ҙән ашыу рейд үткәрелгән. Был тикшереүҙәр һөҙөмтә­һендә иң күп етешһеҙлек Өфө, Яңауыл, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалала­рында теркәл­гән. Етешһеҙлектәрҙең күбеһе лицензияһыҙ алкоголь һатыуға һәм ялған акциз маркалары йәбеш­тереүгә ҡайтып ҡала.
2015 йылда ошондай рейдтар һөҙөмтәһендә ялған араҡы һатыу­сыларға ете миллион һум күлә­мендә штраф һалынған. Тауар әйләнешенән 94 мең литр “шайтан һыуы” тартып алынған. Бөрө, Бәләбәй, Ишембай, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында һәм Мәләүез районында иһә йәшерен эшләгән цехтар ябылған. Ошо юҫыҡта законһыҙ эшҡыуар­лыҡ, ялған акциз маркалары йәбештереү һәм алкоголь менән бәйле башҡа 40-тан ашыу енәйәт теркәлгән.
Ялған араҡының киң таралыуы тураһында етди һөйләшеүҙәр күптән алып барыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да был мәсьәләгә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтыуы проблеманың көнүҙәк булыуы тураһында аныҡ һөйләй. Сығыштарының береһендә ил етәксеһе алкоголь баҙарында законды боҙоу осраҡтарын наркотик матдәләр таратыу һәм ҡулланыу кеүек етди ғәйепкә тиңләргә саҡырҙы. Күп тә үтмәй, был мәсьәлә менән шөғөллә­нәсәк Хөкүмәт комиссияһы төҙөргә ҡарар ителде.
Башҡортостанда былтыр тәүге ярты йыллыҡта ғына химик матдәләр менән 2 260 кеше ағыуланған, шуларҙың 350-һе үлгән. Вафат булғандарҙың 30,6 проценты спирт продукцияһы менән ағыуланған булған. Әйткәндәй, бындай осраҡтар йышыраҡ Дүртөйлө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл ҡалаларында һәм Хәйбулла районында теркәлгән. Шуныһы ҡурҡыныс: уларҙың исемлегендә 14 – 16 йәшкә тиклемге балалар ҙа бар.
Был һандарға күҙ һалғандан һуң шундай һығымтаға киләһең: ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәштә ауыл советтары етәкселәре, участка полицияһы хеҙмәткәрҙәре әүҙемерәк шөғөлләнергә тейеш. Ә был вәкәләтле органдар әлеге мәсьәләгә нисегерәк ҡарай икән? Ноябрь башында әлеге лә баяғы күршенең эшмәкәрлегенә зарланып, ауыл советы етәксеһенә лә, участка полицейскийына ла мөрәжәғәт иттем. Шылтыратҡанда ауыл советы рәйесе, тап ошо мәсьәлә буйынса ярҙамсыларын, депутаттарҙы һәм участка полицейскийын саҡырып, кәңәшмә үткәргән саҡҡа тура килдем. Ауыл ерендә бер-береңә яла яғыу, хәбәр йөрөтөү килешмәгән ғәмәл һанала. Әммә күрше апайға күпме генә өндәшһәк тә, килемле “бизнесын” ябырға уйлап та бирмәгәс, башҡа юл юҡ һымаҡ. Подъезда йәшәгән оло кешеләргә, йәш бала тәрбиәләгән ғаиләгә күпме уңайһыҙлыҡ тыуҙыр­ғанлығына күҙ йома. Был хәл бер йыл дауам итте. Һәр түҙемлектең дә ахыры була. Ҡыҫҡаһы, шылтыратыу бушҡа булманы. Бер нисә көндән хоҡуҡ һаҡсылары контроль һатып алыуға кеше ебәргән һәм күршегә үҙенең эшмәкәрлеге өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Шулай булғас, был йәһәттән система теүәл эшләй һымаҡ. Тик ҡайһылыр этапта өҙөклөк барлыҡҡа килә бит!
Ҡайһы берәүҙәр билдәләүенсә, ялған араҡыны легаль продукция ярҙамында ғына баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарырға мөмкин. Бының өсөн бары тик лицензияһы булған эшҡыуарҙарға продукция төрлөлөгөн байытырға, эконом-кластағы араҡының барлыҡ төрҙәгеһен һатырға рөхсәт итергә кәрәк. Тыйылған араҡының магазин кәштәләренә эләкмәүен контролдә тотоу мөмкин әле. Ә бына “фан­фурик”тарға ҡаршы көрәш ауырыраҡ бирелә. Улар йәшерен рәүештә һатыла. Кәштә аҫтынан да байтаҡ “осоралар”, тәғәйен фатирҙарҙан да һаталар. Хатта “фанфурик” биргән автоматтар ҙа уйлап сығарҙылар. Нисек кенә булмаһын, көрәш дауам итә. Уның хаҡы юғары – кеше ғүмере һәм милләт сәләмәтлеге.
Күптән түгел Иркутск ҡалаһында “фанфурик”тарҙан ағыуланыусылар тураһында мәғлүмәт бөтөн Рәсәйҙе тетрәтте. Йөҙгә яҡыны дауаханаға эләкте, 70-тән ашыуы һәләк булды. Белгестәр был ваҡиғала етештереү­селәрҙе ғәйепләй. Этил спирты урынына улар икенсе спирт ҡулланған булып сыға. Шулай ҙа был мәсьәләгә тикшереү яуап бирер.
Ә бына “Энәлек төнәтмәһе” тип һатылған дарыуҙың составында спирт­тың күп булыуы арҡаһында “һуғырға” әүәҫтәр араҡы урынына ҡулланыуы көн кеүек асыҡ. Аҡсалата һанаһаң, бер ярты урынына өс “фанфурик” алыу күпкә осһоҙораҡҡа төшә. Уның хаҡы ни бары 20 – 25 һум. Өфөнөң “Үҙәк баҙар” туҡталышында тиҫтәләгән аптека бар. Ҡыҙыҡ өсөн төш мәлендә шуларҙың һәр береһенә инеп сыҡтым. Өс аптекала “фанфурик” һатыуҙы тыйғандар. “Бынан ары спиртлы төнәтмәләрҙе һатыуға ҡуймайбыҙ”, – тип ышандырҙылар. Биш аптекала “фанфурик”тың нимәгә кәрәклеген дә һорап торманылар. Дүртеһендә иһә төнәтмәне нисек ҡулланырға өйрәт­теләр. “Быуындар һыҙлағанда компресс эшләргә кәрәк, тик эсергә түгел”, тип иҫкәрттеләр.
Ә бына хужалыҡ тауарҙары һатҡан магазинда иһә кәштә аҫтынан йылтыр шешәләрҙе “осоралар” ғына! Тауар һайлаған булып юрамал оҙағыраҡ торҙом. Таушалған ҡиәфәтле, йонсоу сырайлы ирҙәр ҙә, махмырҙан ыҙа сиккән ҡатын-ҡыҙҙың да был магазинға күптән һуҡмаҡ һалғаны күренеп тора. Улар ишектә пәйҙә булыу менән, һатыусы кәштә аҫтынан шешәләр сығара. Улар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай. Бары тик ым-ишара менән аңлашалар. Эскелек зәленән сирләгән һатып алыусы бармаҡ менән нисә шешә кәрәклеген күрһәтә лә аҡсаһын сығарып һала...

Был көрәштең хаҡы юғары Азат ӘСӘҘУЛЛИН, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, БДМУ-ның психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһы доценты, Республика наркология диспансерының бүлек мөдире:

– Алкоголле эсемлек ҡул­ланыу – сәләмәтлекте ҡаҡ­шатҡан төп сәбәп. Бынан тыш, эскән кешенең ғаиләһенә килтерел­гән матди һәм психик зыянды иҫәпкә алайыҡ. Илдәге енәйәт­тәрҙең 60 – 70 проценты иҫе­рек кешеләр тарафынан ҡылына.
Саманан тыш спиртлы эсемлек ҡулланыу бөтөн донъя буйлап йыл һайын 2,5 миллион кешене үлемгә килтерә. Был һан дөйөм күләмдең 4 процентын тәшкил итә. Йыл һайын теркәлгән үлемдәрҙең дөйөм һанында эскелектән теге донъяға киткән ирҙәр һаны – 29, ҡатын-ҡыҙҙар 17 процент тәшкил итә.
Күпселек мәғлүмәт сығанаҡтары Рәсәйҙә эскелек кимәле түбәнәйә тиһә лә, улар һандарҙы иҡтисади кимәл һәм алкоголдең хаҡы менән сағыштырып ҡарамайҙар. Халыҡтың кеҫәһе бүҫкәргән һайын, сифатһыҙ алкоголь күләме арта бара, эсергә әүәҫтәр суррогатҡа өҫтөнлөк бирә. Ә уның организмға йоғонтоһо ҡот осмалы икәнен иҫәпкә алмайҙар.
Белгестәр сифатһыҙ алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланғандан һуң һаулыҡҡа килтерелгән зыянды ике төркөмгә бүлә: бауырҙың алкоголь менән зарарланыуы, үҙәк нервы системаһының ҡаҡшауы. Был ауырыуҙар, ғәҙәттә, үҙен һиҙҙертмәй, тик кеше айҙар, йылдар дауамында тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртмәй икән, хәүеф менән янай. Кеше алкоголдән баш тарта алмай икән, хәл фажиғә менән тамамланасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20