Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылы ҡараштан, иғтибарҙан өҙмәйҙәр
Бәлә бер ҡасан да ҡысҡырып килмәй. Иртәгә ни булырын берәү ҙә фараз итә алмай. Яҙмыш һәм тормош тарафынан ҡыйырһытылғандар беҙҙә үҙҙәрен нисек тоя? Күмертау ҡалаһындағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге эшмәкәрлеген яҡшы көйләгән. Учреждение директорының дауалау буйынса урынбаҫары Рәсилә НИЗАЕВА менән осрашҡас, ул үҙәктең көнитмеше хаҡында һөйләне.
– Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге, бына 15 йыл рәттән инде 18 йәш­кә тиклемге балаларҙы һәм үҫмер­ҙәрҙе ҡабул итеп, дәүләт бурысын үтәй, – тип башланы һүҙен Рәсилә Рәҡип ҡыҙы. – Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында һәм Стәрлебаш районы үҙә­гендә филиал­дарыбыҙ бар. Башҡорт­остандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы фарманы буйынса йылына 1598 баланы ҡабул итәбеҙ, пациент 21 көн дауалана, һәр заезда 90 кеше ял итә. Йылына 15 заезд иҫәпләнә, ул балалар өсөн бушлай. Һуңғы йылдарҙа санитар-курорт дауалауы буйынса шөғөлләнеүҙе киңәйтеп, ҡала балаларын, хатта өлкәндәрҙе лә ҡабул итәбеҙ.
“Дауаланыуҙың ниндәй төрҙәре бар?” тигән һорауығыҙға килгәндә, беҙҙә һаулығын нығытҡан кешеләр, бында шифаханаларҙан бер ҙә кәм түгел, ти. Был дөрөҫ тә. Үҙәктә ортопедия, неврология, педиатрия, терапия, диетология, физиотерапия буйынса дауаланыу ойошторолған. Массаж, һыу аҫтында умыртҡа һөйәген һуҙыу, кедр мискәһе, шифалы батҡаҡ, тоҙ шахтаһы бар. Физиотерапия кабинеты заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Балалар гидромассаж ваннаны бик ярата.
Психология-педагогия бүлексә­һендә логопед, психолог, социаль педагог ярҙамын алырға була. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе көнкүрешкә әҙерләү өсөн махсус кабинет бар.
Балаларҙың ялы бик яҡшы ойошто­ролған. Әлбиттә, малай-ҡыҙҙарҙың буш ваҡыт­тарында экскурсиялар ойошторола. Ҡаланың иҫтәлек­ле урындары, китапхана, мәҙәниәт һарайы, музей менән танышыу бик мауыҡтырғыс. Һәр кис төрлө мәҙәни сараларҙан үҙәк гөрләп тора.
Рима Баталованың “Милләт йәштәре” фонды беҙҙә ҡунаҡта булып киткәйне. Әлеге сара ярҙамсыл ханымдың “Милләт йәштәре” фонды һәм республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлы­ғының берлектә тормошҡа ашырған “Хыял ҡанаттарында” проектына ярашлы ойошторолдо. 500 мең һумлыҡ махсус спорт йыһаздары, тренажерҙар бүләк ителде. Хәҙер беҙҙең дауалау-физкультура залы иң яҡшылар исемле­гендә, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә махсус белемле инструкторҙар ярҙамында теләп шөғөлләнә. Иң мөһиме – уларҙың сәлә­мәтлегендә ыңғай һөҙөмтә­ләргә өлгә­шелә.
Бығаса 16 район, башлыса республи­каның көньяҡ төбәге халҡын ҡабул иттек. Быйылдан республиканың бөтә райондарынан да килә башланылар.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә