Йылы ҡараштан, иғтибарҙан өҙмәйҙәр10.01.2017
Бәлә бер ҡасан да ҡысҡырып килмәй. Иртәгә ни булырын берәү ҙә фараз итә алмай. Яҙмыш һәм тормош тарафынан ҡыйырһытылғандар беҙҙә үҙҙәрен нисек тоя? Күмертау ҡалаһындағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге эшмәкәрлеген яҡшы көйләгән. Учреждение директорының дауалау буйынса урынбаҫары Рәсилә НИЗАЕВА менән осрашҡас, ул үҙәктең көнитмеше хаҡында һөйләне.
– Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге, бына 15 йыл рәттән инде 18 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡабул итеп, дәүләт бурысын үтәй, – тип башланы һүҙен Рәсилә Рәҡип ҡыҙы. – Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында һәм Стәрлебаш районы үҙәгендә филиалдарыбыҙ бар. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы фарманы буйынса йылына 1598 баланы ҡабул итәбеҙ, пациент 21 көн дауалана, һәр заезда 90 кеше ял итә. Йылына 15 заезд иҫәпләнә, ул балалар өсөн бушлай. Һуңғы йылдарҙа санитар-курорт дауалауы буйынса шөғөлләнеүҙе киңәйтеп, ҡала балаларын, хатта өлкәндәрҙе лә ҡабул итәбеҙ.
“Дауаланыуҙың ниндәй төрҙәре бар?” тигән һорауығыҙға килгәндә, беҙҙә һаулығын нығытҡан кешеләр, бында шифаханаларҙан бер ҙә кәм түгел, ти. Был дөрөҫ тә. Үҙәктә ортопедия, неврология, педиатрия, терапия, диетология, физиотерапия буйынса дауаланыу ойошторолған. Массаж, һыу аҫтында умыртҡа һөйәген һуҙыу, кедр мискәһе, шифалы батҡаҡ, тоҙ шахтаһы бар. Физиотерапия кабинеты заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Балалар гидромассаж ваннаны бик ярата.
Психология-педагогия бүлексәһендә логопед, психолог, социаль педагог ярҙамын алырға була. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе көнкүрешкә әҙерләү өсөн махсус кабинет бар.
Балаларҙың ялы бик яҡшы ойошторолған. Әлбиттә, малай-ҡыҙҙарҙың буш ваҡыттарында экскурсиялар ойошторола. Ҡаланың иҫтәлекле урындары, китапхана, мәҙәниәт һарайы, музей менән танышыу бик мауыҡтырғыс. Һәр кис төрлө мәҙәни сараларҙан үҙәк гөрләп тора.
Рима Баталованың “Милләт йәштәре” фонды беҙҙә ҡунаҡта булып киткәйне. Әлеге сара ярҙамсыл ханымдың “Милләт йәштәре” фонды һәм республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының берлектә тормошҡа ашырған “Хыял ҡанаттарында” проектына ярашлы ойошторолдо. 500 мең һумлыҡ махсус спорт йыһаздары, тренажерҙар бүләк ителде. Хәҙер беҙҙең дауалау-физкультура залы иң яҡшылар исемлегендә, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә махсус белемле инструкторҙар ярҙамында теләп шөғөлләнә. Иң мөһиме – уларҙың сәләмәтлегендә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелә.
Бығаса 16 район, башлыса республиканың көньяҡ төбәге халҡын ҡабул иттек. Быйылдан республиканың бөтә райондарынан да килә башланылар.