Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы йылға – ете “бишле” менән
Яңы йылға – ете “бишле” менән Яңы йылға – ете “бишле” менән
Туған телгә, тыуған илгә һөйөү, ғаиләгә иғтибар, ололарға ихтирамлы ҡараш тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүешен күтәреп сыҡҡан, тәбиғәттәй саф күңелле, яҡты бер матур донъя – нурлы ил бар беҙҙең еребеҙҙә. Башҡортостаныбыҙҙа халҡы­быҙҙың күҙ йәме, күңел ҡото булыр, балалар тауышынан гөрләп торған, үҙ эштәренә ихластан бирелеп ижад иткән йәмле “Тамыр” иле – балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хаҡында һүҙем.
Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, 1992 йылда башҡорт телевидение­һында тәүге ауаздарын һалып, Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова етәкләгән “Сәңгелдәк” тапшырыуындағы халыҡ күңеленән сыҡҡан рухи көйҙәргә бәүелә “Тамыр” донъяһы... Тәпәй баҫып атлап киткән хәйерле балалай йыл үҫәһен ай үҫеп, ай үҫәһен көн үҫеп, иң матур сағы – 25 йәшенә лә етеп килә ул хәҙер. Бар халыҡты ҡыуандырып ижад итә, йәмләнә, йыл һайын еңеүҙәре, уңыштары менән һөйөндөрә.
Был йылдың ете “бишле”һе менән ғорурланабыҙ, тип ҡыуанысы менән бүлешә Башҡортостан телерадиоком­панияһы “Тамыр” телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина. Һүҙ – уға.

– Үтеп барған кәбисә йыл барыр юлыбыҙға ҙур кәртәләр ҡуйманы. Киреһенсә, йыл аҙағын “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы лайыҡлы рәүештә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән фестивалдәрҙәге тос еңеүҙәр, киләһе йылда ла дәрт­ләнеп, сәмләнеп ижад итергә көс биргән матур билдәләр – емешле хеҙмәт уңыштары менән тамамлай.
Беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ, ҡы­уаныстарыбыҙ бик мул булды. Шуға күрә бик ҡыуанып, Яңы йылды лайыҡлы ҡаршылайбыҙ, тип әйтә алам. Тәүге “бишле”беҙ ул юлдаш, кабель һәм Интернет-телевидение өлкәһендәге “Алтын нур” милли премияһына лайыҡ булыуҙыр, моғайын. Мәскәү ҡала­һында үткән был бәйгелә
“Тамыр” “Иң яҡшы балалар телеканалы” тигән номинацияла еңеүсе булды. Рәсәй телевидениеһы мэтр­ҙары беҙҙең башҡарған эшебеҙҙе юғары баһаланы. Радио-телевидение эшенә тотош ғүмерен ба­ғышлаған Рәсәйҙең тәжрибәле дикторы Ангелина Вовк, статуэтка тапшырып, ихлас күңелдән рәх­мәт һүҙҙәрен әйтте беҙгә: “90-сы йылдарҙа бөтә ил кимәлендә балалар тапшырыуҙары ябылып, эфирҙан алынған ваҡытта Баш­ҡортостанда “Тамыр” тигән студия барлыҡҡа килде. Ниндәй генә ауыр заман булмаһын, федераль каналдарҙан айырмалы рәүештә, төбәктәгеләр эшләргә кәрәк икә­нен аңлап, балалар өсөн яҡшы тапшырыуҙар әҙерләп сығарҙы, улар өсөн эшләне. Ошондай эш алып барғанығыҙ, тырышлығығыҙ өсөн һәм бөгөн ошондай уңы­шығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Был – һеҙҙең еңеүегеҙ һәм матур еңе­үегеҙ...” Әлбиттә, лайыҡлы эшең­де баһалап әйтелгән ҡотлауҙар, йылы һүҙ ул һәр саҡ күңелде күтәрә. Был бәйге беҙҙең һәр беребеҙҙе һөйөндөрөп, “Тамыр” илен “Алтын нур”лы итте.
Икенсе еңеүебеҙ “Медиа­бренд” халыҡ-ара электрон медиа промоушен һәм дизайн фестивалендә ҡатнашыу булған­дыр. Был бәйгегә федераль каналдар менән бергә төбәк каналдары, балалар каналдары 500-ҙән артыҡ эш тәҡдим иткәйне. Уларҙы донъя кимәлендә билдә­ле сит ил һәм Рәсәй белгестәре баһаланы.
Беҙ был фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ. Беренсе турҙы үткәндән һуң, фестиваль дирекцияһы эшебеҙҙе инглиз теленә тәржемәләргә тәҡдим итте. Икенсе турҙа әҙерләп алып барған Шүлгәнташ тураһында төшөрөлгән промо-ролик менән еңеү яуланыҡ. Быны, әлбиттә, көтөлмәгәнсә ҙур ҡаҙаныш тип һанарға була, сөнки талаптар юғары булған, бөтә федераль каналдар кимәлендә үткән бәйге­лә II урынды алыу тырышлыҡ та, ижади юғарылыҡ та, камиллыҡ та талап итә. Бөтә федераль каналдарҙың йөҙҙәре һәм сит илдән саҡырылған ҡунаҡтарҙың булыуы яғынан ҡарағанда бик ҡыҙыҡлы, көслө, талапсан бәйге булды был. Фес­тиваль сиктәрен­дә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар үткәрелде. Унда киләһе йылда ла ҡатнашырға теләгебеҙ ҙур. Әле ваҡыт бар, бәлки, төшөрөләсәк яңы роликтарҙың берәйһе ошондай кимәлдә булыр.
“Тамыр” балалар һәм үҫмер­ҙәр телеканалының документаль роликтарҙан торған “Еңеү һан­дары” циклы Останкинола үткән “Включайся” халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивалендә оло еңеү яуланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикабыҙ һуғыш тылында була, бында ысын мәғәнәһендә ошо көсөргәнешле йылдарҙың геройҙары оло еңеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. “Еңеү һанда­ры” тип исемләнгән ролигыбыҙ аша һуғыш дәлилдәрен һандарҙа килтереп, ошо рәүешле еңеү күрһәт­кестәренең, еңеү көсөнөң хаҡын, һуғыш ауырлығын күрһә­тергә тырыштыҡ. Баһалама ағзалары авторҙың ҡыҙыҡлы ижади эш алымын һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙенсәлегенә иғтибар итте. Бынан тыш беҙҙең “Преград.net” тапшырыуыбыҙ “Карусель” теле­каналының махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Шулай уҡ бәйгелә ҡатна­шыусылар өсөн “Тамыр” телеканалы ла үҙенең махсус призын булдырҙы, уны беҙ үҙ телендә ижад иткән тапшырыуҙарға бирә инек. Хәҙер иһә үҙҙәренең тыуған яғы тураһында эшләнгән тап­шырыуҙар ҙа был махсус бүләккә лайыҡ була ала, сөнки балаға туған теленә, тыуған мөхитенә һөйөүҙе бәләкәй саҡтан уҡ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Шул иҫәптән телевизион тапшырыу­ҙарҙың да бурысы был.
Артабанғы уңышыбыҙ – VIII Бө­тә Рәсәй “СМИротворец” бәйгеһендә Башҡортостанда йәшәгән милләттәр хаҡында бик матур, сағыу “Был – беҙ!” тигән тапшырыуҙар циклы менән ышаныслы еңеүебеҙҙе иҫбатлау. Башта “тамырҙар” Волга буйы федераль округының төбәк этабында лауреат булһа, ноябрҙә уҙғарылған федераль этапта тәҡдим ителгән туғыҙ мең тирәһе эш араһында (шуларҙың 759-ы – киң мәғлүмәт сараларынан) I урынды яуланыҡ. “Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында ла “Тамыр”ға еткәндәр булманы. Баш мөхәр­риребеҙ Резеда Мин­диәрованы Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Светлана Смирнова ҡотланы. Проект авторҙары ҡатмарлы теманы балалар өсөн аңлайышлы, заманса, яңыса, сағыу, мауыҡтырғыс итеп бирә алды тип уйлайым.
Шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Федерация” телевизион конкурсы ла беҙҙең өсөн уңышлы булды. Был бәйгелә беренсе тапҡыр ҡат­нашҡан “Тамыр”ҙың “Ҡымыҙ юлы” тапшырыуы махсус призға лайыҡ булды. Конкурс ил төбәк­тәренең брендтарын күрһәтеү, танытыу маҡсатында ойошторола. Бәйгелә ниндәйҙер йәш сикләүҙәре ҡуйылмаған, шуға ла балалар телеканалы булып сығыш яһарға тартынманыҡ. Балалар тапшырыуында төбәк брендын халыҡҡа таныта алы­уыбыҙ ҡыуаныслы. Был үҙенсә­лекле эшебеҙ баһалама ағзалары һәм ойоштороусылар­ҙың иғтибарын йәлеп итте.
Башҡортостан ҡымыҙын “Күп йөҙлө Рәсәй” IХ Бөтә Рәсәй асыҡ журналистар бәйгеһендә лә лайыҡлы баһаланылар. “Ҡымыҙ юлы”ның уңышлы һайланған форматы һәм ошо юлды бөтә нескәлегендә күрһәткән, ошо милли мөхиттә йәне-тәне менән янып йәшәгән алып барыусыбыҙҙың тырышлығына иғтибар иттеләр. Беренсе генә тапшырыу төшөрө­лөүенә ҡарамаҫтан, “Ҡымыҙ юлы” “Тэфи-Регион 2016” Бөтә Рәсәй телевизион премияһының финалына үтте. Ә финалға сыҡҡан­дарҙың береһенә “Алтын Орфей” тапшырылыуын иҫәпкә алғанда, был да беҙҙең өсөн оло еңеү.
Ете — беҙҙең халҡыбыҙ өсөн яҡын, изге, матур һан. Ошо үтеп барған йылда “Тамыр”ҙың федераль кимәлдә үткәрелгән бәй­геләрҙә уңышлы сығыш яһап яулаған ете еңеүе ете йыл уңышы тип һанайбыҙ. Шуға ла үҙебеҙгә был йыл өсөн ете “бишле”не ҡуя алабыҙҙыр.
Ошондай бәйгеләрҙә ҡатна­шыу – ул профессиональ тәжрибә туплау мөмкинлеге. Юғары баһа алыу, ысынлап та, ҡанатландыра, һалынған тырыш хеҙмәт өсөн йылы һүҙҙәр ишетеү күңелгә ҡыуаныс бирә. Был еңеүҙәребеҙ “Тамыр” йөҙөн генә түгел, илебеҙ йөҙөн дә билдәләй, Башҡортос­танды Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә таныта.
Илдәге конкурстарҙа төбәк каналдарының лайыҡлы сығыш яһауы бик мөһим. Сөнки федераль каналдарҙан ҡала төбәк каналдарына икенсе төрлө ҡараш була торғайны. Беҙ был ҡарашты үҙгәртә алдыҡ. Беҙҙең тап­шырыу­ҙар Башҡортостан тура­һында һәр ваҡыт бик йылы, матур тәьҫорат­тар ҡалдыра. Балалар телевиде­ниеһын хәстәрләгән республика­ның киләсәге ҙур, һеҙ ҡайһылай бәхетле, туған телегеҙҙә үҙегеҙ­ҙең айырым каналығыҙ бар, тиҙәр беҙгә. Эйе, ысынлап та, яҡты киләсәкле беҙ. “Тамыр”лы булы­уы­быҙ менән дә, тап Башҡортос­танда йәшәүебеҙ менән дә бәхетлебеҙ.
Әлбиттә, төбәк телеканалын тейешле кимәлгә еткереү бик еңелдән түгел. Көрсөк теле­видениеның да бәкәленә һуҡҡан саҡта беҙ, “тамырҙар”, бер нәмәне — балалар көрсөктө тормоштарында ла, телевизорҙа ла тоймаһындар ине тип тырыша­быҙ. Сөнки бала саҡ ҡабатланмаҫ һәм бәхетле булырға хаҡлы.
Ә яңы 2017 йылға, үҙебеҙҙең 25 йәшлек юбилейыбыҙға ошондай уңыштар менән килеү – оло ҡыуаныс. “Тамыр” телеканалы исе­менән Башҡортостан халҡын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым. Бөтә ата-әсәләргә һау-сәләмәт, бәхетле, тәүфиҡлы балалар теләйем. Һәр өлкән кеше күңелендә уның бала сағы ла йәшәй. Шул ваҡытта йәшәүе лә күңеллерәк, йылыраҡ һәм бала­ларға мөнәсәбәт тә наҙлыраҡ була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 709

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 487

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 184

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 792

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885