Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләкән – ул үҙе бер дәүләт
Дәүләкән – ул үҙе бер дәүләт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәктәрҙә уҙған ултырыштары хаҡында даими хәбәр итеп торабыҙ. Әйтергә кәрәк, Дәүләкәндәге кеүек йыйындың әлегә тиклем бер яҡта ла үткәне булманы. Репортаж барышында быға үҙегеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ. Һәр ерҙә лә ҡоролтай әләмен күтәрергә әҙер торалармы республика райондарында?
Дәүләкән районы ҡоролтайы етәксе­леге сараға төбәктең баш­ҡорт рухиәтенә, теленә, әҙәбиә­тенә, мәҙәниәтенә ҡағы­лышлы һәр бер хеҙмәткәрен йәлеп иткән, тиһәк тә, моғайын, яңылыш булмаҫ. Сараға 400-ҙән ашыу делегат саҡырыл­һа, шуларҙың 374-е ҡатнашты, йәғни мәҙәниәт йортоноң залы тулы булды. Быны ни өсөн яҙам – төбәктә йәшәгән, эшләгән кешеләрҙең үҙҙәре ҡатнашып, ҡайһы бер килеп тыуған проблемалар хаҡында залдан тороп һорау биреүе үҙе үк ҡоролтай эшен йәнләндереп ебәрер тигән өмөт ҙур.
Район хакимиәте башлығының кадр­ҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Курмаев сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләне лә Ханты-Мансиҙа спорт акробатикаһы буйынса ярыштан ҡайтып барған автобустың йөк машинаһына бәрелеүе һөҙөмтәһендә һәләк булған Кира Слепенкова менән хушлашырға юлланды. 12 йәшлек баланы Дәүләкәндә ерләнеләр, уның тамырҙары ошо төбәктән.
Төбәк хакимиәте башлығы урынба­ҫары, башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Зиннур Нурғәли улы Ғайсин сараны асып, Дәүләкәндәге хәл-торош менән таныш­тырҙы. Халыҡтың милли составына күҙ һалғанда, бында башҡорттар күплеге буйынса, урыҫтарҙан ҡала, икенсе урында килә. Райондағы Ҡоръятмаҫ, Алға, Мәкәш, Горчак, Ҡыҙрас, Сапай, Боранғол, Яңы Яппар, Иҫке Яппар, Ҡаҙанғол, Иҫке Шәрип, Яңы Шәрип, Мерәҫ, Ҡаҙырғол, Хөсәйен, Яңы Йәнбәк башҡорт ауылдары булып һанала, уларҙа милләттәштәребеҙ күпләп йәшәй, башҡорт мөхитен тыуҙыра. “Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән эшһеҙлек проблемаһы йәштәрҙе ситкә китергә мәжбүр итте һәм башҡорт ауылдарында халыҡ һанын ҡырҡа кәметте. Был үҙ сиратында мәктәптәрҙә лә балалар аҙайыуына һәм ҡайһы бер белем усаҡтарының ябылыуына килтерҙе. Ер шары буйлап глобалләшеү барған заманда, беҙгә, башҡорт халҡына, милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр алып барырға һуң?” – тигән һорауҙан башланы Зиннур Нурғәли улы сығышын. Бына ошондай һорауҙы халҡы, милләте өсөн янған һәр кеше үҙенә бирергә бурыслы.
Статистикаға күҙ һалайыҡ: бөгөн Дәүләкән районының һигеҙ урта мәктәбендә, алты филиалында 658 башҡорт балаһы туған телендә белем ала. Был күрһәткес, дөйөм алғанда, бөтә башҡорт балаларының 54,06 процентын тәшкил итә. Шулай уҡ 14 мәктәптә 376 уҡыусы башҡорт телен туған теле булараҡ (28,08%) һәм 13 мәктәптә 323 уҡыусы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ (24,12%) өйрәнә. Район мәктәптәрендә башҡорт телен башҡорт булмаған 3265 уҡыусы өйрәнә (99,44%). Туған телдәрҙе уҡытыуҙы һаҡлап алып ҡалыу, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттарында уҡытыусыларҙың методик әҙерлеген, квалификацияһын камиллаштырыу, башҡорт телен киң пропагандалау, йәмәғәтселек, ата-әсәләр менән эште көсәйтеү, туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. 2016 йылдың март – май айҙарында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ойошторған курстарҙа райондың 42 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белемен камиллаштырып ҡайтҡан.
Әммә эш бының менән генә бөтмәй. Ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә кәрәк. Үҙемдән генә беләм, мәҫәлән, Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына, йәки Стәрлетамаҡ интернатына, Дәүләкән мәктәп-интернатын әйтеп тә тормайым, барып инеү менән Мәкәш балалары килеп һүҙ ҡуша. Был нимәнән килә: ата-әсәләр балаларын ауылда уҡытыуҙан баш тарта. Уҡытыусы­лар коллективы урындағы әсәйҙәр менән эшләргә бурыслы. Әле яңыраҡ ҡына реконструкция үткән Мәкәш дөйөм белем биреү мәктәбе башта туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырылғайны, шунан башлан­ғысҡа әйләндерелде, хәҙер инде тамам ябылыу алдында тора түгелме? Ниндәй көслө, совет педагогия вуздарында белем алған уҡытыусылары менән дан тотҡан белем усағының яҙмышына ауаздаштар аҙмы Башҡортостанда? Бик әсенеп бағам мәктәбем яғына, 90-сы йылдар башында ғына класта утыҙар бала уҡый торғайныҡ. Егерме йыл эсендә ниндәй тетрәндергес үҙгәрештәр кисергән башҡорт ғилем эстәү үҙәктәре!
Зиннур Нурғәли улы үҙенең сығы­шында райондың рухи, мәҙәни торошо хаҡында ғына түгел, ә иҡтисади, социаль хәле менән дә таныштырҙы. Төбәктә маҡтап телгә алырлыҡ уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа етерлек. Ҡырҡ өйлө-мең башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойош­торолған сараларҙың һәр береһе йәштәрҙе йәлеп итеп, төрлө юҫыҡта башҡарылыуын да билдәләне ул. Мәктәптәрҙә башҡорт теле ни рәүешле уҡытылыуы яҡын көндәрҙә тикшереләсәген дә белдерҙе. “Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһында” Законына ярашлы, милли төбәктәр өсөн туған телде өйрәнеү тыйылмағанын яңынан иҫкә төшөрөп үтте. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе ошо арала ғына алмашынған, яңы белгес Зөфәр Саҡаев башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡына түгел, туған тел булараҡ өйрәнеүҙе лә контролгә алыр, тип уйлайбыҙ. Уның был сарала ҡатнашып, залдан яңғыраған һорауҙарға яуап биреүе үҙе үк эшлекле һөйләшеүҙәргә әҙерлеген күрһәтте.
Ҡоръятмаҫ ауылы старостаһы Фәнир Халиҡов иһә балалар баҡсаһын асыу проблемаһын күтәрҙе. Ниндәй ҙур ауылдарҙың береһе Ҡоръятмаҫ! Унда бәләкәстәрҙе тәрбиәләгән, ата-әсә эштә саҡта көноҙоно ҡалдырырлыҡ урын булырға тейеш, әлбиттә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының башҡарма комитеты ағзаһы, Өфө ҡалаһының 166-сы балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғолова был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе. “Иң тәүҙә ата-әсәләрҙән ғариза йыйылырға тейеш. Балалар һаны мотлаҡ 35 булыуы мөһим түгел, мәктәп эргәһендә төркөм асыу өсөн 15 бәләкәстең булыуы ла етә”, – тине ул.
Бына бит, белгестәр, ҡануниәтте яҡшы белгәндәр бар арала, тимәк, хәл ител­мәҫлек проблемалар юҡ. Мәҡәлә баҫмаға әҙер­ләнгән арала Ҡоръятмаҫта балалар төркөмө асырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иттеләр.
Туған телде үҫтереү, уны һаҡлауҙағы уңыштар һәм бөгөн тел уҡытыуҙа килеп тыуған проблемалар тураһында Дәүләкән ҡалаһындағы 7-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Дәүләтова һөйләп үтте. Тағы ла ҡабатлап үтәм: милли асылыбыҙҙы һаҡларға уйлайбыҙ икән, иң беренсе балаларҙы туған телдә белем алыуҙан мәхрүм итергә ярамай. Йәнә лә эште ата-әсәләр, уҡытыусылар бер төптән булып алып барырға тейеш.
Дәүләкән ҡоролтайы сараға бик етди әҙерләнгән: төбәктең йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция хеҙмәткәре майор Салауат Мырҙа­гә­рәевтең, Үҙәк дауахана неврологы Зөлфирә Рафиҡо­ваның сығыштарынан тыш, ошо ерлек­тәге халыҡтың хоҡуҡ һаҡлау органдарына бәйле мәсьәләләре, сәләмәт­леге хаҡында тулыһынса хәбәрҙар булмаҫ инек. Башҡортлоҡто тик рухиәткә генә бәйләп ҡуйырға ярамағанын ныҡлы аңлайҙар бында. Халыҡтың һаулығы ла, мәшғүллеге лә, матди хәле лә – барыһы ла мөһим иле өсөн янғандарға!
Ә төбәк өсөн бар күңелен һалып эшләгәндәр етерлек бында. Йәмил Арыҫланов, Филүс Хәлиуллин, Әхтәм Шәрәфетдинов кеүек ағайҙарҙың ҙур маҡсатлы эштәре һөҙөмтәһендә әленән-әле халыҡ йыйындары ғына түгел, эшҡыуарлыҡты, спортты, дини пробле­маларҙы күтәргән саралар уҙғарылып тора. Ошо көндәрҙә Соколовка ауылында хоккей майҙансығы асып та ҡыуандырҙы улар урындағы халыҡты. Хатта кемдәндер ярҙам, өгөт, үтенес көтөп тормай, тота ла эшләйҙәр. Заманыбыҙ күрке, милләтебеҙ терәге булып йәшәһендәр артабан да!
Конференция делегаттарын сәләмләп, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Айрат Искәндәров сығыш яһаны, үрҙә әйтеп үтелгән Дәүләкәндең эшлекле ир-егеттәренә, “Ағинәйҙәр” хәрәкәте етәксеһе Гөлниса Нәғимйәноваға Маҡтау ҡағыҙҙа­рын тапшырҙы.
Төбәктә шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса ла арыу уҡ эш башҡарыла. Шағирә, педагог Рәсимә Ураҡсина исемендәге премияны тапшырыу ҙа ошо сараға ярашлы үтте. Бик күп балалар ҡатнашҡан быйыл был конкурста. Шулай ҙа Элина Миңләхмәтова, Арыҫлан Арыҫланов (лицей-интернат), Зәлифә Мәүлийәрова, Айһылыу Хәмиҙуллина, Алина Ибәтуллина, Зинира Рахманғолова (Мәкәш), Сөмбөл Ильясова, Гөлназ Исмәғилева (Яңы Йәнбәк), Варвара Норкина, Арина Сердюк (1-се мәктәп), Гөлүзә Әхмәҙиева (5-се мәктәп), Алһыу Халиҡова, Алһыу Мәжитова (Ҡоръятмаҫ) үҙҙәрен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарап, сағыу эштәре менән ҡыуандырҙы. Рәсимә апайҙың яҡташы Элина “Ижади фекер” номинацияһында билдәләнһә, Зәлифә менән Сөмбөл “Уңышлы мәҡәлә”лә үҙҙәрен иң оҫтаһы тип танытты. Ә инде Р. Ураҡсина исемендәге премияға Динар Заһитов менән Регина Ғәлиева лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ уларҙы!
Бына ошо сара үҙе үк телде, әҙәбиәтте пропагандалай. Шағирәнең ире, билдәле архитектор Урал Ураҡсин да үҙ сығы­шында: “Беҙ бала саҡта бөтә фәндәрҙе лә башҡортса уҡыныҡ, мин бөгөн дә һанай башлаһам, башҡортса һанайым, туған телемдә фекерләйем. Башҡортса белем алыуым миңә Мәскәүҙең иң ҙур вуздарына уҡырға инеп, юғары дәрәжәләргә өлгәшергә ҡамасауламаны”, – тине. “Башҡорт теленең дәүләт статусы булмаған осорҙа ошондай мөмкинлектәр асылған икән, бөгөн беҙгә туған телебеҙҙе өйрәнергә ни ҡамасаулай һуң, хөрмәтле милләттәштәр?” – тип һорағым килә бөтә башҡорттарҙан да.
Төбәктә быйыл Сафуан Яҡшы­ғолов­тың ҡәбер ташы ла яңыртылды. Был эштә “Башҡортостан” гәзите лә әүҙемлек күрһәтте. Йәнә лә ҡалаға нигеҙ һалған Дәүләкән Сыртлановтың исемен мәңге­ләштереү тураһында ла хыяллана төбәк етәкселәре.
Ҡоръятмаҫ уҙаманы Фәнир Халиҡов тағы ла бер киҫкен проблеманы күтәрҙе: “Ауылдарҙа буш өйҙәр күп, шунда әллә ҡайҙарҙан, төбәгебеҙгә ҡыҫылышы булмаған кешеләр килеп урынлаша. Һатып алғастар, һүҙ әйтеп тә булмай. Минеңсә, улар урындағы халыҡтан ризалыҡ һорарға тейеш. Һәр ауылда ағинәйҙәр ҡоро кеүек үк аҡһаҡалдар советы ла эшләһен ине”, – тине ул, ауылы өсөн янып. Уның һүҙен ҡеүәтләп, Айрат Рим улы: “Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа территориаль йәмәғәт үҙидаралары үҫеш алды. Бөгөн Башҡортостанда уларҙың етәүһе генә юридик берәмек булып тора. Улар — Ишембай ҡалаһындағы “Смаҡай”, Сибай ҡала­һындағы “Төйәләҫ ауылы”, Ғафури районындағы “Юлыҡ” һәм Өфө, Учалы, Белорет, Бөрө ҡалаларындағы ойошмалар. Шуға күрә һеҙ ҙә төбәгегеҙҙә был ойошманы булдырып, ауылығыҙҙың яҙмышын хәл итеүҙе үҙ ҡулығыҙға ала алаһығыҙ!” – тине. Закондар һәр ваҡыт­тағыса беҙҙең яҡлы, бары тик дөрөҫ итеп һәм кәрәкле урында файҙалана белергә кәрәк.
Район мәсетенең имам-хатибы Рәфис хәҙрәт Сафинды төбәктә халыҡ бик ихтирам итә. Ошо яҡ егете йәш сағынан уҡ Ислам диненә килеп, яҡташтары алдында иман бурыстарын атҡара. Саралағы сығышында ла ул балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү хаҡында һүҙ алып барҙы һәм был юҫыҡта милләтебеҙҙең алдынғы шәхес­тәре Мифтахетдин Аҡмулланың, Ризаитдин Фәхретди­нов­тың, Сафуан Яҡшығо­лов­тың хеҙмәттәрен файҙаланырға саҡырҙы. Әйткәндәй, Йәмил Арыҫланов үҙ сығышында Көрмәнкәй ауылындағы 1907 йылда һалынған мәсетте яңынан тергеҙеү йәки яңынан мәсет төҙөү ниәте менән йөрөүен белдерҙе. Заманында район үҙәгендәге, Ташлы-Шәрип ауылындағы һәм ошо мәсет бер үк проект менән төҙөл­гән булған. Әммә Дим йылғаһы ярҙарын ашап, боронғо ҡомартҡының емерелеү ихтималлығы ла бар. Нисек кенә булма­һын, уны тергеҙеүгә йә урынына икенсене күтәрергә тип ниәтләй эшлекле ағайҙар.
Башҡортостан Республи­каһының 100 йыллығына ла үҙ тәҡдимен әйтте Йәмил Арыҫланов: “Төбәкте ҙурлаған, ыңғай яҡтан күрһәткән 100 эшкә конкурс иғлан итәйек!” – тине ул. Шәп бит! Делегаттар ҙа хупланы уның тәҡдимен.
Сарала Ҡоръятмаҫ ауылы егете, йәш ғаилә башлығы Айнур Халиҡовты күреп, сығышын ишетеп, бик ҡыуанып ҡайттым. Ул тыуған яғында тимерселек эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, бынамын тигән итеп йәшәп ята. Уның үҙе хаҡында айырым мәҡәлә яҙырбыҙ әле. Бына ошондай, мин булдырам тип торған йәштәр, уларҙың ыңғай өлгөһө кәрәк беҙгә!
Дәүләкән ерендә мәшһүр эпостары­быҙ­ҙың береһе “Заятүләк менән Һыуһылыу” тыуған. Ошоға, киләһе Тәби­ғәтте һаҡлау йылына ҡарата, Асылы­күлдең күрке менән бәйләп, төбәктә әллә күпме мәҙәни сара уҙғарырға була. Туризмды үҫтереү өсөн дә Дәүләкән – ҡулай төбәк. Етмәһә, мәркәздән алыҫ урынлашмаған.
Райондың “Әхирәттәр” фольклор ансамбленән, “Берҡаҙан” ҡурайсылар төркөмөнән тыш төбәктә генә түгел, республикала ла халыҡ байрамдары үтмәй. Мәҙәниәт бүлеген етәкләгән Рәфис Әхмәтрәхимовтың да башҡараһы эше байтаҡ: мәҙәниәт усаҡтарында йышыраҡ милли саралар ойоштороп, йәш быуынды әүҙем йәлеп итеү мөһим. Йәштәргә эш юҡ тигән заманда, ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттары ябыҡ тормаҫ, моғайын. Етмәһә, уға Дәүләкән ҡоролта­йының йәштәр бүлеге менән етәкселек итеү ышанып тапшырылды. Ул үҙенең сығышында Салғысылар ярышы, “Ағинәйҙәр” хәрәкәте менән берлектә планлаштырылған саралар хаҡында ла телгә алды.
Залдан һорау биргәндәр араһында урындағы телеканалда башҡортса тапшырыуҙар менән бергә дини программалар ҙа ойоштороуҙы тәҡдим итеүселәр булды. Үҙен төбәктең фекерле дин әһеле итеп танытҡан Рәфис хәҙрәткә вәғәздәр һөйләп, иман нурын таратыу, моғайын, бер ни тормаҫ ине.
Эшлекле һөйләшеүҙәр, тәҡдимдәр, күңел күтәренкелеге менән үтте йыйын. Исем өсөн түгел ине бер ғәмәл дә: ҡул оҫталарының күргәҙмәһе, рәссамдарҙың һүрәттәре, балаҫтар күҙҙең яуын алды. Тыуған яҡты өйрәнгән гәзитебеҙҙең даими авторы Клара Хәмиҙуллинаның селтәр­ҙәрен айырып билдәләп үтер инем. Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер, ти халыҡ мәҡәле. Ошо һүҙҙе ҡоролтай етәксеһе Зиннур Нурғәли улы ла ҡабатланы һәм дәүләкәндәргә тәрән ышаныс менән сараны ойошторҙо. Кәңәшле һүҙ ярҙамы менән, милләтебеҙ бәҫен күтәреп, киләһе быуаттарға атлайыҡ, яҡташтарым!

ДӘҮЛӘКӘНДӘГЕ АҒАЙҘАРЫМ

Заятүләк – затлы һөйәк ере,
Күпме яуҙар үткән был яҡтан?
Йәнем менән тойоп, батырҙарға
Рухым доғаларын оҙатам.

Беҙҙең яҡтың затлы ағайҙары
Тарихтарҙа эҙен ҡалдырған.
Һибелеп тә ергә һеңер мәлдә
Рәсәй дәүләтенә юл борған!

Михельсондың отрядына ҡаршы
Аллағолдоң рухы көрәшкән.
Үлеменә табан барған улар –
Инаныстар булған йөрәктән!

Дәүләкәнме?
Әллә Дәүләтханмы?
Хан дәүләте миңә үҙ яғым!!!
Тик ошо ер күге ҡарап ҡалһын,
Ябылғанда күҙем ҡабағы.

Тархандарҙай көслө ағайҙар бар,
Улар ғәмәлендә – ил ҡото.
Туғандарым улар булмаһа ла,
“Ағайҙарым!” – тиеп яратам.

Ағайҙарым!
Һәр берегеҙ яҡын,
Һәр берегеҙ арҡа терәрлек.
Ошо хәтлем таяныстар барҙа
Йөрәктәрҙә арта ғәййәрлек.

Һәр ғәмәлдең башланғысы – һеҙҙән,
Һеҙ – дауамы затлы ырыуҙың.
Һеҙгә барып хәлем һөйләрмен дә
Һеҙҙең янға ҡайтып йән йыуҙым.

Ағайҙарым!
Алтын бағаналар.
Күтәрҙегеҙ тыуын замандың.
Ир һүҙенә илем таяна ул –
Ышанам мин быға.
Инандым.

Тоҡомобоҙ бер үк булмаһа ла,
Шәжәрәбеҙ уртаҡ – башҡорттан.
Беҙ бит һеҙҙең менән бер ырыуҙан –
Бер туғаным юҡ тип баш ватмам.

Нәҫелебеҙ бер үк булмаһа ла,
Тирмәнебеҙ бер үк – билдәле!
Ағайҙарым!
Ағай!
Арҡаларҙан ҡағып, күҙгә бағып,
“Туғаным!” тип тағы әйт әле!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872