Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡмулланың аҡ көндәре
Аҡмулланың аҡ көндәре Аҡмулланың аҡ көндәре Тулҡынланһам, аңларһығыҙ кеүек,
Күңелемдең бөгөн тулған сағы.
Бында Аҡмулланың тыуған ере,
Әсәйемдең тәпәй баҫҡан яғы.


Декабрҙең сатнап торған һыуыҡ көндәрендә Миәкә районында йыл да уҙғарыла торған Аҡмулла байрамына саҡырылғас, был төбәккә бәйле матур хәтирәләр иҫкә төштө. Улар Әбеш ауылында ғүмер иткән йор һүҙле, ғәҙел холоҡло Сафа ҡартатайым менән Миңлекамал өләсәйемдәрҙә уҙғарылған йәйге һәм ҡышҡы каникулдарыма бәйле. Шиғырын да, көйҙәрен дә үҙе сығарып йырлай торған илһамлы күңелле әсәйемдең радио һәм телевидение аша яҡташтарының уңыштарын ишетеп-күреп: “Ана, минең миәкәләрем!” – тип ғорурланып ултырыуҙары… Бөйөк мәғрифәтсенең ҡайһы бер шиғыр юлдарын һөйләп: “Аҡмулла минең бабайым ул” (беҙҙең яҡта олатайҙы шулай тиҙәр), – тип бер аҙ шаштырып ебәреүҙәре…


Миәкәләр мине Рәсәй Юғары Советына һәм Башҡортостан Ҡоролтайы – Дәүләт Йыйылышына депутат итеп һайлап, үҙҙәренә тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Изгелекле кешеләре, ихтирамлы мөнәсәбәттәре, күркәм тәбиғәте миңә үҙҙәренә тиҫтәләрсә йырҙар, шиғри шәлкемдәр яҙырға рухи ҡеүәт бирҙе. Улар өсөн мәртәбәле Аҡмулла премияһына лайыҡ булдым. Йыш ҡына Аҡмулла байрамдарына саҡырылдым.
Һуңғы ике йылда был сараларҙа ҡатнаша алмағайным. Һыуыҡ тип тормай, быйылғыһына барырға булдым. Әсәйемдең, ата-бабаларымдың кендек ҡаны тамған төбәк булғанғамы, ул яҡтарға барһам, күңелем илһамға тулыша. Бигерәк таҙа, көслө энергетикалы урындар шул. Юҡҡа ғынамы ни Миәкә – Башҡортостандағы шишмәләргә иң бай район: һәр тауҙың, һәр үҙәндең, һәр урман-ҡыуаҡтың тупрағынан бәреп сыҡҡан селтер һыуҙары аға. Ә Нарыҫтау ауылы эргәһендә бөтә донъяға билдәле “Изге шишмә” лә бар. Күлдәре лә күп, хатта Күл тигән ауыл да бар. Бына Әбештә, мәҫәлән, һәр йорттоң картуф баҡсаһы артында ғына хужаһы исеме ҡушылған үҙ күле ялтырап ята. Ҡайһыһы аҡһыл, икенселәре күкһел йәки йәшкелт төҫтә, һыуҙары ла төрлөсә: тәрәндәре лә, һайыраҡтары ла, һалҡындары йә йылыраҡтары бар. Төрлө ҙурлыҡтағы тиҫтәләрсә йылғыр йылғасыҡтары күркәм төбәктең һутлы үҙәндәрен, ялан-ҡырҙарын, емеш-еләккә бай ҡыуаҡтарын һуғарған Димгә ҡоя. Шуғалыр ҙа талантлы ижад кешеләренә лә, яу һәм хеҙмәт батырҙарына ла бай был яҡтар. Өс Советтар Союзы Геройы, шулар араһында күкрәге менән амбразураны ҡаплаған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Рәсәй Геройы Риф Ғиззәтуллин һәм биш Социалистик Хеҙмәт Геройы менән ғорурлана миәкәләр.
Сафуан Яҡшығолов, Ғариф Ғүмәр, Төхвәт Йәнәби, Азат Мағазов, Хәкимйән Зарипов,Түләк Ғирфанов кеүек арҙаҡлы әҙиптәр, Рәшит Имашев, Риф Абдуллин һымаҡ күренекле рәссамдар, һоҡланғыс композитор Роза Сәхәүетдинова, Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Гөлсөм Хәбибуллина, Венер Камалов, Илдар Ғүмәров кеүек сәнғәт оҫталары ижад һуты, илһам ялҡыны алған Миәкәнең бәрәкәтле еренән.
Ә инде бөйөк яҡташыбыҙ мәғрифәтсе-шағир Аҡмулланы әллә нисә милләт халҡы үҙенеке тип йөрөтә. Быйыл шиғриәт йондоҙона 185 йыл тулды. Утыҙ биш йыл элек уның 150 йыллыҡ юбилей байрамдарында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе миңә. Опера һәм балет театрында уҙғарылған кисә Башҡортостан тарихында оло ваҡиға булды. Йәш шағирә һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире булараҡ, үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙән, күрше өлкәләрҙән һәм Мәскәүҙән килгән сығыш яһаусылар менән бергә миңә лә һүҙ бирҙеләр. Тулҡынланып, ҙур яуаплылыҡ тойоп әҙерләнгәнем иҫтә.
Мәскәүҙә лә гөрләп үтте юбилей тантаналары. Ә миәкәләр нисек шатланып, ғорурланып әҙерләнгәйне бөйөк яҡташтарының үҙҙәрендә үткән кисәләренә. Мәктәптәрҙә, ауыл клубтарында, мәҙәниәт йорттарында республикабыҙҙың күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар өс көнгә һуҙылды. Һыуыҡҡа ҡарамай, урам буйлап теҙелгән өҫтәлдәрендә ризыҡтар тулып, самауырҙар ҡайнап ултырҙы. Шағирға арналған монографиялар, әҙәби, ғилми, фәнни хеҙмәттәр, китаптар донъя күрҙе. Юбилярға арнап шиғырҙар, ҡобайырҙар, йырҙар яҙылды. Аҡмулланың шиғырҙарына көйҙәр ижад ителде…
Тәүге байрамдар уҙған көндәрҙә шағирҙың тыуған ауылы Туҡһанбайҙа Мифтахетдин Аҡмуллаға ҙур, күркәм музей асылды. 1988 йылда ул республика статусын алды. Шағир исемен мәңгеләштереү дауам итә. Башҡорт дәүләт педагогия университетына уның исеме бирелде, һәйкәл ҡуйылды. 1989 йылдан алып лауреаттарға мәғрифәтсе-шағир исемендәге премия тапшырыла. Тәүге премия “Шиғриәт йондоҙо” тигән китабы өсөн ғалим-шағир Рәшит Шәкүргә бирелде. Төрлө йылдарҙа был исемгә лайыҡ булғандарҙың исемдәрен һанап китеү ҙә уның дәрәжәһе хаҡында һөйләй. Яҙыусылар Әхәт Вилданов, Яныбай Хамматов, Ғәзим Шафиҡов, Розалия Солтангәрәева, Азат Мағазов, Хәкимйән Зарипов, Әхмәт Сөләймәнов, композиторҙар Заһир Исмәғилев, Роза Сәхәүетдинова, рәссамдар Зөлфәт Басыров, Рәшит Имашев, Риф Абдуллин, йырсылар Нурия Ирсаева, Йәмил Әбделмәновтар был мәртәбәле премияға иң тәүгеләрҙән булып лайыҡ булды.
Быйылғы байрам тантанаһы Туҡһанбай ауылы ситендә ағып ятҡан Аҡмулла шишмәһендә хужалар һәм килгән ҡунаҡтарҙың үҙ-ара танышыуынан башланып китте.
…Һаумы, шиғриәтле нурлы төбәк,
Һуңлап ҡына яуған танһыҡ ҡарҙар!
Бында туңмай торған изге шишмәләр бар,
Тынмай торған селтер шишмәләр бар.

Бөйөк шағирҙың тыуған яғын өйрәнеү, йола буйынса, уның музейында дауам итте. Уның директоры булып бер нисә йыл инде Миәкә райо­нынан сыҡҡан билдәле яҙыусы, Аҡмулла премияһы лауреаты Фәнис Янышев эшләй. Ул – был өлкәлә тәжрибәле белгес, пенсияға сыҡҡансы бер нисә йыл Өфөлә Мәжит Ғафури мемориаль-йорт музейы директоры вазифаһын башҡарҙы. Музей йылдан-йыл байый, яңы экспонаттар менән тулылана бара. Шағирҙың шәжәрәһе, ҡулъяҙма­лары, аралашҡан кешеләре хаҡындағы мәғлүмәт­тәр, тормош һәм ижад юлын сағылдырған ғилми, әҙәби китаптар менән бер рәттән ХIХ быуат башында ошо төбәктә ғүмер иткән ауыл халҡының көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр ҙә ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Аҡмулланың стеналағы шәжәрә ағасы, туған­дары хаҡындағы мәғлүмәттәр ике йыл элек булған бер хәлде иҫкә төшөрҙө. Йәй уртаһында төрки донъяһында билдәле ғалим, яҙыусы, Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара Төркөстан университетының вице-президенты Күлбәк Ергөбәк ике хеҙмәттәше менән беҙҙең ғаиләгә ҡунаҡҡа килеп төштө. Оло ҡунағыбыҙ: “Беҙ Башҡортостанға Аҡмулланың тыуған яҡтарында булып, музейын ҡарарға, ауылдаштары менән осрашырға тип килдек, шунда алып барығыҙ”, – тигәс, уларҙы Туҡһанбайға илттек. Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, музей директоры ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы һәм бер нисә хеҙмәт­тәше менән көтөп тора ине. Ҡунаҡтарыбыҙ ҙур иғтибар менән экспонаттарҙы ҡараны, һөйләгәндәрҙе һорау бирә-бирә тыңланы, музей эсен фотоға, видеоға төшөрөп алдылар. Бигерәк тә Аҡмулланың шәжәрәһе, уны белгән кешеләрҙең иҫтәлектәре, хаттары ҡыҙыҡһындырҙы Ҡаҙағстан ғалимдарын. Хушлашҡанда, тулҡынланып, былай тине академик Күлбәк Сәрсен улы: “Бына хәҙер Аҡмулланың тап ошо ерҙеке булыуына тамам ышандым инде, был фактты ғилми эштәремдә, әҙәби әҫәрҙәремдә мотлаҡ ҡулланасаҡмын. Юғиһә Аҡмулланың ҡайҙа тыуып үҫкәнлеге хаҡында имеш-мимеш күп йөрөй бит. Дөп-дөрөҫөн белгем, документтарын үҙ күҙем менән күреп ышанғым килде”, – тине.
Миәкәләр байрам ойоштора белә инде ул: район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайында ниндәй генә күргәҙмәләр ҡуйылмаған?! Тегеү, сигеү, бәйләм өлгөләре, аллы-гөллө аҫалы балаҫтар күҙҙең яуын алып тора. Һәүәҫкәр рәссамдарҙың рәсем-картиналарының ниндәйе генә юҡ?! Шаҡмантамаҡта тыуып-үҫеп, әле Благовещенда йәшәгән Ғабдулла Әхмәтшин, Сәфәрҙән Рафаэль Абдуловтың ижади өлгөләренә, Тамъян-Тамаҡтан 84 йәшлек Тәскирә Солтанованың ҡул эштәренә һоҡланмаған кеше ҡалманы.
Зал тулы халыҡ ҡыҙыҡһынып сәхнәгә төбәлгән. Мәҙәниәт һарайҙарындағы кисә бөйөк мәғрифәтсе-шағирҙың тормош юлы, ижадҡа килеүе күренештәре менән башланып китте. Миәкәнең үҙешмәкәр артистары юҡҡа ғына төбәк-ара конкурстарҙа призлы урындар яуламай икән. Кескәй малайҙарҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем һыҙҙырып уйнаған ҡурайсылар һәм өҙҙөрөп көй башҡарған гармунсылар ансамбл­дәренең илһамлы сығыштары, дәртле күмәк бейеүҙәр, үҙешмәкәр йырсыларҙың моңло тауышы байрамдың сағыу биҙәге булды.
Аҡмулла байрамына ике көн алда ғына Өфөлә оло шәхесебеҙ, арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәновтың иҫтәлегенә арналып уҙғарылған “Әхмәт әйтештәре” конкурсында еңеүселәр ҙә саҡырылған икән. Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина етәкселегендәге был ижадсыларҙың шиғри сығыштарын Миәкә тамашасылары алҡыштарға күмеп тыңланы.
Кисәлә Аҡмулла премияһы лауреаттары – әҙиптәр Факил Мырҙаҡаев, Сәрүәр Сурина, Фәнис Янышев, Гөлфиә Юнысова (һүрәттә), “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләм, яҡташтарына уларҙың образдары һынланды­рылған ҡырҡ картина бүләк иткән күренекле рәссам Риф Абдуллин, бер-бер артлы сәхнәгә сығып, Аҡмулла ижады, үҙҙәренең Миәкә районы халҡы менән ижади бәйләнештәре хаҡында һөйләне, шиғыр уҡыны.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәренең фәһемле сығыштары ла кисәне йәмләп ебәрҙе. Миәкә районы хакимиәте башлығы Рәшит Ғәбдрәшит улы Аҡтуғанов Аҡмулла ижадының бөгөн дә көнүҙәк булыуы, уҙғарылған сараларҙың халыҡты, бигерәк тә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге роле хаҡында бәйән итте, ҡунаҡтарҙы район эшсәндәренең уңыштары менән таныштырҙы. Төбәктә йылдың-йылы халыҡ-ара Аҡмулла көндәре генә түгел, “Аҡмулла нәсихәт­тәре” фольклор байрамы, милли көрәш буйынса ярыштар үтә икән.
Байрамдың тантаналы мәле етте, райондың хакимиәт башлығы Аҡмулла исемендәге премияны һәм лауреат исемен раҫлаған дипломды Вәсим Хәсәновҡа тапшырғанда халыҡ алҡышлап хуп­ланы. 28-се лауреатҡа был мәртәбәле исем Аҡмулла музейын ойоштороуҙағы хеҙмәттәре өсөн бирелде. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” колхозында һәм “Миәкә” совхозында хужалыҡ етәксеһе вазифаларын башҡарған Вәсим Ғариф улы сәхнәнән Аҡмулла хаҡында үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: егерме йылдан артыҡ районды етәкләгән, Аҡмулла кисәләрен үткәреүҙе, уның премияһын, музейын булдырыуҙы ойоштороп, уларҙы матур йолаға әйләндереүҙә ҙур көс һалған Хәбир Мусин һәм уның уңған илһөйәр командаһы башлаған изгелекле эштәр заман мөмкинлегенә ҡарап әле лә дауам итә. Уның элекке урынбаҫарҙары Зоя Степанова, Йәдкәр Ғәзизов, Валерий Вәхитов әлеге кисәлә хөрмәтле ҡунаҡтар булып ҡатнашты.
Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа район хакимиәте башлығы вазифаһын иңенә алып халыҡ мән­фәғәте өсөн тырышып эшләп йөрөгән Рәшит Аҡтуғановҡа һәм уның лайыҡлы хеҙмәттәштәренә уңыштар юлдаш булһын!
…Тирә-яҡтағы ап-аҡ киңлектәрҙә иҫәп-хисапһыҙ кескәй йондоҙсоҡтар емелдәй. Кискә табан тышта тағы ла нығыраҡ һалҡынайтҡан. Ә күңелдәрҙә Аҡмулла шиғырҙары ҡабатлана, рухи көс ҡанатлана, илһам нурҙары балҡый.
…Ҡыш килдеме, ҡунаҡ көтөп ала
Миәкәнең ялан-далалары;
Һәр йыл һайын илһам тейәп ҡайта
Бынан илдең моңло балалары.
Һәр йыл һайын нығыраҡ уңалғандай
Аҡмулланың йөрәк яралары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872