Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ер – яҡын, тыуған ил – алтын
Тыуған ер – яҡын, тыуған ил – алтын Күңелдәге яҡты сәхифәләрҙе ваҡыт ҡына юя алмай икән. Бәлки, ауылда тәбиғәт балаһы булып үҫкәнгәлер, урман-һыуҙарға, тау-далаларға туранан-тура мөнәсәбәтле кешеләр миңә үҙҙәрендә ни дәрәжәләлер мөғжизә йөрөткән һымаҡ тойола ине. Үҫеп етеп, республика буйлап йөрөй башлағас, юлымда төрлө һөнәр менән мәшғүл булған йөҙҙәрсә кеше осраны. Һәм мин матди ҡиммәттәр тыуҙырған һәм рухты байытҡан һәр шөғөлдөң хәләллегенә инана килдем. Әлбиттә, иген үҫтергән ағайҙар менән томаналыҡ томанын таратҡан мөғәллимә апайҙар улар араһында айырылып тора. Сөнки икмәк менән аң-белемгә тиңләшерлек ғәмәлдәр юҡ. Ә урман үҫтереүсе һуң? Эйе, был һөнәрҙең әһәмиәте әле булһа баһаланмаған.
Иртә көҙҙән йәйгә ҡәҙәр мәктәп юлын тапау бала-саға өсөн еңел эш түгел. Ярай әле беҙ үҫкәндә хәҙер­ге кеүек сумка тулы кәрәккән-кәрәкмәгән китап-дәфтәр, алмаш аяҡ кейеме юҡ ине. Шулай ҙа еңел-елпе генә өҫ-баш, мейесе иртән генә яғып ебәрелгән һыуыҡ мәктәп ҡара көҙҙәрҙә, оҙон ҡыштарҙа, яҙғы айҙарҙа тамам хәлде ала. Йәй етеп килә, морон төрткән һәр үләнде тының менән тартып алырҙай булаһың. Сөнки тупраҡтан йәшеллек менән бергә тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ шытып сыға. Шунанмы, урмансылыҡ хужалы­ғында эшләгән Ғәбдинур Сафин менән Хәмит Заһ­рет­динов апаларҙың ҡасан ат егерен, беҙҙе тейәп Урал яғына сығып китеү көнөн түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Урал тигәнебеҙ хәҙер аңлағанса меңәр саҡрымға һуҙылып ятҡан оло тау түгел инде. Беҙҙә Бөрйән яғына ҡараған шыр урманлы тау яҡтарын Урал тип йөрөтәләр. Ә инде семтеп, өҙөп, йолҡоп, ҡаҙып алырлыҡ ризыҡ урманда һәр ваҡыт табыла.
Ғәбдинур менән Хәмит апаның ат егеп юлға сығыр сағы беҙгә, бер яҡтан, байрам булһа ла, себен-серә­кәйҙең нәҡ уҫаллашҡан ваҡыты булыуы хәлде ала. Ожмахты көтөү – үҙе үк ожмах тигәндәй, эшләү мә­шә­ҡәтлерәк булһа ла, урманда йөрөү барыбер ҡыуаныс. Ә инде кисен ялҡынланған оло усаҡ тирәләй ултырыуҙар! Дөм-ҡараңғылыҡ, беҙ гел утын өҫтәп торған усаҡтан тайпылып, тирә-йүндәге дәү ҡарағайҙар ышығына боҫҡан. Көндөҙөн көләс, мең төрлө биҙәктәргә төрөнгән урман шулай төнгә табан серле лә, шомло ла донъяға әүерелә.
Эш ваҡытында әлһерәп, кисте көтөп ала алмай йөрөһәк тә, тамаҡ ялғап, усаҡ тирәләй йыйылыр мәл етһә, йәнә дәртләнеп китәбеҙ. Малай-шалайҙың арыу-талыуын бер һыныҡ икмәк менән көрөшкә сәй ҙә еңә икән. Ғәбдинур апа йомоштарын теүәлләү менән үк ҡыуышына инеү яғын ҡарай. Хәмит апа улай түгел. Ул – асыҡ күңелле, ипле генә итеп йор һүҙ ҙә әйтә белгән кеше. Һуғышта разведкала йөрөгән. Бабайҙың киң ҡулбаштарына, имәндәй муйынына, йыуан ботаҡтарҙы сыбыҡ урынына һындырған ҡулдарына ҡарайһың да разведчик тотоп алғанда дошмандың ни хәлдә булғанын күҙ алдына килтерергә тырышаһың.
Эй, был урман! Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин һине мәңгелек тип атаһа ла, һин дә хәлһеҙләнәһең икән! Ҡыҙғанам мин һине, бала сағым урманы, һинең тирәлә өйөрөлгән серәкәйҙәр безелдәп кенә йөрөмәй шул. Улар һинең кейегеңде лә ҡырыр, үҫемлектәрҙе лә бөтөрөр, үҙеңдең дә тамырыңды ҡоротор.
Яҙмыш шулай йөрөттөмө, ғүмер юлымдың хәтһеҙ араһы урман аша үтте. Ә унда йөрөгәндә урмансылар менән осрашмау мөмкин түгел. Унынсы класта уҡып, мәктәптән һуң тәртәне ҡайһы тарафҡа борорға икән тип уйлана башлағанда, ауылыбыҙға мыйыҡ та сыҡ­маған бер рус егете килеп төштө. Лесничий булып ифрат ҡыҙыу холоҡло, уҫал тауышлы Хәбил Ахунов исемле татар ағай эшләй ине. Әлеге егет Ахуновҡа ярҙамсы булып килгән икән. Йыуаш күренә, Хәбил ағай иһә һүҙен самалап һөйләгән кеше түгел. Сергей беҙҙән ике өй аша ғына, әлеге Ғәбдинур апа­ларға фатирға урынлашты. Ул саҡта минең рус теле таҡыр булһа ла, йәштәшем Соколов менән тиҙ таныш­тыҡ, уның да төпкөл башҡорт ауылында морон төртөр урыны юҡ, әйләнә лә минең янға килә. Ҡыҫҡаһы, ми­не университетҡа Сергей оҙатып ҡалды. Күп тә тормай, үҙе лә Свердловск урман техник институтына уҡырға китте. Бик күп йылдар үткәс, хәбәр алдым: Сергей Соколов, ғалим булып, шул институтта уҡытып йөрөй икән.
Хәмит, Ғәбдинур апалар менән серәкәй-күгәүендән талана-талана үҫтергән ағастарыбыҙ инде тамырын төпкә ебәргән баһадирға әүерелгәндәр. Аҡташ үҙәнен­дәге боронғо ҡоҙоҡта йәйге селләлә лә һалҡын һыу, бәлки, кипмәгәндер. Бала саҡта беҙгә осһоҙ-ҡырыйһыҙ күренгән урмандар бөгөн улай уҡ ҡуйы, бай түгел. Улар­ға хәҙер кемдәр хужа булыуын, кем хәстәрлегенә ҡалыуын аныҡ ҡына белгән кеше юҡ. Яугир Хәмит, Ғәб­динур апалар күптән инде мәрхүм. Хәбил ағай Аху­нов та, олоғая башлағас, фронтовичка Камилә апай менән етеп килгән ҡыҙын һәм улын эйәртеп, ҡай­ҙа­лыр күсенеп китте. Улар йәшәгән матур, шаулап тор­ған йорттоң сереп ергә һеңә барыуын күреп эс боша.
Хәйер, лесничий йорто ғына сереһә, нигеҙенә кемдер яңыһын күтәрер ҙә йәшәй башлар ине. Ҡасан ғына әле колхозлы, фермалы, һөт айыртыу пунктлы, техникалы, сельполы, ауыл Советлы, бригада конторалы, йылҡылы, көтөү-көтөү маллы, лесничестволы, ә иң мөһиме – рәсми документтарҙа 1786 йылдан тер­кәлгән, мәктәбе йөҙ ҙә ун йыл аң-белем таратҡан дүрт урамлы ауыл өнһөҙ-тынһыҙ ергә һеңә бара һымаҡ. Таулы-урманлы төбәк һаналһа ла, был яҡта ла иген сәсерлек баҫыуҙар, бесән сабып өйөрлөк туғай-болондар күп. Ул баҫыуҙарға трактор-комбайндар сығып әйләнмәгәнгә лә байтаҡ ғүмер үтеп бара. Күмәк хужалыҡ, уның ишле малы булмағас, шәхси иха­таларҙа мал-тыуар тоторлоҡ ир-ат ҡалмағас, ул ту­ғай­ҙарҙа кем салғы сыңлатһын? Йөрөй торғас, “ауылдың үлеме ошомо икән әллә?” тигән уй йөрәкте һыҙлатып ебәрә.
“Еребеҙ ҙә алтын, һыуыбыҙ һалҡын, Ҡыҙыл буйы кеүек ер ҡайҙа?” – тип хисләнеп һәм ғорурланып һуҙып ебәрер ине оло апалар. Мөғжизә булып, улар әлеге ергә әйләнеп ҡайтһа, ни күрер ҙә күргәндән һуң ниндәй кисерештәргә сумыр ине икән? Әгәр ер эшкәртеп, иген сәсмәһә, һәр иртә малдарын көтөүгә ҡыумаһа, ауыл йәшәй аламы ни? Игенсеһе, малсылығы булмаһа, асфальт түшәлгән урамдарҙа кем йөрөр, газлы өйҙәрҙә кем йәшәр? “Йыртыҡ ыштанға – алтын ямау” тигәндәй, үлем сигенә еткән ауылдарға, мәҫәлән, Интернет нимәгә кәрәк?
Уҙған быуаттарҙа башҡорттоң мөшкөл хәлен күреп, изге күңелле рус мәғрифәтселәре һәм дәүләт эшмәкәр­ҙәре ошо халыҡты юғалтыуҙан һаҡлап ҡалыу сараларын ашығыс күрергә тип саң һуҡҡан. Был йөрәкһеҙ хакимдар ҡолағына һәм күңеленә барып еткәндерме-юҡмы, әммә йәмәғәтселек уға битараф ҡалмаған. Тарихи хәтер әле тере, тип раҫлаһаҡ та, бөгөнгө ха­ким­дар ауыл һәм ергә ҡарата ниңә шул ҡәҙәре бәғерһеҙ? Колхоздар һәм совхоздар тарҡалды, улар урынына яһалма рәүештә башҡа төрлө хужалыҡ итеү формаларын индереп ҡараныҡ, ғәмәлдә иһә паровоздың пары һыбыҙғыға ғына китте. Ауылда ер бүлешеү ҡағыҙҙа ғына тормошҡа ашырылды. Әгәр дәүләт ауыл хужалығын тамам юҡ итеүҙе рәсми сәйәсәт итеп алған икән, уға тейешле исем дә, баһа ла бирелергә тейеш. Һис тынмаҫ кәңәшмәләр, блогтар, вәғәҙәләр һәм янауҙар менән генә ер һөрөү түгел, әтәсте ҡысҡыртып та булмай. Ауыл кешеһе түҙемле, баҫылған һәм хәҙер фани донъяға ҡул да һелтәгән.
Хәсрәт менән мөлдөрәмә тулы заманда йәшәгәс, шундай уйҙарҙан, зар илатыр хәтирәләрҙән һис айырылып булмай шул.
– Донъяла ни әсе?
– Етемлек әсеһе әсе.
Был – халыҡтың әйткәне.
Үҙең күптән – атай, хәҙер инде олатай исемен йөрөткән кешегә әллә ҡасан ғәйеп булған атаһын һағынып ултырыу рухтың йомшарыуы йә иһә сабый­лыҡҡа ҡайтыу түгелме икән? Хәйер, һиңә ғүмер биргән әсәйеңде, атайыңды онотоу йә хәтергә алыу­ҙың миҙгелдәрен, ваҡыт сиктәрен кем билдәләгән? “Әсәй”, “атай”, “балам” тигән изге һүҙҙәр кеше ғүме­ренең бер генә мәлендә лә иҫкермәй. Улар, доға һымаҡ, ҡабатлаған һайын яңыра ғына баралыр.
Хәтерҙең һүнеп барған ҡуҙына ут өрөп ултыры­уымдың сәбәбе бер нисәү. Былтыр Аллаһ Тәғәләнең ҡаты ҡәһәре төшкән немец атлы фашистарын Европала тонсоҡтороп, япон самурайҙарын Көнсығышта дөмбәҫләп, Икенсе донъя һуғышын еңеүле тамамлап ҡуйыуыбыҙға етмеш йыл тулғайны. Был хәлдең ололоғон, тантаналар үткәреүгә ҡарамаҫтан, беҙ әле булһа аңлап та, баһалап та етмәйбеҙ шикелле. Әммә һуғыш һәм уға бәйле хис-тойғолар ҡулға ҡәләм алырға йәнә һәм йәнә мәжбүр итә.
Икенсенән, яуҙа ҡалған ҡайнымдың, Ғөзәйер Сәғит улы Сәғитовтың, тыуыуына шул йылда – 110, атайым Әҡсән Ҡәйүм улы Ҡотлоғәлләмовҡа 100 йыл тулғайны. Илебеҙгә дошман баҫып ингәндә атайыма – 26, ҡай­ныма 36 йәш булған. Тәүгеһе, Темәс педагогия учили­щеһын ситтән тороп тамамлап, Хәмит, Булат, Ҡалмаҡ мәктәптәрендә мөғәллимлек итеп, өс балаға ғүмер биреп, 1942 йылдың ғинуарында фронтҡа киткән. Әсәйемдең әйтеүенсә, һуғышҡа инмәҫ борон унан ике генә хат килеп өлгөргән. Хәҙер атайым тураһында “Кутлугаллямов Аксан Каюмович, 1915 г.р., уроженец д. Абдулгазино Абзелиловского района, красноармеец, пропал без вести в августе 1942 г.” тигән яҙыу ғына ҡалды.
Икенсе яҙыу: “Сагитов Гузаир Сагитович, 1905 г.р., уроженец д. Аюсазово Абзелиловского района, 287 СД, красноармеец, погиб 8 сентября 1942 г., похоро­нен: Орловская обл. Мценский район, д. Зеленый Холм”. Хәйер, улар ғына булһа... Атайымдың бер туған аға­һы Әнәс Ҡәйүм улы Ҡәйүмов, 30-сы уҡсы ди­визияның 96-сы полкы яугире, 1942 йылдың 25 ав­гусында һәләк булған һәм Смоленск өлкәһенең Шаташа ауылы тирәһендә ерләнгән. Ғарифулла олата­йымдың ҡустыһы Әҡсән Ихсанов 1942 йылда ғәйеп булған.
1942 йыл... Халҡыбыҙҙың ҡанға сәсәгән, илебеҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған мәле. Атайымдың ауылдашы һәм хеҙмәттәше, күп йылдар үткәс, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып киткән, һуғыштан 1945 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһендә ҡайтып төшкән Мотаһар Билалов апаның урыҡ-һурыҡ хәбә­ренән шуны аңланым. Атай 1942 йылдың яҙы-йәйендә Харьков өсөн барған өмөтһөҙ һуғышта ғәйеп булған. Беҙҙең ғәскәрҙәр, тарихи белешмәләрҙән күренеүенсә, командованиеның фарманын үтәй барып, тәүҙә дош­мандың оборона һыҙығын өҙә ала. Ә аҙаҡтан, өҫтәмә ярҙам килеп етмәү арҡаһында, Краматорск, Славянск эр­гәһендә Көньяҡ-көнбайыш фронтының бер нисә армия­һы фашистарҙың ҡамауына эләгә. “Дошмандың өҫтөнлөклө көстәре менән совет ғәскәрҙәре ауыр кө­рәш алып барҙы. Фашист авиацияһы күктә хужа ине, боеприпастар, яғыулыҡ, ризыҡ бөттө. Ҡа­малған ғәскәрҙәр, кескенә төркөмдәргә бүлгеләнеп, дошман фронты аша Северский Донецтың көнсығыш ярына сығырға тырышты”, – тигән юлдар бар ошо ваҡиғалар тураһындағы яҙмаларҙа.
Ҡыҫҡаһы, ҡамауҙан 22 мең самаһы кеше сыға ал­ған. Атайым менән хеҙмәткә бергә эләккән Мотаһар Билал улы: “Әҡсән йылғаны Харьковҡа ҡарай кискәндә күҙгә салынып-салынып ҡалды, ләкин немец беҙҙе ки­ре бәреп сығарғас, уны башҡаса күрмәнем”, – тине.
Мәскәү өсөн 1941 – 1942 йылдарҙа барған һуғыш­тарҙа Брянск фронты ғәскәрҙәре лә ҡатнашҡан бит. Бында ла фронттың армиялары ҡыҫым аҫтында тарҡала, байтаҡ ғәскәр ҡамауға эләгә. Әммә улар, сая ҡаршылыҡ күрһәтеп, Орел, Мценск, Поныри йүнәлешенән дошманға Мәскәүгә юлды яба. Уның ҡарауы, ошо тирәләрҙә туғандар ҡәберлектәре бихисап... Бер йыл ҡыш шулар араһынан Ғөзәйер Сәғит улының исем-шәрифенә яҡын яҙыулыһын таптыҡ. Нисек булһа ла, ошонда ул яталыр әле, тигән ышаныс менән ҡайттыҡ. Йөрәк яңылышмай ҙа инде...
Ғәрәсәт тымып, армия бер аҙ хәл алғас, имен ҡал­ған һалдаттар ҡайта башланы. Улар һуғышҡа кит­кәндә әле имсәк имгән сабыйҙар булғанғалыр, шинелле-итекле апа-олатайҙарҙы танымайбыҙ. Ҡаҙмаштан сержант Нуретдин Әһелов, өлкән лейтенант Хәбибулла Зәйнуллин, рядовой Шаһишәриф Аб­дуллин, Әбделғәзенән өлкән лейтенант Бәшәр Әх­мә­тов, Рыҫҡужанан ағалы-ҡустылы Нуриәхмәт менән Нурғәли Әхтәмовтар, Әбделғәзенән өлкән лейтенант Мотаһар Билалов... Хәләлем Сания, Айыуһаҙы ауылында тыуған, Күсемдә буй тартҡан, Ташбулатта хеҙ­мәт юлына баҫҡан кеше булараҡ, Айыуһаҙынан сер­жант Хужа Әхмәткирәев, Күсемдән лейтенанттар Вәдүт Әхтәмов, Ғүмәр Ғилманов, Теләштән ефрейтор Нәҡип Нәбиуллиндарҙың яу юлдарын үтеп ҡайтыуын ишеткәндер.
Был донъяла күп нәмә осраҡлы. Ошо юлдарҙы мин уҙған йыл 22 июндә яҙа башлағайным. Аҙағыраҡ ҡайһы бер икеләнеүҙәр эшемде туҡтатып торҙо. Ул ир­тәне, салт аяҙ булһа ла, ҡояшлы күңел менән йыл­майып ҡаршылау мөмкин түгел. Сәй эсергә тип кухняға сығып, ғәҙәтләнгәнсә, телевизор ҡабыҙҙыҡ. Бер каналда әзмәүерҙәй ир аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәтә, икенсеһендә осһоҙ-ҡырыйһыҙ сәйәхәт тура­һын­да бөтмәҫ сафсата, йәнә ары китһәк, Мәскәү мә­рә­кәсеһе үҙ һүҙенә үҙе ауыҙ йыра. Бына экрандар урамда аҡырышып йөрөгән йәш-елкенсәк менән тулды. Күптәренең ҡулында – һыра шешәләре, ҡулбаш­тарына дәүләт әләмдәре уралған... Кемдәр һуң улар – флагтарға төрөнөп, һөрән һалып урамға сыҡҡан әҙәмдәр? Баҡһаң, Рәсәй туп типкерҙәре, ни мөғжизә менәндер, Лихтенштейн тигән “ҙур” дәүләттең футбол командаһын еңгән икән.
Туҡтағыҙ, бөгөн ниндәй көн һуң әле? Күрмәгән атайҙарыбыҙҙы ҡатыным менән хәтерләп ултырабыҙ. Уның атаһының фоторәсеме һаҡланмаған, минекен эҙләп-эҙләп тә таба алманыҡ, шуға килеш-килбәттәрен үҙебеҙсә күркәм, мөһабәт рәүештә күҙ алдына килтерәбеҙ. Әсәйҙәребеҙ улар тураһында тағы ла ниҙер һөйләр ине лә, үҙҙәре күптән баҡыйлыҡ илендә. Хәйер, беҙ атайҙарыбыҙҙың үҙ фантазиябыҙ, хыялыбыҙ тыуҙырған образына күнегеп тә бөткәнбеҙ икән, улар тиҫтәләрсә йылдар беҙҙең менән йәшәгән, сөнки үҙебеҙҙе белә башлағандан бирле атай тураһында уйламаған көн булмаған.
“Етем илаһа, ер-һыу илар” тигән һүҙ бар. “Атаһы юҡтың яҡ-яғы юҡ” тип тә өҫтәйҙәр. Баштан төрлөһө үткәндер. Етем үҫеүҙең, матди мохтажлыҡтар менән бәйләнгән булыуынан бигерәк, ҡанатһыҙ икәнлегеңде тойоу ауырыраҡ. Ғүмерҙең ҡайһы бер мәлдәрендә “Әсәкәйем!” тип иңрәгәндә был өндәшеү-һыҙланыу атайыңа ла төбәлә. Уны һис ҡасан күрмәһәң дә, ҡу­лы­нан һыныҡ әпәкәй алмаһаң да. Тәүге көндәрҙә, фронтҡа йәшен-ҡартын һепергән көндәрҙә, ҡатыным­дың атаһы Ғөзәйер Сәғитовҡа ҡағылмай торғандар. Мәсьәлә шунда: егерменсе быуат башында уҡ әле Айыуһаҙы, Йәлембәт, Күсем, Нияҙғол ауылдары тирәһендә марганец мәғдәне ятҡылыҡтары асылған. Тимәк, руданы бер юлы бер нисә урында сығара башлағандар. Күсем руднигында, миҫалға, мәғдәндең тәүге партияһы 1916 йылда уҡ алынған. 1930 йылдан алып Күсемдә рудник асыҡ ысул менән эшләгән, ә биш йыл үтеүгә мәғдәнселәр ер аҫтына төшкән һәм шахтерҙар тип йөрөтөлә башлаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Күсем руднигында ғына 350 кеше эшләгән, Магнитогорск металлургия комбинатына ай һайын дүрт-биш мең тонна руда оҙатылып торған. Ә марганец ҡушмайынса броня ҡоросон ҡайнатыу мөмкин түгеллеге мәғлүм.
Ғөзәйер Сәғитов әлеге шахтала эшләгән һәм бер ни ҡәҙәр ваҡыт “бронь” уны фронтҡа саҡырыу ҡағы­ҙынан һаҡлаған. Ябай аҡыл менән уйлағанда дәүләт өсөн кем кәрәгерәк: йүнләп ҡоралланмаған, рәтләп өйрәнелмәгән һалдатмы, әллә броня өсөн марганец сығарған таусымы? Әммә түрәләрҙең фекерләү логикаһы үҙенсә һәм ҡырҡ икенсе йылдың башында әлеге “бронь” юҡҡа сығарылып, шинель кейгән таусы бер нисә айҙан һуң һәләк була.
“Атайһыҙ бала етем түгел, әсәйһеҙ бала етем”, – тип тә раҫлай халыҡ. Ысынлап та, етемлек яҙмышы нисек кенә әсе булмаһын, әсәһе иҫән ваҡытта бала үкһеҙ ҡалмай. Үҙебеҙ ғүмер юлының һуңғы аҙымдарын һанаған осоронда булһаҡ та, ҡатыным менән мин әсәйҙәребеҙҙең сабырлығына һәм рухи ныҡлығына хайран ҡалып йәшәнек. Улар үҙҙәренең әсә бурысын дәүләт иңенә күсереп һалыу тураһында, аңлауыбыҙса, уйлап та ҡарамаған. Дәүләт яғынан ярҙам булһа, рәхмәт, юҡ икән, тимәк, уның беҙҙән дә былайыраҡ хәстәрлектәре барҙыр. Әсәйебеҙгә, мөғәллим­дәребеҙгә йәнә бер яҡтан рәхмәтлебеҙ: улар беҙҙә һуғыш үткән һәр кемгә ҡарата эскерһеҙ ихтирам тәрбиәләне. Һәр яугирҙә беҙгә атайҙарыбыҙ рухы күренгәндәй булды һәм, ысынлап та, ғүмер юлыбыҙҙа элекке фронто­виктарҙан күп изгелек татыныҡ.
Бер ваҡыт “Хәтер” серияһының йомғаҡлау томын әҙерләү сираты еткәс, миңә мөхәрририәттең эшсе төркөмө етәксеһе полковник Рафиҡ Вәлиев шылтыратты. “Һуңғы томды ниндәйҙер йомғаҡлау һүҙе ме­нән ябыу кәрәк. Ғалим кеше, хөрмәтле бер һуғыш ветеранына мөрәжәғәт иткәйнек, Марсель атаһын яуҙа юғалтҡан егет, һуғыш темаһына ул ихлас мөнәсә­бәттә, яҙырға тейеш, тип яуап бирҙе. Ризаһыңмы?”
Бындай осраҡта ризалыҡты һорау – артыҡ эш. Әҙәм балаһының хәтере ныҡ та, игелекле лә булырға тейеш. Бөйөк Еңеүгә ете тиҫтә йыл тулһа ла, күптәр кешелекте һуғышҡа дусар иткән ысын сәбәптәрҙе, был афәткә ҡәҙәрге, ул осорҙағы һәм унан һуңғы ҙур сәйәсәттең йәшертен пружиналарын, совет халҡының юғалтыу ҙурлығын һаман белмәй.
Һәр нәмәнең ололоғо ситтән яҡшыраҡ беленә бит. Беҙ әле булһа яугирҙәр ҡаһарманлығының сығанаҡ­тарын асырға, йәштәрҙе шул сығанаҡтарға яҡынай­тырға тыры­шабыҙ. Ҡоласын фекер менән дә, ҡараш менән дә иңләй алмаҫлыҡ һуғыш хаҡындағы хәтирә­ләр кешелек йәшәгән саҡта киләсәк быуындарҙың хәтерен һәр ваҡыт ҡуҙғытып торасаҡ тип ышанғы ки­лә. Тарихсылар киләсәктә, бәлки, һуғыштың сә­бәп­тәренә, уның барышына һәм һөҙөмтәләренә икенсерәк күҙ менән ҡарар, әлегә билдәле булмаған яңы факттар һәм хәлдәрҙе асыҡлар, көтөлмәгән һығымтаға килер. Әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡалыр – һәр нәмәнең ололоғо һаҡланыр.
Әсә мөхитендә өс аҙна үтеүгә, имеш, сабыйҙың йөрәге хасил була, һәм ул тибә лә башлай икән. Әгәр сағыштырыуҙы дауам итһәк, йәйге тәбиғәт – балаһына көн яҡтыһы күрһәтергә әҙерләнгән, көҙ миҙгеле – бәпәйен ҡулына алған әсә һымаҡ. Тәбиғәттә лә бихисап йән тереклек итә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йөрәк тибә. Беҙгә шул йәндәрҙең яныбыҙҙа булыуын күрергә, йөрәк тибештәрен һиҙергә өйрәнергә ине. Бөгөнгө сәбәләнеүле тормош үткәндәрҙе ашыҡмай хәтергә алырға, беҙҙән алда киткәндәрҙең ғүмеренә яҡты күңел менән ҡарарға форсат биреп бармай. Иркен баҫыуҙарыбыҙға хәҙер инде эшләнгән мөғжизә-комбайндар сыға. Ураҡтан алда ла яландарҙа шулай уҡ мөғжизәле культиваторҙар, тырмалар, сәскестәр елдереп йөрөнө. Механизатор хеҙмәтен хәҙер ауыр тип әйтмәҫкә лә ярайҙыр. Ләкин ошо ерҙәрҙе иң башлап кемдәр һөргән, Башҡортостан баҫыуҙарын ил өмөтләнеп торған донъяға кем әүерелдергән?
Урамда, йоҡолағы ҡарғаларҙы өркөтөп, ҡытай петардаларын аталар. Һәр үҫмерҙең тиерлек ҡулында – һыра. Егеттәр дәүләт әләмен уйһыҙ-моңһоҙ ҡыҙҙар­ҙың биленә урай. Туп тибеү милли мәртәбәне күтәрә­ме-юҡмы, иллә иген игеү һәм ил һаҡлау шул мәртә­бәнең иң юғары нөктәһе булыуына инанғанмын.
Тормошобоҙ ығы-зығы менән үтә. Беҙ изге хәтерҙе һуғыш батырҙары тураһында яһалма хәстәрлек ал­маш­тырған игелекһеҙ заманға тап килдек. Яугирҙә­ребеҙҙең әле иҫәндәре Сталинград янындағы һуғыштарҙа һәм Берлинды алғанда имен ҡалып та, үҙҙәре ҡурсалаған илдә һаман мохтажлыҡ кисерә, үтенеүсе рәүешендә йәшәй. Бәлки, мөҙҙәте еткәс, был да үтер. Тик ул ваҡытта беҙ яҡын күргән кешеләр ҙә, үҙебеҙ ҙә булмаҫбыҙ, был ерҙә һеҙҙе ташлап китергә теләмәгән йәнебеҙ генә ҡалыр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872