Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тауыҡ йылымы, Әтәс йылымы?
Тауыҡ йылымы, Әтәс йылымы? 2016 йыл Маймыл йылы икәнен белгертте, бик ҡаты белгертте: йәй көнө һауа торошо маймыл кеүек һикерҙе генә, ә августа Африка эҫелеге менән хәлде алды. Йыл хужаһына оҡшарға маташыуы булғандыр. Халыҡтың “Ауғыс (август) тыуҙы – ауыҙ туңды” тигәнен пыран-заран юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы. Донъя йөҙөндә лә тотороҡлоҡ булманы: унда һуғыш, бында сәйәси ғәрәсәт, теракттар...
Маймыл йылы 1 ғинуарҙа ғына та­мамланмай әле, ғәҙәттә, шәрҡи мө­сәл буйынса яңы йыл февралдә генә башлана. Шулай булғас, әле беҙгә уның һикерәнләүҙәренә айҙан ашыу түҙергә кәрәк буласаҡ. Хәйер­ле генә тамамланһын инде.
Ҡытай, япон календары, ти ҙә һөй­ләйҙәр хәҙер, әйтерһең, Рәсәйҙәге халыҡтарҙа был булмаған! Башҡорт­та 12 йыллыҡ мөсәл электән йәшәп килгән, һәм аталыштар япон-ҡытай­ҙыҡынан бер аҙ айырыла. Хатта уҙ­ған быуатта ла ололар ошо календарь буйынса һынамыштар әйтеп ҡуя торғайны.
Мәҫәлән, Аждаһа йылы түгел, Лыу (Ылыу) йылы. Уны һүҙлектәрҙә “һыу өҫтөндә батмай йүгереп йөрө­гән оҙон ботло бөжәк” тип аңлаталар. Мәгәр борон һыуҙа йәшәгән ҡурҡы­ныс ғифрит тә шулай аталған – һыу­ҙан аждаһа сыға тигән әкиәт­тәрҙән шул аңлашыла. Ғөмүмән, башҡортта ҡурҡыныс, көслө йән эйәләренә йә­ше­рен исем биреү ҙә киң таралғанлығы күренешелер был.
Киләһе йыл – Тауыҡ йылы. Уны, сит­тән ингән календарға эйәреп, Әтәс йылы тиеүселәр бар. Әммә хал­ҡыбыҙҙың боронғолоғо күрһәтке­се: үҙ мөсәлебеҙ буйынса ул тап шу­лай – Тауыҡ йылы. Фольклорҙа бер генә ерҙә лә Әтәс йылы тигәнде тапмаҫһығыҙ, ә Тауыҡ йылы ту­ра­һын­да мәғлүмәт туп-тулы! Баш­ҡортса мөсәлдә хайуан атамаһы төр (вид) булараҡ ҡулланыла, шуның өсөн беҙҙә Һыйыр йылы, Тауыҡ йы­лы, Барыҫ йылы, Ҡуй йылы, Ҡабан йылы (Сусҡа түгел), Ҡуян йылы... Сөнки үгеҙ малы тип түгел, һыйыр малы тип һөйләшәбеҙ...
Мин мөсәлдең һауа торошона ҡағылышлы һынамыштарын ғына ҡабул итәм, төрлө юрауҙар – хәрәм ғәмәл. Бына ҡайһы бер һынамыш­тарҙы барлап сығайыҡ.
Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йы­лы барын сәс. Тауыҡ йылы – ҡоро­лоҡ, Ҡуй йылы – ҡытлыҡ, Ҡу­ян йы­лы – йотлоҡ, Йылан йылы – баллыҡ, Ҡабан йылы – байлыҡ, Лыу (Ажда­һа) йылы– һыулыҡ. Сыс­ҡан йылы – игенле, шуға сысҡан да күбәйә инде. Йылҡы йылы – ҡаты йыл, уның башы­нан һағай, тип тә әйтеп ҡалдырғандар.
Тауыҡ йылы булыу шәп тә инде: ул – бик хәстәрлекле инәй, йомортҡа ла һала, баҫып та сығара, юҡ ҡына ерҙән дә тибенеп ем табып, ғаиләһен туйҙыра. Тимәк, ас булмаҫбыҙ, тик бик күп “тибенергә” тура килер – быныһы шикһеҙ: аяғың тәпелдәмәһә, ауыҙың сәпелдәмәй.


Автор: Гүзәл СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә