2016 йыл Маймыл йылы икәнен белгертте, бик ҡаты белгертте: йәй көнө һауа торошо маймыл кеүек һикерҙе генә, ә августа Африка эҫелеге менән хәлде алды. Йыл хужаһына оҡшарға маташыуы булғандыр. Халыҡтың “Ауғыс (август) тыуҙы – ауыҙ туңды” тигәнен пыран-заран юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы. Донъя йөҙөндә лә тотороҡлоҡ булманы: унда һуғыш, бында сәйәси ғәрәсәт, теракттар...Маймыл йылы 1 ғинуарҙа ғына тамамланмай әле, ғәҙәттә, шәрҡи мөсәл буйынса яңы йыл февралдә генә башлана. Шулай булғас, әле беҙгә уның һикерәнләүҙәренә айҙан ашыу түҙергә кәрәк буласаҡ. Хәйерле генә тамамланһын инде.
Ҡытай, япон календары, ти ҙә һөйләйҙәр хәҙер, әйтерһең, Рәсәйҙәге халыҡтарҙа был булмаған! Башҡортта 12 йыллыҡ мөсәл электән йәшәп килгән, һәм аталыштар япон-ҡытайҙыҡынан бер аҙ айырыла. Хатта уҙған быуатта ла ололар ошо календарь буйынса һынамыштар әйтеп ҡуя торғайны.
Мәҫәлән, Аждаһа йылы түгел, Лыу (Ылыу) йылы. Уны һүҙлектәрҙә “һыу өҫтөндә батмай йүгереп йөрөгән оҙон ботло бөжәк” тип аңлаталар. Мәгәр борон һыуҙа йәшәгән ҡурҡыныс ғифрит тә шулай аталған – һыуҙан аждаһа сыға тигән әкиәттәрҙән шул аңлашыла. Ғөмүмән, башҡортта ҡурҡыныс, көслө йән эйәләренә йәшерен исем биреү ҙә киң таралғанлығы күренешелер был.
Киләһе йыл – Тауыҡ йылы. Уны, ситтән ингән календарға эйәреп, Әтәс йылы тиеүселәр бар. Әммә халҡыбыҙҙың боронғолоғо күрһәткесе: үҙ мөсәлебеҙ буйынса ул тап шулай – Тауыҡ йылы. Фольклорҙа бер генә ерҙә лә Әтәс йылы тигәнде тапмаҫһығыҙ, ә Тауыҡ йылы тураһында мәғлүмәт туп-тулы! Башҡортса мөсәлдә хайуан атамаһы төр (вид) булараҡ ҡулланыла, шуның өсөн беҙҙә Һыйыр йылы, Тауыҡ йылы, Барыҫ йылы, Ҡуй йылы, Ҡабан йылы (Сусҡа түгел), Ҡуян йылы... Сөнки үгеҙ малы тип түгел, һыйыр малы тип һөйләшәбеҙ...
Мин мөсәлдең һауа торошона ҡағылышлы һынамыштарын ғына ҡабул итәм, төрлө юрауҙар – хәрәм ғәмәл. Бына ҡайһы бер һынамыштарҙы барлап сығайыҡ.
Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йылы барын сәс. Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ, Ҡуй йылы – ҡытлыҡ, Ҡуян йылы – йотлоҡ, Йылан йылы – баллыҡ, Ҡабан йылы – байлыҡ, Лыу (Аждаһа) йылы– һыулыҡ. Сысҡан йылы – игенле, шуға сысҡан да күбәйә инде. Йылҡы йылы – ҡаты йыл, уның башынан һағай, тип тә әйтеп ҡалдырғандар.
Тауыҡ йылы булыу шәп тә инде: ул – бик хәстәрлекле инәй, йомортҡа ла һала, баҫып та сығара, юҡ ҡына ерҙән дә тибенеп ем табып, ғаиләһен туйҙыра. Тимәк, ас булмаҫбыҙ, тик бик күп “тибенергә” тура килер – быныһы шикһеҙ: аяғың тәпелдәмәһә, ауыҙың сәпелдәмәй.