Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылға табип килә!
Ауылға табип килә! Ауыл ерендә табиптарға табыналар, тиһәң дә була: тормошҡа зарланырға яратмаған түҙемле кешеләр аҡ халатлыларға һирәк мөрәжәғәт итергә тырыша, иткән хәлдә лә һаулығын ғына түгел, бар булмышын уларҙың ҡулына ышанып тапшыра. Әммә бөгөн уларҙың өмөтөн аҡларлыҡ һөнәр оҫталары, белемле белгестәр бармы?
Заман ипкене медицина өлкәһен дә ситләп үтмәне. Ауыл ерендә табиптарҙың етешмәүе — ил кимәлендәге киҫкен мәсьәлә. Был хәл белгестәрҙең аҙ әҙерләнеүенә лә бәйле түгел: йыл һайын хеҙмәт баҙары бихисап дипломлы табип менән тулылана, араларында тар йүнәлешле белгестәр ҙә күп. Әммә аҡ халатлылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ерендә эшләргә бик үк атлығып тормай, ҡалала, төшөмлөрәк урында тәжрибә туплауҙы хуп күрә.

Ошо юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән 2011 йылда Рәсәй Хөкүмәте “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында” Законына үҙгәрештәр индерҙе һәм ауыл еренә эшкә барған табиптарға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәге мәғлүм булды. Илебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән программа 2012 йылдан эшләй башланы һәм ошо йылдар эсендә үҙен был өлкәләге иң уңышлы башланғыстарҙың береһе икәнлеген иҫбатланы.
Проблеманы хәл итеүҙең һөҙөмтәле юлы табылған кеүек булһа ла, әлеге ваҡытта ауыл ерендә квалификациялы медицина белгестәре барыбер етешмәй. Рәсәйҙә генә түгел, республикабыҙҙа терапевтарға һәм дөйөм практика табиптарына, педиатрҙарға, анестезиолог-реаниматологтарға, неврологтарға, гинекологтарға ҡытлыҡ, шулай уҡ шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙар ҙа кәрәк.
Күптән түгел Башҡорт дәүләт медицина университетында юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте, унда Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә ҡатнашты. Һөйләшеүҙә табиптарға түләнәсәк эш хаҡы, йәштәргә муниципалитеттарҙың ярҙамы, белгестәрҙе аныҡ урынға тәғәйенләү өсөн маҡсатлы уҡытыу программаһын киңәйтеү саралары хаҡында һүҙ барҙы.
“Ауыл табибы” федераль программаһына ла өмөт ҙур. 2012 йылдан башлап респуб­ликабыҙҙа меңдән ашыу юғары белемле табип ауыл ерендәге медицина учреждениеларына эшкә ҡайтҡан, һәм уларҙың һәр ҡайһыһы 1 мил­лион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған.
“Ауыл табибы” программаһы йылдан-йыл камиллаша бара. 2014 йылға тиклем программала ҡатнашыусыларҙың йәше 25 – 35 менән сикләнһә, 2015 йылдан был талапты – 45, быйылдан 50 йәшкә тиклем күтәрҙеләр. Был – ауыл еренә тәжрибә туплаған, белемен ғәмәли эшмәкәрлек менән тулыландырған медицина хеҙмәткәрҙәре ҡайтасаҡ тигән һүҙ.
Бер нисә йылға иҫәпләнгән “Ауыл табибы” федераль программаһын оҙайтыу һәм камиллаштырыу хаҡында дәүләт кимәлендә һәм йәмәғәт ойошмалары араһында былтырҙан уҡ фекер алышыуҙар яңғыраны, һөйләшеүҙәр алып барылды. Һөҙөмтәлә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары күптән түгел Рәсәй Федерацияһының “Мотлаҡ медицина стра­ховкаһы тураһында” Законына үҙгәрештәр индерҙе, уға ярашлы, “Ауыл табибы” прог­раммаһы киләһе йылда ла тормошҡа ашырыласаҡ.
Белгестәр билдәләүенсә, был – заман ихтыяжы. Ил халҡы, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, сифатлы һәм юғары квалификациялы медицина ярҙамын алырға тейеш. Ошо маҡсатҡа Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фондының 2017 – 2019 йылдарҙағы ҡаҙна проектына 3,2 миллиард һум аҡса һалынған. Программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән сығымдарҙың 60 процентын Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фонды түләһә, 40 процентын төбәк ҡаҙнаһынан бүләсәктәр.
Был программаның төп үҙенсәлеге – 1 мил­лион һумға килгәндә, уны торлаҡ һатып алыу йәки йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн тотоноу зарур. Әгәр ҙә ауыл еренә табиптар ғаиләһе ҡайта икән, урындағы дауаханалағы ихтыяжға ҡарап, белгестәрҙең икеһе лә программала ҡатнашыуы, аҡсалата ярҙамды алыуы ихтимал. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре дауаханала кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Был осорҙа табип декрет ялына китһә, һис тә яҙыҡ түгел – бала ҡарау өсөн тәғәйенләнгән ял ваҡыты дөйөм хеҙмәт стажына инә.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдан алып Башҡортостанда 1051 юғары белемле табип программала ҡатнашҡан, быйыл иһә уларҙың һаны тағы ла 150 белгескә артҡан. Шул уҡ ваҡытта республиканың ауыл дауаханаларында урта белемле медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ көслө. Ошо хәлде яйға һалыу йәһәтенән республикабыҙҙа “Ауыл фельдшеры” программаһы ла эшләй башланы. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 36 миллион һум аҡса бүленәсәк, был ауылдағы медицина учреждениеларына 72 урта белемле белгесте эшкә ебәрергә ярҙам итәсәк.
Ҡайһы бер райондарҙа “Ауыл табибы” программаһы ярҙамында табиптар штаты тулыһынса комплектланған. Мәҫәлән, Красноусол үҙәк район дауаханаһына һуңғы өс йылда 26 юғары белемле табип ҡайтҡан. Бөгөн уларҙың яратҡан һөнәре, йәшәргә торлағы бар – ошо төбәккә ерегеп, матур итеп эшләп йөрөйҙәр, программа буйынса билдәләнгән биш йыл үткәс тә, был бәрәкәтле урынды ташлап, башҡа урынға күсергә йыйынмайҙар.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә