Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының республикабыҙ төбәктәрендә генә түгел, сит өлкәләрҙә, илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән даими осрашыуҙар уҙғарыуын, килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүен гәзитебеҙҙә даими яҡтыртып торабыҙ. Ошондай сараларҙың береһе Бөрө районында үтте. “Башҡортостан Республикаһында милләт-ара килешеүҙе нығытыуҙа туған телдәрҙең роле” тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондары вәкилдәре, урындағы уҡыу йорттары уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты. Ҡотлау һүҙе менән башта Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры Салауат Усманов сығыш яһаны. Күп милләтле Башҡортостанды хәтерләткән төбәк вузында 19 милләт балалары белем алыуын, туған телдәрҙе өйрәнеүҙе һаҡлап ҡалыуға мөмкин тиклем тырышлыҡ һалыуҙарын билдәләне. “Ихтыяж халыҡтан сығырға тейеш. Беҙ бер ҡасан да телдәрҙе өйрәнеүгә, тел уҡытыусыларын тәрбиәләүгә, уларға белем биреүгә ҡаршы түгел”, – тине ул. Уның фекерен ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Александр Пономарев та дауам итте. Ул туған телдәрҙе өйрәнеүгә бәйле фәнни эштәрҙең даими яҡланып килеүен әйтте. Әйткәндәй, филиал уҡытыусылары был конференция барышында ла әүҙемлек һәм өлгөргәнлек күрһәтте: өс йөҙ биткә яҡын ҡалынлыҡтағы мәҡәләләр йыйынтығы сығарып та ҡуйғайнылар. Ҡыҙыҡлы яҙмаларҙың ҡайһы берҙәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итербеҙ. Башҡорт теленә, әҙәбиәткә бәйле яңы фекерҙәр ҙә әйтелә уларҙа.
Өфө ҡалаһы Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәгенең милли мәғариф бүлеге мөдире Алһыу Ғәлимова үҙ сығышында баш ҡалала туған телдәрҙе мәктәптәрҙә, гимназияларҙа, лицейҙарҙа, түңәрәктәрҙә генә түгел, йәкшәмбе мәктәптәрендә лә өйрәнеүҙәре хаҡында һөйләне. Халыҡтар дуҫлығы йорто рәйесе урынбаҫары Альмира Ҡолдәүләтова бөгөн Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәүен һәм туған телдәрҙе өйрәнеүгә төбәктә ҙур иғтибар бүленеүен, гәзит-журналдарҙың алты телдә нәшер ителеүен билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкованың “Туған телдә белем биреү – туған телдәрҙе һаҡлауҙың иң төп шарттарының береһе” тигән сығышы башҡорт теле яҙмышына битараф булмағандарҙы ғына түгел, ә туған телен өйрәнергә теләгән һәр кемде уйға һалғандыр. Һуңғы осорҙа ата-әсәләрҙең телде өйрәнеүгә кире мөнәсәбәт белдереүе үҙе үк замандаштарыбыҙҙың милли асылына булған мөнәсәбәтен күрһәтә түгелме һуң? “Ошо көндәрҙә Башҡортостандың терминология хеҙмәте тергеҙелде. Шуға күрә киләсәктә эште бергәләп дауам итер кәрәк”, – тип мөрәжәғәт итте ул сарала ҡатнашыусыларға. Ул шулай уҡ башҡорт теленә бәйле килеп тыуған хәлдәр хаҡында әсенеп һөйләне. “Закондар беҙҙең хоҡуҡтарҙы тыя тимәгеҙ. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы һәр бер предметтың йөкмәткеһенә милли төбәк компоненты инергә тейеш: башланғыс кластарҙа уның – 80:20, ә урта кластарҙа 70:30 нисбәтендә булыуы шарт. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының 1394-се бойороғондағы (25.12. 2012 йыл) 6-сы пунктҡа ярашлы 9-сы кластан һуң уҡыусылар дәүләт имтихандарын туған телендә тапшыра ала. Бының өсөн мәктәптәр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығына 1 марттан ҡалмай заявка бирергә тейеш. Уҡыу планын да мәктәп ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән бергә һайларға тейеш!” – тине ул. Мари тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Алексей Ибулаев төбәктәрендә 108 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүен, 23 мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытылыуын әйтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бөрө район-ара йәмәғәт ойошмаһы, ысынлап та, бик үҙенсәлекле ерлектә урынлашҡан. Төштән һуң дауам иткән Ҡоролтай ултырышында быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов: “Хөрмәтле йәмәғәт, Ҡоролтайҙың төп эше – милләтебеҙгә бәйле ыңғай саралар башында тороу. Бөгөн беҙ ғәфләт йоҡоһондағыларҙы уятмаһаҡ, кем халыҡтың күҙен асыр. Киләсәк быуын алдында оят булмаһын өсөн бөгөн әйтәйек һүҙҙәребеҙҙе, бөгөн башҡарайыҡ эштәребеҙҙе. Киләһе йыл башҡорт теле уҡытыусыларының съезын уҙғарырға ниәтләгәнбеҙ. Шуға әҙерлекте хәҙерҙән үк башлау зарур”, – тине.
Күптән билдәле мәғлүмәт йәшәй ошо төбәк мариҙары хаҡында: мари халҡының боронғо йолаларын Мари Республикаһынан килеп өйрәнәләр бында. Ошо факт ҡына аҫаба башҡорттарҙың эске торошо, бай күңеле, кәмһенеү тойғоларынан азат милләт икәне хаҡында һөйләй түгелме һуң? Үҙенең яҙмышына ҡурҡыныс янай тип уйлағандар башҡаларҙың яулап алыу ғәмәленән ҡурҡыр ине, әммә башҡорттарға борон-борондан киң күңеллелек менән бергә мәрхәмәтлек хас. Төбәктә башҡорт ауылдары ла бик күп. Мишкә районында урынлашҡан иң күренеклеләре: Ҡыйғаҙытамаҡ менән Оло Шаҙы. Уларҙан атаҡлы башҡорт шағиры Ш. Бабич, К. Мәргән, Ш. Хәмәҙинуров, А. Карнай, Ф. Бүләков кеүек шәхестәр сыҡҡан. Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламовтың тамырҙары ла Бабичевтарҙыҡы менән уртаҡ. Мәҙәниәт бүлеген етәкләгән белгес урындағы милләттәштәре менән эшкә ең һыҙғанып тотонор, моғайын.
Балтас районы башҡорттарын Фирҙәүес Рәхимов етәкләй. Был төбәк эшҡыуарҙары үҙ заманында шәжәрәләрен төҙөтөү маҡсаты менән күренекле тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа мөрәжәғәт иткән. “Ревизские сказки” документтарына таянып, ентекле анализ эшләп, хәлле ағайҙарҙың ҡулына һораған мәғлүмәтте тотторған ул. Тегеләр аптырап киткән: тамырҙарында барыһы ла – башҡорттар. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡайтып киткәндәр былар һәм аҙна-ун көн самаһы ваҡыт үткәс, кире килеп еткәндәр. Әзмәүерҙәй ағайҙар тарихсыға күҙ йәштәре аша рәхмәтен әйтеп: “Атай-әсәйҙәрҙән генә түгел, ауылдың ҡарттарынан һорашҡайныҡ, һеҙ хаҡлы икән. Рәхмәт!”– тип Әнүәр ағайға мул ғына бүләк тә тапшырғандар. Хәйер, уныһы мөһим түгел, сөнки ағайыбыҙ уны үҙе лә аңламаған һәм ҡулына күпме аҡса тотторғандарын да белмәйенсә трамвайға ултырып ҡайтып киткән. Тарихсы ғүмер буйы етем балаларға, балалар йорттарына ярҙам итеү менән шөғөлләнгән, был хаҡта, әйткәндәй, үҙе иҫән сағында ҡысҡырып та йөрөмәне ул. Был ярҙам да мохтаждарға тотонолғандыр. Балтас төбәгендәге әүҙем ағайҙарҙың шулай шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныуы, тамырҙарын барлауы иһә хуплауға лайыҡ. Киләсәктә лә дауам итерҙәр был эште.
Борай ҡоролтайын етәкләгән Илгиз Харисов та төбәктәге башҡорттарҙың тарихына бәйле сыҡҡан китаптар менән халыҡтың танышыуы хаҡында әйтеп үтте. Ул Бөрө төбәгендәге ҡоролтайҙың мәҙәни өлкәһе өсөн яуаплы буласаҡ.
Ҡариҙел районынан килгән тарихсы, шағир Фидаил Сафиндың да төбәктәге башҡорттарҙың рухын уятыуға индергән өлөшө ҙур. Ул тарихи йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы, журналист Салауат Хәмиҙуллинды ҡеүәтләп, башҡорт теленең ике әҙәби теле булырға тейеш тигән фекерҙе хуплап сығыш яһағаны бар. Киләсәктә был темаға гәзит биттәрендә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.
Ҡоролтай ултырышы барышында Бөрө төбәк ойошмаһының етәксеһе итеп филология фәндәре кандидаты, доцент, Бөрө филиалының вузға тиклемге әҙерлек бүлеге начальнигы Венер Ғәниев һайланды. Уның урынбаҫары булып шулай уҡ фән кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова эшләйәсәк. Әйткәндәй, Гөлнур Нуриман ҡыҙын беҙ Һәҙиә Дәүләтшина музейын туплауға бар көсөн һалған ғалимә тип тә беләбеҙ. Әҙибәгә арналған З. Биишева исемендәге фотоальбомды ла ул тупланы. Уҡытыусының фиҙакәрлеге шунда күренә: музейҙағы һәр экспонат хаҡында йөрәк йылыһы менән оҙон-оҙаҡ һөйләп, һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Гөлнур Нуриман ҡыҙы төбәктәге ҡоролтайҙың мәғариф өлкәһе өсөн яуаплы буласаҡ. Дәреслектәрҙә күренмәгән, киң йәмәғәтселеккә таныш булмаған фотоһүрәттәр, мәғлүмәттәр тупланыуы менән был музей – әҙәби ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. Бөрө ҡалаһында булған һәр кем уның менән танышып сығырға тейеш, минеңсә.
Ошо уҡ ҡалала шағир Ғилман Ишкинин да үҙенең ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәрҙе. Уға арналған әҙәби стенд йәки музейҙа берәй мөйөш тә асырға була. Әҙәби йәмәғәтселек тарафынан берсә танылып, берсә кире ҡағылып йәшәүҙәре менән был ике яҙыусының яҙмышы нимәһе менәндер уртаҡ төҫлө тойолдо миңә.
Алдағы ҡоролтай ултырыштарынан хәбәр иткәйнек инде: һәр төбәктә йәштәр ойошмаһы менән бергә балалар ҡоролтайы ла төҙөлә. Был хаҡта сарала ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Марат Ғилманов бай мәғлүмәт бирҙе. Ул әлегә тиклемге осрашыуҙарҙа һәр төбәктә йәштәрҙең был идеяны хуплап ҡаршы алыуы, төрлө әҙәби, мәҙәни, спорт сараларына Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәренә йәлеп ителеүе тураһында әйтте. Балалар ҡоролтайының эш башлауы һәр мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фиҙакәрлегенә бәйле. Ниндәйҙер фарман төшөүен көтөп торорға кәрәкмәй, әгәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кескәй сағынан уҡ милләт вәкилдәрен лайыҡлы тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған икән, тимәк, “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында”ғы РФ Законына ярашлы, тиңдәр араһында тиң булып, башҡорт телебеҙҙе йәш быуынға лайыҡлы өйрәтәйек. Әле әҙерлек эштәре башланған башҡорт теле уҡытыусыларының съезы хаҡында ла тап мәғариф хеҙмәткәрҙәренең фекерҙәрен ишетке килә. Һәр милләт үҙ телендә, үҙ милли йолаларында тәрбиәләнергә хоҡуҡлы. Башҡаларға көсләп таҡмайыҡ, әммә үҙебеҙҙекен юғары кимәлдә беләйек, өйрәнәйек. Күп милләтле Мишкә районындағы башҡорттарға үҙ милли асылын һаҡлап ҡалыуға бер ни ҙә ҡамасауламаған бит. Киреһенсә, унда милләттең шәхестәре үҫеп сыға. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: башҡорт халҡының ғына түгел, мариҙарҙыҡы ла. Тимәк, үҙ халҡыңа булған тәрән ихтирам тойғоһо башҡаларға булған мөнәсәбәттә лә сағыла.
Баш бүреӘй, башҡортом, халҡым минең,
Аҫылыңа – бүре ят,
Исемеңде баш бүре тип,
Аңлатһа ла риүәйәт.
Ҡымыҙ эсеп, һөйләп иртәк,
Табынынан йәм китмәй.
Һүҙен әйтер кинәйәләп,
Түбәнһетмәй, кәмһетмәй.
Байрамдарҙа сәпкә атыш,
Ат сабышы, эх, малай.
Ҡыйырһытыу күршеләрҙе
Быны тарих иҫләмәй.
Эй, башҡортом, любезники,
Йәнбирҙенең балаһы.
Һөйөү өсөн генә тыуған
Төньяҡ һөйөү аллаһы.
* * *
Халҡым сәңгелдәге Урал тауҙы
Төйәк итеп әлмисаҡтарҙан,
Таралмыштыр беҙҙең
нәҫелебеҙ
Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш,
Һаҡмарҙан.
Әүәлерәк был ерҙәрҙә булған
Ҡәһҡәһәләр иле, Зәрҡүмдәр.
Бәләкәйҙән мин ишетеп үҫтем,
Юҡ ителгән улар, мәрхүмдәр.
Бары яуыз Шүлгән бер яңғыҙы
Күл төбөнә ҡасып ҡотолған.
Шул замандан алып ер йөҙөндә
Урал әйткән ҡанун тотолған.
Урал атҡан теге зәхмәтле таш
Еребеҙҙе нисә ураны.
Ялҡын бөркөп,
әҙәм аптыратып,
Сыбаркүлгә быйыл ҡоланы.
Әзрәҡәнең иленә тип тоҫҡап
Атылған таш төштө Уралға.
Ниңә улай булды, ағай-эне,
Нимә тиеп быны юрарға?
Иҫкәртә бит беҙҙе илаһи көс
Эсмә, тиеп һыуын шул күлдең.
Сығармағыҙ бер үк иҫегеҙҙән
Хаҡ һүҙҙәрен Урал-рәсүлдең.
Фидаил САФИН.