“Беҙ асмаһаҡ күҙҙе, кем асһын?!”16.12.2016
“Беҙ асмаһаҡ күҙҙе, кем асһын?!” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының республикабыҙ төбәктәрендә генә түгел, сит өлкәләрҙә, илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән даими осрашыуҙар уҙғарыуын, килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүен гәзитебеҙҙә даими яҡтыртып торабыҙ. Ошондай сараларҙың береһе Бөрө районында үтте. “Башҡортостан Республикаһында милләт-ара килешеүҙе нығытыуҙа туған телдәрҙең роле” тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондары вәкилдәре, урындағы уҡыу йорттары уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты.
Ҡотлау һүҙе менән башта Башҡорт дәүләт универси­те­тының Бөрө филиалы директоры Салауат Усманов сығыш яһа­ны. Күп милләтле Башҡортостанды хә­терләткән төбәк вузында 19 мил­ләт балалары белем алыуын, туған телдәрҙе өйрәнеүҙе һаҡлап ҡалыуға мөмкин тиклем ты­рыш­лыҡ һалыуҙарын билдәләне. “Ихтыяж халыҡтан сығырға тейеш. Беҙ бер ҡасан да телдәрҙе өйрә­неүгә, тел уҡытыусыларын тәр­биәләүгә, уларға белем биреүгә ҡаршы түгел”, – тине ул. Уның фекерен ғилми-тикшеренеү эш­мә­кәрлек буйынса урынбаҫары Александр Пономарев та дауам итте. Ул туған тел­дәрҙе өйрәнеүгә бәйле фәнни эштәрҙең даими яҡ­ланып килеүен әйтте. Әйт­кәндәй, филиал уҡытыусылары был конференция барышында ла әүҙемлек һәм өлгөргәнлек күрһәтте: өс йөҙ биткә яҡын ҡалынлыҡтағы мәҡәләләр йыйын­тығы сығарып та ҡуй­ғайнылар. Ҡыҙыҡлы яҙмаларҙың ҡай­һы берҙәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итербеҙ. Башҡорт теленә, әҙә­биәткә бәйле яңы фекерҙәр ҙә әйтелә уларҙа.
“Беҙ асмаһаҡ күҙҙе, кем асһын?!” Өфө ҡалаһы Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәгенең милли мәғариф бүлеге мөдире Алһыу Ғәлимова үҙ сығышында баш ҡала­ла туған телдәрҙе мәктәптәрҙә, гимназия­ларҙа, лицейҙарҙа, түңәрәктәрҙә генә тү­гел, йәкшәмбе мәктәптә­рендә лә өйрәнеү­ҙәре хаҡында һөйләне. Халыҡтар дуҫлығы йорто рәйесе урынбаҫары Альмира Ҡол­дәүләтова бөгөн Башҡортос­танда 160-тан ашыу милләт вәки­ле йәшәүен һәм туған телдәрҙе өйрәнеүгә төбәктә ҙур иғтибар бүленеүен, гәзит-журналдарҙың алты телдә нәшер ителеүен билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комите­тының баш белгесе Рәйсә Күз­бәкованың “Туған телдә белем биреү – туған телдәрҙе һаҡлау­ҙың иң төп шарттарының береһе” тигән сығышы баш­ҡорт теле яҙмышына битараф булмаған­дарҙы ғына түгел, ә туған телен өйрәнергә теләгән һәр кемде уйға һалғандыр. Һуңғы осорҙа ата-әсәләрҙең телде өйрәнеүгә кире мөнәсәбәт белдереүе үҙе үк замандаштарыбыҙҙың милли асылына булған мөнәсәбәтен күрһәтә түгелме һуң? “Ошо көндәрҙә Башҡортостандың терминология хеҙмәте тергеҙелде. Шуға күрә киләсәктә эште бер­гәләп дауам итер кәрәк”, – тип мөрәжәғәт итте ул сарала ҡат­нашыу­сыларға. Ул шулай уҡ башҡорт теленә бәйле килеп тыуған хәлдәр хаҡында әсенеп һөйләне. “Закондар беҙҙең хо­ҡуҡтарҙы тыя тимәгеҙ. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы һәр бер пред­меттың йөкмәткеһенә милли төбәк компоненты инергә тейеш: башлан­ғыс кластарҙа уның – 80:20, ә урта кластарҙа 70:30 нисбәтендә булыуы шарт. Рәсәй Мәғариф һәм фән ми­нистр­лығының 1394-се бойороғондағы (25.12. 2012 йыл) 6-сы пунктҡа ярашлы 9-сы кластан һуң уҡыусылар дәүләт имтихандарын туған телендә тапшыра ала. Бының өсөн мәк­тәптәр Баш­ҡортостан Республика­һының Мәғариф министрлығына 1 марттан ҡал­май заявка бирергә тейеш. Уҡыу планын да мәктәп ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән бергә һайларға тейеш!” – тине ул. Мари тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Алексей Ибулаев төбәктәрендә 108 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүен, 23 мәк­тәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытылыуын әйтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Бөрө район-ара йәмәғәт ойошмаһы, ысынлап та, бик үҙенсәлекле ерлектә урын­лашҡан. Төштән һуң дауам иткән Ҡоролтай ултырышында быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов: “Хөрмәтле йәмәғәт, Ҡоролтайҙың төп эше – милләтебеҙгә бәйле ыңғай саралар башында тороу. Бөгөн беҙ ғәфләт йоҡо­һондағыларҙы уят­маһаҡ, кем халыҡтың күҙен асыр. Киләсәк быуын алдында оят булмаһын өсөн бөгөн әйтәйек һүҙҙәре­беҙҙе, бөгөн башҡарайыҡ эштәребеҙҙе. Киләһе йыл баш­ҡорт теле уҡытыусы­ларының съезын уҙғарырға ниәтләгәнбеҙ. Шуға әҙерлекте хәҙерҙән үк башлау зарур”, – тине.
Күптән билдәле мәғлүмәт йәшәй ошо төбәк мариҙары хаҡында: мари халҡының боронғо йолаларын Мари Республика­һынан килеп өйрәнәләр бында. Ошо факт ҡына аҫаба башҡорт­тарҙың эске торошо, бай күңеле, кәмһенеү тойғола­рынан азат милләт икәне хаҡында һөйләй түгелме һуң? Үҙенең яҙмышына ҡурҡыныс янай тип уйлағандар башҡаларҙың яулап алыу ғәмә­ленән ҡурҡыр ине, әммә баш­ҡорттарға борон-борондан киң күңеллелек менән бергә мәрхә­мәтлек хас. Төбәктә башҡорт ауылдары ла бик күп. Мишкә ра­йо­нында урынлашҡан иң күренек­леләре: Ҡыйға­ҙы­тамаҡ менән Оло Шаҙы. Уларҙан атаҡ­лы баш­ҡорт шағиры Ш. Бабич, К. Мәр­гән, Ш. Хәмәҙинуров, А. Карнай, Ф. Бүләков кеүек шәхестәр сыҡҡан. Мишкә районы башҡорт­тары ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламовтың тамырҙары ла Бабичев­тарҙыҡы менән уртаҡ. Мәҙәниәт бүлеген етәкләгән белгес урындағы милләттәштәре менән эшкә ең һыҙғанып тотонор, моғайын.
Балтас районы башҡорттарын Фирҙәүес Рәхимов етәкләй. Был төбәк эшҡыуарҙары үҙ заманында шәжәрәләрен төҙөтөү маҡсаты менән күренекле тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа мөрәжәғәт иткән. “Ревизские сказки” документтарына таянып, ентекле анализ эшләп, хәлле ағай­ҙарҙың ҡулына һораған мәғлүмәтте тот­торған ул. Тегеләр аптырап кит­кән: тамырҙарында барыһы ла – башҡорттар. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡайтып киткәндәр былар һәм аҙна-ун көн самаһы ваҡыт үткәс, кире килеп еткәндәр. Әзмәүерҙәй ағайҙар тарихсыға күҙ йәштәре аша рәхмәтен әйтеп: “Атай-әсәйҙәрҙән генә түгел, ауылдың ҡарттарынан һорашҡай­ныҡ, һеҙ хаҡлы икән. Рәхмәт!”– тип Әнүәр ағайға мул ғына бүләк тә тапшырғандар. Хәйер, уныһы мөһим түгел, сөнки ағайыбыҙ уны үҙе лә аңламаған һәм ҡулына күпме аҡса тотторғандарын да белмәйенсә трамвайға ултырып ҡайтып киткән. Тарихсы ғүмер буйы етем балаларға, балалар йорттарына ярҙам итеү менән шөғөлләнгән, был хаҡта, әйткән­дәй, үҙе иҫән сағында ҡысҡырып та йөрөмәне ул. Был ярҙам да мохтаждарға тотонолғандыр. Балтас төбәгендәге әүҙем ағай­ҙарҙың шулай шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныуы, тамырҙарын барлауы иһә хуплауға лайыҡ. Килә­сәктә лә дауам итерҙәр был эште.
Борай ҡоролтайын етәкләгән Илгиз Харисов та төбәктәге баш­ҡорттарҙың тарихына бәйле сыҡҡан китаптар менән халыҡтың танышыуы хаҡында әйтеп үтте. Ул Бөрө төбәгендәге ҡорол­тайҙың мәҙәни өлкәһе өсөн яуап­лы буласаҡ.
Ҡариҙел районынан килгән тарихсы, шағир Фидаил Сафиндың да төбәктәге башҡорттарҙың рухын уятыуға индергән өлөшө ҙур. Ул тарихи йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы, журналист Салауат Хәмиҙуллинды ҡеүәтләп, баш­ҡорт теленең ике әҙәби теле булырға тейеш тигән фекерҙе хуплап сығыш яһағаны бар. Киләсәктә был темаға гәзит биттәрендә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.
Ҡоролтай ултырышы барышында Бөрө төбәк ойошмаһының етәксеһе итеп филология фән­дәре кандидаты, доцент, Бөрө филиалының вузға тиклемге әҙерлек бүлеге начальнигы Венер Ғәниев һайланды. Уның урын­баҫары булып шулай уҡ фән кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова эшләйәсәк. Әйткәндәй, Гөлнур Нуриман ҡыҙын беҙ Һәҙиә Дәү­ләтшина музейын туплауға бар көсөн һалған ғалимә тип тә белә­беҙ. Әҙибәгә арналған З. Биишева исемендәге фотоальбомды ла ул тупланы. Уҡытыусының фиҙакәрлеге шунда күренә: музейҙағы һәр экспонат хаҡында йөрәк йылыһы менән оҙон-оҙаҡ һөйләп, һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Гөлнур Нуриман ҡыҙы төбәктәге ҡоролтайҙың мәғариф өлкәһе өсөн яуаплы буласаҡ. Дәреслектәрҙә күренмәгән, киң йәмәғәтселеккә таныш булмаған фотоһүрәттәр, мәғлүмәттәр тупланыуы менән был музей – әҙәби ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. Бөрө ҡалаһында булған һәр кем уның менән танышып сығырға тейеш, минеңсә.
Ошо уҡ ҡалала шағир Ғилман Ишкинин да үҙенең ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәрҙе. Уға арналған әҙәби стенд йәки музейҙа берәй мөйөш тә асырға була. Әҙәби йәмәғәтселек тарафынан берсә танылып, берсә кире ҡағылып йәшәүҙәре менән был ике яҙыусының яҙмышы нимәһе менәндер уртаҡ төҫлө тойолдо миңә.
Алдағы ҡоролтай ултырыштарынан хәбәр иткәйнек инде: һәр төбәктә йәштәр ойошмаһы менән бергә балалар ҡоролтайы ла төҙөлә. Был хаҡта сарала ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Марат Ғилманов бай мәғлүмәт бирҙе. Ул әлегә тиклемге осрашыуҙарҙа һәр төбәктә йәштәрҙең был идеяны хуплап ҡаршы алыуы, төрлө әҙәби, мә­ҙәни, спорт сараларына Баш­ҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәренә йәлеп ителеүе тура­һында әйтте. Балалар ҡорол­тайының эш башлауы һәр мәк­тәптең башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыларының фиҙа­кәрлегенә бәйле. Ниндәйҙер фарман төшөүен көтөп торорға кәрәк­мәй, әгәр Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы кескәй сағынан уҡ милләт вәкилдәрен лайыҡлы тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған икән, тимәк, “Рәсәй Федерация­һында Мәғариф тура­һында”ғы РФ Законына ярашлы, тиңдәр араһында тиң булып, башҡорт телебеҙҙе йәш быуынға лайыҡлы өйрәтәйек. Әле әҙерлек эштәре башланған башҡорт теле уҡы­тыусыларының съезы хаҡын­да ла тап мәғариф хеҙмәт­кәрҙә­ренең фекерҙәрен ишетке килә. Һәр милләт үҙ телендә, үҙ милли йолаларында тәрбиә­ләнергә хоҡуҡлы. Баш­ҡаларға көсләп таҡмайыҡ, әммә үҙебеҙ­ҙекен юғары кимәлдә беләйек, өйрә­нәйек. Күп мил­ләтле Мишкә районындағы баш­ҡорттарға үҙ милли асылын һаҡлап ҡалыуға бер ни ҙә ҡамасауламаған бит. Киреһенсә, унда милләттең шәхестәре үҫеп сыға. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: башҡорт халҡының ғына түгел, мари­ҙарҙыҡы ла. Тимәк, үҙ халҡыңа булған тәрән ихтирам тойғоһо башҡаларға булған мөнәсәбәттә лә сағыла.

Баш бүре

Әй, башҡортом, халҡым минең,
Аҫылыңа – бүре ят,
Исемеңде баш бүре тип,
Аңлатһа ла риүәйәт.

Ҡымыҙ эсеп, һөйләп иртәк,
Табынынан йәм китмәй.
Һүҙен әйтер кинәйәләп,
Түбәнһетмәй, кәмһетмәй.

Байрамдарҙа сәпкә атыш,
Ат сабышы, эх, малай.
Ҡыйырһытыу күршеләрҙе
Быны тарих иҫләмәй.

Эй, башҡортом, любезники,
Йәнбирҙенең балаһы.
Һөйөү өсөн генә тыуған
Төньяҡ һөйөү аллаһы.

* * *

Халҡым сәңгелдәге Урал тауҙы
Төйәк итеп әлмисаҡтарҙан,
Таралмыштыр беҙҙең
нәҫелебеҙ
Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш,
Һаҡмарҙан.

Әүәлерәк был ерҙәрҙә булған
Ҡәһҡәһәләр иле, Зәрҡүмдәр.
Бәләкәйҙән мин ишетеп үҫтем,
Юҡ ителгән улар, мәрхүмдәр.

Бары яуыз Шүлгән бер яңғыҙы
Күл төбөнә ҡасып ҡотолған.
Шул замандан алып ер йөҙөндә
Урал әйткән ҡанун тотолған.

Урал атҡан теге зәхмәтле таш
Еребеҙҙе нисә ураны.
Ялҡын бөркөп,
әҙәм аптыратып,
Сыбаркүлгә быйыл ҡоланы.

Әзрәҡәнең иленә тип тоҫҡап
Атылған таш төштө Уралға.
Ниңә улай булды, ағай-эне,
Нимә тиеп быны юрарға?

Иҫкәртә бит беҙҙе илаһи көс
Эсмә, тиеп һыуын шул күлдең.
Сығармағыҙ бер үк иҫегеҙҙән
Хаҡ һүҙҙәрен Урал-рәсүлдең.

Фидаил САФИН.


Вернуться назад