Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөғжизәгә килә ышанғы
Тышта ябалаҡлап ҡар яуа, буран уйнай. Сираттағы Яңы йыл байрамы етә. Күңел дә ниҙер көтә: шатлыҡ, бәхет, муллыҡ... Кешенең тәбиғәте шундай – мөғжизәгә ышанып йәшәй бит.
Бала саҡта рәхәт булған икән. Яңы йыл, тимәк, шыршы, Ҡыш бабай. Ҡыш бабай, тимәк, бүләк-күстәнәстәр. Декабрь айы тыуғас та, атайҙың хуш еҫле ҡарағай ағасын алып ҡайтып ултыртыуын, әсәй менән бергәләп уны биҙәүҙе көтә башлайһың. Ә бер көн иртән торғас, төбөндә кәнфит-печенье тултырылған ҡапсыҡтарҙы күрәһең. Туғандарың менән шатланып кем­уҙарҙан уларҙы тағатаһың...
Өлкәнәйгәс, тормош ысынбарлығы баҫҡас, был ығы-зығынан ситләшәһең, Яңы йылды көтөп алыу түгел, яратмай ҙа башлайһың. Әммә барыһы ла тора-бара кире әйләнеп ҡайта, сөнки күңелдең донъя мәшәҡәттәре менән генә хушһынып йәшәгеһе килмәй, ул барыбер ҙә мөғжизә көтә. Шуға күрә лә кеше әйләнә-тирәләге бар нәмәнән тылсым эҙләйҙер ул...
Былтыр ошо ваҡытта бөтә ил хал­ҡының иғтибары Приморье крайының Шкотов районындағы сафари-паркка йүнәлгәйне. Хәтерегеҙҙә булһа, бары­һын да хайран ҡалдырып, унда көн иткән Амур исемле юлбарыҫ менән Тимур ҡушаматлы кәзә дуҫлашҡайны. Ноябрь аҙағында йыртҡысҡа тере тәкәне төшкө ашҡа килтерәләр. Бахыр кәзә, ҡорбан булғыһы килмәйенсә, мөгөҙҙәрен терәп, Амурға ҡаршы тора. Уныһы бындай баш-баштаҡлыҡҡа аптырапмы, хайран ҡалыпмы, тәкәгә теймәй, хатта дуҫлыҡ тәҡдим итә. Шул мәлдән бығаса исемһеҙ хайуан батыр Тимур булып китте.
Кәзә кәзә инде. Бер аҙҙан уғата шашып, юлбарыҫты лапаҫ аҫтынан ҡыуып сығарып, уның урынын алды. Тегеһе түҙем генә ҡыйыҡ башында ятып йөрөнө. Ләкин бер көндө ял иткән иптәшенә уғата бәйләнә торғас, йырт­ҡыс тәкәгә мул ғына өлөш сығарҙы – тәпәйе менән эләктереүе булды, Тимур ныҡ ҡына яраланды. Шулай инде, эре йәнлектең “һыйпап” алыуы ла һиҙел­мәй ҡалмай. Һөҙөмтәлә дуҫтарҙы айырҙылар. Икеһен ике ситлектә, әммә йәнәшә тота башланылар.
Мөғжизәле тарих шунда уҡ бөтә халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Әхлаҡи һәм психологик баҫым кисер­гән йәмғиәт вәкилдәре (был осорҙа хәрби ҡоралланыуҙың, Сүриәләге низағтың ҡыҙған, иҡтисади санкция­ларҙың көсәйгән ваҡыты ине) үҙҙә­ренең тормошон изгелек, яҡтылыҡ, мөхәббәт сатҡылары менән төрлән­дерергә теләгәйне. Приморьеға Рәсәй­ҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә турис­тар ағымы күбәйҙе. Сафари-парктың сайтына инеүселәр һаны артҡандан-артты. Амур менән Тимурға ярҙам йөҙөнән банкта хәйриә иҫәбе асылды. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә был йән­лек­тәрҙең Интернет-биттәре барлыҡҡа килде. Уларҙы һынлан­дыр­ған суве­нирҙар һатыуға сығарылды.
Былтыр декабрҙә бер Көньяҡ Корея режиссеры ошо хайуандар тураһында документаль фильм төшөрә башланы. Быйыл ғинуар-февраль айҙарында Мәскәүҙә күргәҙмә ойошторолдо, унда юлбарыҫ менән тәкә хаҡында пластилин йәнһүрәт төшөрөлөп күрһәтелде. Апрелдә Хабаровск ҡалаһындағы музыкаль театр сәхнәһендә “Амур менән Тимурҙың дуҫлашҡаны” тигән мюзикл ҡуйылды. Майҙа “Почемучкин китаптары” серияһында ошо ваҡиғаға арнал­ған “Хайуандар ниңә дуҫлаша?” исемле фәнни-популяр әсбап сыҡты. Июлдә Мәскәүҙәге күргәҙмәләр үҙәгендә “Амур һәм Тимур” һәйкәленең исем туйы үтте. Ул Приморьеның сафари-паркында урынлашасаҡ.
Шулай ҙа бер тауыштан таң ҡалыу, һоҡланыу артында ҡәнәғәтһеҙлек бел­дергән фекерҙәр ҙә салынып ҡалды. Мәҫәлән, сафари-парктың элекке матбуғат хеҙмәте секретары Евгения Патановская, хайуандар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булманы, тип белдерҙе. Йәнәһе, тәкәне яңылыш ҡына туҡ юлбарыҫҡа алып киләләр. Уныһы, әлбиттә, ҡорбанына теймәй. Шунан парктың пиар хеҙмәте был хәлдән файҙаланып ҡалмаҡсы була. Һәм йыртҡыстың кәртәһенә кәзәне индерер алдынан юлбарыҫты гел туйғансы ашатып алыр булалар.
Тик кумирҙарын яратып өлгөргән, әкиәткә һыуһаған халыҡ бындай хәбәрҙәрҙе ишетергә лә теләмәнеме, әллә быны мөһим тип һанаманымы... Һәм тағы ла оҙаҡ ҡына ваҡыт уларҙың тормошон күҙәтте. Амурға Уссури исемле ”кәләш” алып килделәр... Улар­ҙың балалары тыуҙы... Кейәү-Тимурға ла күҙләргә әллә күпме кәзә тәҡдим иттеләр... Хатта уның бығаса “ғаиләһе” барлығы ла билдәле булды...
Һөҙөмтәлә был тарихтан сафари-парк ҙур ғына табыш алды. Ә иң мөһиме – АҠШ, Канада, Испания, Швейцария вәкилдәре менән бер ҡатарҙан Ер шарының иң яҡшы 12 зоопаркы исемлегенә инде. Рәсәйҙән унда башҡа берәү ҙә юҡ...
Бына нисек һөйләй белергә кәрәк әкиәтте! Балаларҙы ғына түгел, өлкән­дәрҙең дә барыһын ышандырырлыҡ итеп! 11 декабрҙә Өфөләге “Ватан” этнопаркында Ҡыш бабай тирмәһенә инеп шиғыр һөйләгән балаларҙың Яңы йыл мөғжизәһенә ышаныстарын бөтөрөрлөк итеп түгел инде. Улар бүләккә тотоп сыҡҡан балалар күңел асыу паркына булған саҡырыу ҡағыҙ­ҙарында “2016 йылдың 30 ноябренә тиклем ғәмәлдә” тип яҙылғайны...


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә