Мөғжизәгә килә ышанғы14.12.2016
Тышта ябалаҡлап ҡар яуа, буран уйнай. Сираттағы Яңы йыл байрамы етә. Күңел дә ниҙер көтә: шатлыҡ, бәхет, муллыҡ... Кешенең тәбиғәте шундай – мөғжизәгә ышанып йәшәй бит.
Бала саҡта рәхәт булған икән. Яңы йыл, тимәк, шыршы, Ҡыш бабай. Ҡыш бабай, тимәк, бүләк-күстәнәстәр. Декабрь айы тыуғас та, атайҙың хуш еҫле ҡарағай ағасын алып ҡайтып ултыртыуын, әсәй менән бергәләп уны биҙәүҙе көтә башлайһың. Ә бер көн иртән торғас, төбөндә кәнфит-печенье тултырылған ҡапсыҡтарҙы күрәһең. Туғандарың менән шатланып кемуҙарҙан уларҙы тағатаһың...
Өлкәнәйгәс, тормош ысынбарлығы баҫҡас, был ығы-зығынан ситләшәһең, Яңы йылды көтөп алыу түгел, яратмай ҙа башлайһың. Әммә барыһы ла тора-бара кире әйләнеп ҡайта, сөнки күңелдең донъя мәшәҡәттәре менән генә хушһынып йәшәгеһе килмәй, ул барыбер ҙә мөғжизә көтә. Шуға күрә лә кеше әйләнә-тирәләге бар нәмәнән тылсым эҙләйҙер ул...
Былтыр ошо ваҡытта бөтә ил халҡының иғтибары Приморье крайының Шкотов районындағы сафари-паркка йүнәлгәйне. Хәтерегеҙҙә булһа, барыһын да хайран ҡалдырып, унда көн иткән Амур исемле юлбарыҫ менән Тимур ҡушаматлы кәзә дуҫлашҡайны. Ноябрь аҙағында йыртҡысҡа тере тәкәне төшкө ашҡа килтерәләр. Бахыр кәзә, ҡорбан булғыһы килмәйенсә, мөгөҙҙәрен терәп, Амурға ҡаршы тора. Уныһы бындай баш-баштаҡлыҡҡа аптырапмы, хайран ҡалыпмы, тәкәгә теймәй, хатта дуҫлыҡ тәҡдим итә. Шул мәлдән бығаса исемһеҙ хайуан батыр Тимур булып китте.
Кәзә кәзә инде. Бер аҙҙан уғата шашып, юлбарыҫты лапаҫ аҫтынан ҡыуып сығарып, уның урынын алды. Тегеһе түҙем генә ҡыйыҡ башында ятып йөрөнө. Ләкин бер көндө ял иткән иптәшенә уғата бәйләнә торғас, йыртҡыс тәкәгә мул ғына өлөш сығарҙы – тәпәйе менән эләктереүе булды, Тимур ныҡ ҡына яраланды. Шулай инде, эре йәнлектең “һыйпап” алыуы ла һиҙелмәй ҡалмай. Һөҙөмтәлә дуҫтарҙы айырҙылар. Икеһен ике ситлектә, әммә йәнәшә тота башланылар.
Мөғжизәле тарих шунда уҡ бөтә халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Әхлаҡи һәм психологик баҫым кисергән йәмғиәт вәкилдәре (был осорҙа хәрби ҡоралланыуҙың, Сүриәләге низағтың ҡыҙған, иҡтисади санкцияларҙың көсәйгән ваҡыты ине) үҙҙәренең тормошон изгелек, яҡтылыҡ, мөхәббәт сатҡылары менән төрләндерергә теләгәйне. Приморьеға Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристар ағымы күбәйҙе. Сафари-парктың сайтына инеүселәр һаны артҡандан-артты. Амур менән Тимурға ярҙам йөҙөнән банкта хәйриә иҫәбе асылды. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә был йәнлектәрҙең Интернет-биттәре барлыҡҡа килде. Уларҙы һынландырған сувенирҙар һатыуға сығарылды.
Былтыр декабрҙә бер Көньяҡ Корея режиссеры ошо хайуандар тураһында документаль фильм төшөрә башланы. Быйыл ғинуар-февраль айҙарында Мәскәүҙә күргәҙмә ойошторолдо, унда юлбарыҫ менән тәкә хаҡында пластилин йәнһүрәт төшөрөлөп күрһәтелде. Апрелдә Хабаровск ҡалаһындағы музыкаль театр сәхнәһендә “Амур менән Тимурҙың дуҫлашҡаны” тигән мюзикл ҡуйылды. Майҙа “Почемучкин китаптары” серияһында ошо ваҡиғаға арналған “Хайуандар ниңә дуҫлаша?” исемле фәнни-популяр әсбап сыҡты. Июлдә Мәскәүҙәге күргәҙмәләр үҙәгендә “Амур һәм Тимур” һәйкәленең исем туйы үтте. Ул Приморьеның сафари-паркында урынлашасаҡ.
Шулай ҙа бер тауыштан таң ҡалыу, һоҡланыу артында ҡәнәғәтһеҙлек белдергән фекерҙәр ҙә салынып ҡалды. Мәҫәлән, сафари-парктың элекке матбуғат хеҙмәте секретары Евгения Патановская, хайуандар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булманы, тип белдерҙе. Йәнәһе, тәкәне яңылыш ҡына туҡ юлбарыҫҡа алып киләләр. Уныһы, әлбиттә, ҡорбанына теймәй. Шунан парктың пиар хеҙмәте был хәлдән файҙаланып ҡалмаҡсы була. Һәм йыртҡыстың кәртәһенә кәзәне индерер алдынан юлбарыҫты гел туйғансы ашатып алыр булалар.
Тик кумирҙарын яратып өлгөргән, әкиәткә һыуһаған халыҡ бындай хәбәрҙәрҙе ишетергә лә теләмәнеме, әллә быны мөһим тип һанаманымы... Һәм тағы ла оҙаҡ ҡына ваҡыт уларҙың тормошон күҙәтте. Амурға Уссури исемле ”кәләш” алып килделәр... Уларҙың балалары тыуҙы... Кейәү-Тимурға ла күҙләргә әллә күпме кәзә тәҡдим иттеләр... Хатта уның бығаса “ғаиләһе” барлығы ла билдәле булды...
Һөҙөмтәлә был тарихтан сафари-парк ҙур ғына табыш алды. Ә иң мөһиме – АҠШ, Канада, Испания, Швейцария вәкилдәре менән бер ҡатарҙан Ер шарының иң яҡшы 12 зоопаркы исемлегенә инде. Рәсәйҙән унда башҡа берәү ҙә юҡ...
Бына нисек һөйләй белергә кәрәк әкиәтте! Балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙең дә барыһын ышандырырлыҡ итеп! 11 декабрҙә Өфөләге “Ватан” этнопаркында Ҡыш бабай тирмәһенә инеп шиғыр һөйләгән балаларҙың Яңы йыл мөғжизәһенә ышаныстарын бөтөрөрлөк итеп түгел инде. Улар бүләккә тотоп сыҡҡан балалар күңел асыу паркына булған саҡырыу ҡағыҙҙарында “2016 йылдың 30 ноябренә тиклем ғәмәлдә” тип яҙылғайны...