Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сәләм”, “дуҫлыҡ” һүҙҙәре бер үк яңғырай
“Сәләм”, “дуҫлыҡ” һүҙҙәре  бер үк яңғырай
Рәсәйҙең Милләттәр эше буйынса федераль агентлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Сыуаш Республикаһының Мәҙәниәт, милләттәр һәм архив эштәре буйынса министрлығы, Рәсәйҙең Китапханасылар ассоциацияһы ярҙамы менән Чебоксарҙа “Мәҙәниәт аша – халыҡтар берҙәмлегенә” тип аталған форум үтте. Унда Башҡортостан, Дағстан, Карелия, Мари Иле, Мордва, Татарстан, Хакас һәм Сыуаш республикаларынан, Алтай крайы, Белгород, Свердловск, Ульяновск, Ырымбур, Пенза өлкәләренән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡырғыҙстан һәм Молдованан килгән ике йөҙләп кеше – мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, тәржемәселәр, китапхана белгестәре, ҡулланма-биҙәү сәнғәте оҫталары, кинематографтар ҡатнашты.
Сыуашстандың баш ҡалаһында форум­дың абруйлы ҡунағы, халыҡ-ара “Алеко”, Сергей Михалков һәм Николай Гоголь исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ижади конкурс­тарҙа еңеп, “Рәсәйҙең алтын ҡәләме” бүләгенә лайыҡ булған Башҡортостандың күренекле сатирик яҙыусыһы һәм шағиры Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) ижад кисәһе үтте. Уны Сыуашстандың Һөнәри яҙыусылар һәм Журналистар союздары ойошторҙо.
Матбуғат йортоноң конференц-залында билдәле яҙыусылар һәм журналистар, халыҡ шағирҙары, ижади ойошмалар етәкселәре, республика гәзит һәм журнал­дарының баш мөхәррирҙәре, Мар. Сәлим ижадын яратҡан уҡыусылар йыйылды. Сыуашстандың Һөнәри яҙыусылар союзы­ның идара рәйесе Геннадий Максимов билдәләүенсә, “күренекле башҡорт сатиригы – сыуаш яҙыусыларының һәм журналис­тарының ысын дуҫы”. М. Сәлимов әҫәрҙәрен беренсе булып сыуаш теленә тәржемә иткән “Ҡапҡан” сатирик журналының элекке баш мөхәррире Николай Максимов менән уның урынбаҫары Владимир Кузьмин “Һәнәк” журналы баш мөхәрриренең 1980 йылда Чебоксарға беренсе тапҡыр килеүен көлөп-йылмайып иҫкә алды.
– Беҙ уны көҙгө боҙ өҫтөнән йәйәүләп Иҙел аша Мари Иле яғына оҙатып ҡуйғайныҡ. Мар. Сәлим – тормошта ла, ижадта ла ҡыйыу сатирик, – тине Николай Максимов.
Владимир Кузьмин үҙ сиратында башҡорт дуҫына “Һөйәкһеҙ тел” китабын бүләк итте. Ул уның яңы сатирик хикә­йәләрен һәм юморескаларын сыуаш­саға ауҙарып, ошо йыйынтығында баҫтырған икән.
Сыуашстандың халыҡ шағиры Валерий Турғай Марсель Сәлимовтың әле генә сыуаш теленә тәржемә иткән “Һабантуй” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә Раиса Сарби үткер телле ижадташына бағышлап юмористик шиғыр яҙған.
Башҡорт сатиригының әҫәрҙәре Виталий Енеш, Порфирий Афанасьев, Юрий Семендер, Борис Борлен, Анатолий Смолин тәржемәләрендә Сыуашстандың ваҡытлы матбуғатында даими донъя күрҙе. “Таван Атал” әҙәби журналының баш мөхәррире Василий Кошкин-Кервен белдереүенсә, сираттағы һанда Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры Юрий Семендер тәржемәһендә Мар. Сәлимдең яңы шиғырҙар шәлкеме баҫыласаҡ.
– Беҙ Марсель Сәлимов менән үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап таныш һәм дуҫ. Был ваҡытта ул Башҡорт­остандың Журналистар союзына етәкселек итә ине. Беҙ уның менән ике аралағы ижади элемтәләрҙе нығытыу буйынса күп төрлө саралар ойошторғайныҡ, – тип һөйләне Сыуашстан Журналистар союзының идара рәйесе һәм китап нәшриәте директоры Валерий Комиссаров. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа туғандаш әҙәбиәттәр араһында бәйләнеш һүлпәнәйҙе. Шуны күпмелер дәрәжәлә нығытыу ниәтенән беҙ үҙебеҙҙә күренекле башҡорт сатиригының юмористик әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырып сығарҙыҡ. Был күңелле китапты сыуаш уҡыусылары бик йылы ҡабул итте, – тине Валерий Комиссаров һәм авторға Иван Яковлев исемендәге миҙал тапшырҙы.
Марсель Сәлимовтың Чебоксарҙа донъя күргән “Эй, һеҙ, егеттәр!..” исемле китабын билдәле сыуаш сатиригы, башҡорт яҙыусыларының күптәнге дуҫы, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виталий Енеш сыуашсаға ауҙарған. Мар. Сәлим үҙе лә уның әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Әлеге кисәлә ул ижадташ дуҫын 75 йәше менән ҡотланы.
Башҡортостан ҡунағының “Әҙәбиәттәр дуҫлығы – халыҡтар дуҫлығы!” тип аталған ижад кисәһендә башланған мәҙәни һөйләшеүҙе иртәгәһенә форумда сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, тәржемәселәр, китапханасылар дауам итте.
Форумды асыу тантанаһында сығыш яһап, Башҡортостан вәкиле Салауат Юлаев менән Константин Ивановтың, Мостай Кәрим менән Яков Ухсайҙың тыуған яғынан ҡайнар сәләм тапшырҙы.
– “Сәләм” һүҙе башҡорт, сыуаш һәм татар телдәрендә бер үк төрлө яңғырай. “Дуҫлыҡ-туслых” та тап шулай, – тине Марсель Шәйнур улы. – Ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы бергә донъя көткән, беҙ әле лә шулай татыу йәшәйбеҙ. Берҙәмлектә – беҙҙең көс!
Марсель Сәлимов Сыуаш Республика­һының мәҙәниәт, милләттәр һәм архив эштәре буйынса министры Константин Яковлев менән Милли китапхана директоры Светлана Стариковаға китаптарын бүләк итте.
Артабан “Сыуаш китабы” үҙәгендә “Рәсәй һәм Европа контексында милли телдәргә тәржемә итеүҙең көнүҙәклеге” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үтте. Унда Башҡортостан яҙыусылары Марсель Сәлимов, Лилиә Сәғиҙуллина һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина сығыш яһаны.
Форум сиктәрендә шулай уҡ Сыуаш­стандың балалар һәм үҫмерҙәр китап­ханаһында Мар. Сәлим, Юрий Семендер һәм Елена Светлая менән осрашыу уҙҙы. Унда ҡатнашҡан студенттар Сыуаш­стандың халыҡ шағиры менән Башҡор­тостандың көлкө оҫтаһы араһындағы ысын күңелдән һөйләшеүҙе рәхәтләнеп тыңланы. Был мәҙәни диалогты йомғаҡлап, Юрий Семендер аҙаҡ ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтеп ҡуйҙы: “Башҡорт туғаным Марсель Сәлим булған ерҙә һәр саҡ дуҫлыҡ тантана итә!”
Милли шиғриәт фестивале төп мәҙәни сара булараҡ хәтерҙә уйылып ҡалды. Тамашасылар алдында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән билдәле шағирҙар сығыш яһаны. Мар. Сәлим унда үҙенең сати­рик һәм юмористик шиғырҙарын баш­ҡорт, сыуаш һәм урыҫ телдәрендә уҡыны.
– Был форумда бик теләп ҡатнаштым, сөнки уның төп маҡсаты – күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлеген нығытыу, ә мин ғүмер буйы шуның менән шөғөлләнәм, – тине Марсель Сәлимов, Өфөгә ҡайтҡас, һәм шунда уҡ өҫтәп тә ҡуйҙы, – юҡ, мин генә түгел, илебеҙҙең айыҡ фекер йөрөткән мәҙәни бөтә кешеһе лә!
Саранан һуң Сыуаш Республикаһы Милли китапханаһы директоры Светлана Старикова Марсель Шәйнур улына рәхмәт хаты ебәргән: “Форумда ҡатнашыуығыҙ сарабыҙға йәм өҫтәне, уның мәртәбәһен күтәрҙе, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған мәҙәниәт вәкилдәре араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға ярҙам итте. Ялҡынлы сығыш­тарығыҙ, сағыу ижадығыҙ форумда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға башҡорт милли мәҙәниәтенең бай мираҫын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирҙе. Талантығыҙ, һөйкөмлө булыуығыҙ, үҙен­сәлекле юморығыҙ беҙҙе таң ҡалдырҙы, күңелебеҙҙе яуланы. Беҙгә бүләк иткән ҡыҙыҡлы китаптарығыҙ китапханабыҙҙы ысын мәғәнәһендә байытты”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872