Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының 2015 – 2016 йылдарҙағы эшмәкәрлеге
Ассоциацияның башҡарма аппараты тарафынан Муниципаль берәмектәрҙең Дөйөм Рәсәй конгресы һорауы буйынса урындағы властан түбәндәге мәсьә­ләләргә ҡағылышлы тәҡдимдәр һәм дәғүәләр йыйып алынған:
– республикала 136-сы Федераль законды тормошҡа ашырыу тураһында;
– муниципаль торлаҡ контролен ойоштороу хаҡында;
– ер участкаларының кадастр хаҡын үҙгәртеү процедураһын камиллаштырыу ихтыяжы тураһында;
– урындағы үҙидараны үҫтереү перспективалары һәм уны хоҡуҡи көйләүҙе яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр хаҡында;
– Чечен Республикаһының “Муниципаль депутат” исемле социаль проектын беҙҙең төбәктә ҡулланыу мөмкинлеге һәм шуға оҡшаш ғәмәлдәр тураһында;
– республикала муниципаль берәмек башлығын һайлау тәжрибәһе хаҡында;
– граждандарҙы муниципаль торлаҡ менән тәьмин итеү ғәмәлен дөйөмләш­тереү тураһында;
– урындағы үҙидара органдарының халыҡтың һаулығын һаҡлау өлкәһендәге вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырыу буйынса;
– муниципаль берәмектәрҙә асыҡ тың­лауҙар үткәреү тәжрибәһе хаҡында һ.б.
Ассоциация етәкселәре һәм вәкилдәре халыҡ-ара һәм федераль кимәлдәге күп кенә сараларҙа ҡатнашҡан:
– 2015 йылдың 28 майында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе ҡарамағындағы Урындағы үҙидара буйынса совет ултырышында;
– 2015 йылдың 24-25 сентябрендә Дмитров ҡалаһында “Муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү – илдең иҡтисади ҡеүәте нигеҙе” тигән темаға халыҡ-ара форумда;
– 2015 йылдың 30 ноябрендә Федерация Советында “Хәҙерге Рәсәйҙә муниципаль демократия: конституцион-хоҡуҡи аспект” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ултырышында;
– 2015 йылдың 15 декабрендә Ырымбур ҡалаһында Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ кәңәшмә советының, Волга буйы федераль округындағы төбәктәрҙең закондар сығарыу (вәкиллекле) дәүләт власы органдары ассоциацияһының һәм Волга буйы ҡалалары ассоциацияһының “Башҡортостанда урындағы үҙидара тураһындағы федераль ҡануниәттең 2014-2015 йылдарҙа ҡабул ителгән үҙгәреш­тәрен ғәмәлгә индереү хаҡында: тәжрибә, проблемалар һәм перспективалар” тигән темаға берлектәге ултырышында;
– 2016 йылдың 28 апрелендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың Башҡортостанға эш сәфәре уңайынан Октябрьский ҡалаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡат­нашлығында ойошторолған муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмәлә;
– 2016 йылдың 27 майында Стәр­летамаҡ ҡалаһында Рәсәйҙең Бәләкәй һәм уртаса ҡалалар ассоциацияһы идараһының киңәйтелгән ултырышында;
– 2016 йылдың 16 – 18 июнендә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарылған “Рәсәй ҡалалары союзының иң яҡшы муниципаль ғәмәлдәре” форумында.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ойошторған сараларға килгәндә:
– 2015 йылдың 19 мартында “Баш­ҡорт­остан муниципаль берәмектәре билә­мәләрендә урындағы үҙидара органдары менән ирекле янғын һағы буйынса ижти­ма­ғи берләшмәләрҙең хеҙмәттәшлеге тура­һында” тигән “түңәрәк өҫтәл” ултырышында;
– 2015 йылдың 19 ноябрендә “Кор­рупцияға ҡаршы эш итеү өлкәһендәге ҡанундарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе һәм камиллаштырыу юлдары” темаһына “түңәрәк өҫтәл”дә;
– 2015 йылдың 3 декабрендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Баш­ҡортостанда урындағы үҙидара тураһын­дағы ҡануниәтте артабан камиллаштырыу һәм ғәмәлдә ҡулланыу” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә;
– 2016 йылдың 13 июлендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының проектына ярашлы “Уңайлы хоҡуҡи мөхит” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә.
Урындағы үҙидара мәсьәләләренә арнап республикала үткәрелгән башҡа саралар буйынса:
– 2016 йылдың 7 июнендә “Башҡор­т­остан 2030” стратегик форумдарына йомғаҡ яһау рәүешендә Өфөлә уҙғарылған “Башҡортостандың ауыл биләмәләрен үҫтереү. Проблемалар. Перспективалар” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә.
Урындағы үҙидараны үҫтереү маҡса­тында төҙөлгән килешеүҙәр:
– 2016 йылдың 21 апреле. “Башҡортос­тандың Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы менән республиканың Йәмәғәт палатаһы араһындағы хеҙмәт­тәшлек тураһында.
Муниципаль кадрҙарҙы әҙерләүҙә ҡатнашыу:
– 2015 йылдың 16 апрелендә республика Башлығы Хакимиәте ярҙамында “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса ида­ралығы менән берлектә муниципаль ер контролен тормошҡа ашырыу мәсьә­ләләренә арнап ойошторолған семинар-кәңәшмә;
– 2015 йылдың 19 майында Ассоциация менән Башҡортостандың Нотариаль палатаһы биләмә башлыҡтары һәм махсус вәкәләтле кешеләр өсөн берлектә үткәргән нотариаль ғәмәлдәр буйынса семинар;
– 2015 йылдың 4 сентябрендә ҡала округтары һәм муниципаль райондар хакимиәттәренең юридик хеҙмәттәре белгестәре өсөн Ырымбур өлкәһенең Муниципаль берәмектәр советы секретары, Рәсәйҙең Муниципаль юристар берекмәһе рәйесе В.А. Щепачев менән ойошторолған осрашыу;
– 2016 йылдың 17-18 мартында Баш­ҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре баш­лыҡтары өсөн үткәрелгән семинар;
– 2016 йылдың 21 ноябренән 2 де­кабренә тиклем республиканың ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн ойошто­ролған төбәк семинар-кәңәшмәләре.
Ике йыл эсендә Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы һигеҙ тапҡыр идара ултырышы үткәргән, уларҙа урындағы үҙидараға бәйле 27 көнүҙәк мәсьәлә ҡаралған.
Ошо уҡ осорҙа Совет моделле 26 муниципаль норматив-хоҡуҡи акт әҙерләгән, йәнә 12 актҡа (регламентҡа) экспертиза үткәргән, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең закон сығарыу органдары ҡарамағына туғыҙ ҡанун проекты эшләп тапшырған.
Муниципаль берәмек башлыҡтарына мәғлүмәт менән ярҙам итеү маҡсатында Советтың башҡарма аппараты ике аҙнаға бер мәртәбә Рәсәй ҡануниәтендәге урындағы үҙидара өсөн мөһим үҙгәреш­тәргә байҡау яһай һәм мәғлүмәт бюллетене сығара. Ике йыл эсендә был баҫ­маның 43 һаны донъя күргән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла 25.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла...

Тотош уҡырға 1

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған 25.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған...

Тотош уҡырға 1

Март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә 24.03.2026 // Йәмғиәт

27 марттан 31-нә тиклем республикала көндәрҙең йылыныуы фаразлана....

Тотош уҡырға 0

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән 24.03.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған 24.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған...

Тотош уҡырға 1

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы 24.03.2026 // Йәмғиәт

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала 24.03.2026 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал 23.03.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолған....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде...

Тотош уҡырға 2

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы 23.03.2026 // Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә