Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәшит КӘЛИМУЛЛИНды 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡайнар йөрәктән ҡотлайбыҙ
Рәшит КӘЛИМУЛЛИНды 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡайнар йөрәктән ҡотлайбыҙ Бәхетлеләр ваҡ-төйәккә иғтибар итмәүсән, тиҙәр. Бының үҙенә күрә ғилләһе лә бар. Бәләкәйҙән һәр кем ниндәй ҙә маҡсат менән йәшәй, уны тормошҡа ашырыу өсөн ижтиһад итә. Шуның шикелле, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәшит КӘЛИМУЛЛИН да Учалы районының Илсе ауылында урта мәктәпте бөтөргәндән һуң Учалы ҡалаһындағы “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә хеҙмәт юлын башлай. Үҫмерҙең яҙыу-һыҙыу оҫталығын айырым баһалап, уға тәржемәсе бурысын йөкмәтәләр. Оло карапҡа ҙур һыу кәрәк тигәндәй, тыуған төйәгендә бер аҙ ҡанат нығытҡас, ул баш ҡалаға юллана. Өфө моторҙар эшләү заводына бара – тәүҙә эшселәр синыфы тормошо менән йәшәп ҡарарға, матди хәлен яҡшыртырға ҡарар итә.
Юғары белем алыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетына илтә – филология факультетының башҡорт-рус бүлеген уңышлы тамамлай. Артабан йәш белгес башкөллө матбуғат донъяһына сума – тәүге осорҙа “Башҡортостан пионеры” гәзитендә (хәҙерге “Йәншишмә”) ҡәләмен сарлай, күп тә үтмәй абруйлы “Башҡортостан” баҫмаһына күсә. Хәбәрсе, бүлек мөдире, баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе, баш мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары... Рәшит Шәрифулла улы редакцияның бөтә ҡатмарлы баҫҡысын үткән тәжрибәле журналист булып таныла. Бөгөн һәр һанда Рәшит Кәлимуллиндың төрлө йүнәлештәге мауыҡтырғыс яҙмалары, ҡыҙыҡлы әңгәмәләре баҫылып тора, аналитик фекерҙәре менән дә байыта ул гәзитте.
Әйткәндәй, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Рәшит Кәлимуллин байтаҡ йылдар Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә эшләне, “Новая экономическая газета”ның директоры булды, “Тәбиғәт” журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡарҙы.
Коллегабыҙҙы һәр яҡтан да бәхетле, тип әйтә алабыҙ. Уңған ғаилә башлығы ла ул, йәмәғәте Луиза ханым менән барыһына ла өлгө күрһәтеп, бынамын итеп донъя көтәләр, ҡыҙы Айгөлдөң, кейәүе Рушандың һәм ейәне Русландың уңыштарына һөйөнөп ғүмер итәләр. Ысынлап та, Рәшит Шәрифулла улы донъя мәшәҡәттәренә, тормош ваҡлыҡтарына бер ҡасан да зарланмай, һәммәһенән өҫтөн була белеүе уға ҡарата оло ихтирам уята. Ошо үҙе бәхет түгелме ни.
Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙҙе 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡайнар йөрәктән ҡотлайбыҙ! Ҡоростай һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ниәт иткән уй-теләктәренең ғәмәлгә ашыуын теләйбеҙ. Рәшит Шәрифулла улы, һәр саҡ асыҡ күңеллеһегеҙ, шаян һүҙлеһегеҙ, ярҙамсылһығыҙ. Киләсәктә лә тирә-йүндәгеләрҙе ошо күркәм сифаттарығыҙ менән һөйөндөрөп ғүмер итегеҙ!

Ихтирам менән “Башҡортостан”дар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә