Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Вәт шәп булыр ине…
Ҡуҙғалырға ынтылғайным ғына, тәҙрәгә ҡабаланып туҡылдатҡандарын ишеттем. Бер иптәш үҙенә иғтибар даулай, баҡтиһәң.
Әйберҙәрҙе бушатҡас, шунда ҡалдырыл­ған магазин арбаһы эйеп китеп бының машинаһына тейҙеме икән әллә? Юҡтыр, ары­раҡ ҡуйҙым мин уны, сөнки бөгөн бында, оло сауҙахана туҡтал­ҡаһында, ғәләмәт иркен, әй. Ҡала түгел, гүйә, ә дала! Быға апты­райһы ла түгел, хәйер: ял бит, етмәһә, иртәнге яҡ, татлы йоҡола халыҡ.
Берәй нәмә кәрәктер, моғайын, кешегә. Бәлки, танышбыҙҙыр ҙа.
Ләкин ишекте асыуым булды:
— Тәгәрмәсегеҙ яңылыш ҡуйылған! — тип бер тында бөтә фараздарымды ла юҡҡа сығарҙы был. Артҡа ымланы.
Белдереүен йәһәт иҫбатларға ла кереште:
— Бына бит бында, ҡарағыҙ, уҡ һүрәте төшөрөлгән. Мин гел әйтәм, бөтәһенә лә әйтәм: хәрәкәт йүнәлешен күрһәтә был нәмә. Ә һеҙҙә ул ҡайҙа ҡарап тора? Алға түгел. Күрәһегеҙме?
— Шула-а-й... — тип килешеп баш ҡағам. Һис икеләнеүһеҙ ризалашам, сөнки, беренсенән, рулдә инде оҙаҡ йылдар йөрөһәм дә, үҙемде был өлкәлә ҙур белгескә сығармайым, икенсенән, хата — ысынлап та күҙ алдында.
Шул арала машинаның теге ҡабырғаһына күсә һалған был.
— Һе, бында ла шул уҡ хәл… — Шул яҡтан еңелсә шелтәле, ләкин барыбер ҙә асыуһыҙ тауышын ишетәм. Һәр хәлдә, мин шулай ҡабул итәм. — Тиҙ генә быларҙың урындарын алмашты­рырға кәрәк, ағай. Әтеү берәй ерҙә барып осоуығыҙ бар.
Әлеге осраҡта тура дистанцияға бәрҙе ҡусты.
— Рәхмәт, — тим, — мотлаҡ алмаштырырмын.
— Шиномонтаж менән булышам мин. — Машинаһына йүнәл­гәнендә, боролоп, күҙсәнлегенең сәбәбен аңлатты. — Шуға күрә ҡы­йыш-мыйышты шундуҡ эләк­терәм.
Ә мин уның кәңәшен ошонда уҡ, хәҙер үк үтәргә булдым: домкрат алырға үрелдем.
Уң менән һулдың буталыуында бер кемде лә ғәйеп­ләмәйем, әйткәндәй. Үҙемдән башҡа. Үткән йәкшәмбелә генә ҡышҡыларын кейҙергәйнем. Баяғы уҡтарҙы белмәгәндән түгел яңылышыу, ошоғаса гел иғтибар итә лә килдем, дискыларға ҡыҫтырылған яҙыуҙар яҙлығып киткәндер был юлы.
Тәгәрмәстәрҙе күсереп ҡуйға­нымда: “Тормошта һәр ваҡыт, һәммә өлкәлә лә, кемгәлер нин­дәйҙер хаҡ етешһеҙлек тура­һында ғәҙел иғлан ителеү менән, уларҙы, һөйләнеү-һуҡраныуһыҙ, кәрәкмәгән бәхәсһеҙ генә, ысын белгес һүҙенә шикһеҙ һәм сикһеҙ таянып, шунда уҡ төҙәтергә тотонолһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине…” — тип уйланым.


Автор: Рәсүл СӘҒИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә