Вәт шәп булыр ине…02.12.2016
Ҡуҙғалырға ынтылғайным ғына, тәҙрәгә ҡабаланып туҡылдатҡандарын ишеттем. Бер иптәш үҙенә иғтибар даулай, баҡтиһәң.
Әйберҙәрҙе бушатҡас, шунда ҡалдырылған магазин арбаһы эйеп китеп бының машинаһына тейҙеме икән әллә? Юҡтыр, арыраҡ ҡуйҙым мин уны, сөнки бөгөн бында, оло сауҙахана туҡталҡаһында, ғәләмәт иркен, әй. Ҡала түгел, гүйә, ә дала! Быға аптырайһы ла түгел, хәйер: ял бит, етмәһә, иртәнге яҡ, татлы йоҡола халыҡ.
Берәй нәмә кәрәктер, моғайын, кешегә. Бәлки, танышбыҙҙыр ҙа.
Ләкин ишекте асыуым булды:
— Тәгәрмәсегеҙ яңылыш ҡуйылған! — тип бер тында бөтә фараздарымды ла юҡҡа сығарҙы был. Артҡа ымланы.
Белдереүен йәһәт иҫбатларға ла кереште:
— Бына бит бында, ҡарағыҙ, уҡ һүрәте төшөрөлгән. Мин гел әйтәм, бөтәһенә лә әйтәм: хәрәкәт йүнәлешен күрһәтә был нәмә. Ә һеҙҙә ул ҡайҙа ҡарап тора? Алға түгел. Күрәһегеҙме?
— Шула-а-й... — тип килешеп баш ҡағам. Һис икеләнеүһеҙ ризалашам, сөнки, беренсенән, рулдә инде оҙаҡ йылдар йөрөһәм дә, үҙемде был өлкәлә ҙур белгескә сығармайым, икенсенән, хата — ысынлап та күҙ алдында.
Шул арала машинаның теге ҡабырғаһына күсә һалған был.
— Һе, бында ла шул уҡ хәл… — Шул яҡтан еңелсә шелтәле, ләкин барыбер ҙә асыуһыҙ тауышын ишетәм. Һәр хәлдә, мин шулай ҡабул итәм. — Тиҙ генә быларҙың урындарын алмаштырырға кәрәк, ағай. Әтеү берәй ерҙә барып осоуығыҙ бар.
Әлеге осраҡта тура дистанцияға бәрҙе ҡусты.
— Рәхмәт, — тим, — мотлаҡ алмаштырырмын.
— Шиномонтаж менән булышам мин. — Машинаһына йүнәлгәнендә, боролоп, күҙсәнлегенең сәбәбен аңлатты. — Шуға күрә ҡыйыш-мыйышты шундуҡ эләктерәм.
Ә мин уның кәңәшен ошонда уҡ, хәҙер үк үтәргә булдым: домкрат алырға үрелдем.
Уң менән һулдың буталыуында бер кемде лә ғәйепләмәйем, әйткәндәй. Үҙемдән башҡа. Үткән йәкшәмбелә генә ҡышҡыларын кейҙергәйнем. Баяғы уҡтарҙы белмәгәндән түгел яңылышыу, ошоғаса гел иғтибар итә лә килдем, дискыларға ҡыҫтырылған яҙыуҙар яҙлығып киткәндер был юлы.
Тәгәрмәстәрҙе күсереп ҡуйғанымда: “Тормошта һәр ваҡыт, һәммә өлкәлә лә, кемгәлер ниндәйҙер хаҡ етешһеҙлек тураһында ғәҙел иғлан ителеү менән, уларҙы, һөйләнеү-һуҡраныуһыҙ, кәрәкмәгән бәхәсһеҙ генә, ысын белгес һүҙенә шикһеҙ һәм сикһеҙ таянып, шунда уҡ төҙәтергә тотонолһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине…” — тип уйланым.