Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ну яратам да үҙҙәрен...
Ну яратам да үҙҙәрен...
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен әрләп торорға мин шофер түгел, эргәhендә ултырып йөрөүсе генә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уларҙы обожаю. Нур сәсеп торған ҡа­йыштарын күрhәм, алтын тапҡандай ҡы­уанам. Ә теге, буй-буй таяҡтарын hелтә­hәләр, ирейем дә китәм. Тик ирҙең генә йөҙө бүртенеп сыға. Бына әле лә Благоварға еткәс, таяҡ болғанылар.
– Тағы туҡтаттылар инде, ҡороғорҙар, был ҡоҙғондарҙан аҡсаhыҙ ҡотолормон тимә!
– Һуң, ҡәҙерлем, 50 тип яҙылған ерҙән 80 менән шажлап уҙып киттең дә инде!
– Һине ваҡытына Өфөгә еткерергә тырышам бит, ултырма ҡарҡылдап, сығар аҡсаңды!
– Шәп икән! Һин ҡағиҙә боҙаhың, мин түләргә тейешме?! Юҡ инде, йән киҫәгем, “заначкаң”ды бир! Мин ҡағиҙә боҙмайым, ҡайышты эләктерҙем, водителде юҡ-бар hүҙ менән отвлекать итмәнем.
– Тфү!..
Ул арала түңәрәк кәүҙәле мөләйем йөҙ­лөhө килеп честь бирҙе, исем-шәри­фен, иптәшемдең ниндәй ҡағиҙә боҙоуын әйтте. Эх, кемгә бәйләнгәнегеҙҙе белмәй­hе­геҙ шул, бына, мин белгәс, ауыҙ ҙа асмайым, тип йәлләп тә ҡуйҙым үҙҙәрен. Иркәйем бөтә асыуын сығара ғына башлағайны, ҡарсыға ҡарашлы ҡаҡса оҙон кәүҙәлеһе машинаһына индереп ултыртты. Эй кинә­неп күҙәтәм тегеләрҙе. Башта тыныс hөйләшергә тырыштылар, шунан йөҙҙәре буҙарып китте. Бер заман минең йәнекәйем ҡулдарын апаруҡ hелтәй башланы. Тегенеhе тыныс ҡына тыңлай бит әле. Быны күреп милицияға ихтирамым тағы ла артты.
Их, бәхетле бисәләр бар бит ул, ә! Күрегеҙсе, ире ниндәй сабыр, етмәhә, аҡса эшләй белә...
Машина ишеге шап иткәнгә, тертләп ҡуйҙым, үҙемдең яртым инеп ултырған икән. Портмонеһы шап итеп килеп бәрелгәс, татлы уйымдың ебе сырмала яҙҙы. Йәhәт кенә документтарын йыйып тултыра hалдым.
– Ҡара һин уны! Тиҙ байырhың! Ана, бизнесмендарҙы hауығыҙ. Минән үҙемдең ҡатынға ла таммай әле!
– Шулай шул, иркәйем, таммай. Ә был орликтарҙың бисәләренә аға. Их, шәп ирҙәр була бит ул ер йөҙөндә!
– Һин нимә, ҡатын! Сәпсим...
Артабанғыhын ишетhәм дә, төшөнөргә тырышманым, теге постовойҙарға йылмайҙым hәм үҙ уйымдың осон табып алдым: их, былар йәшәй белә шул! Бер нәмәнән ҡурҡмай, ул блат та сват. Любой кешегә hүҙе үтә. Иңендә бер нисә йондоҙ­соғо ла булhа! Ана, теге көндө Языковола икеhе кибеттән hөйләшеп сығып бара. Үҙҙәре лә оҫта аусы, етмәhә, алған сосискалары ла “Охотничий”.
– Араҡыны күберәк алдыҡ әллә?
– Не боись, водки много не бывает!..
– Ҡатын янына ҡайтаhы бар бит...
– Бөгөн эшләгән 50 меңде ҡулына тотторhаң, үҙе өҫтәп hалып бирер әле.
– Эhе, көтөп тор! Кисәге 62 меңдән hуң был – бүстәк!..
Был хәбәрҙе ишетеп күҙем маңлайға менде. Әйтәм уны, эшләй башлауына ике йыл да булманы, иномарка алып ултыртты.
Үәт, маладис ирҙәр бар бит донъяла, ә! Ниңә, булдыра алған кеше эше! Улар әҙәм таламай, биргәнде генә ала. Уныhы гонаh түгел! Шоферҙарға ла ҡағиҙәhен бо­ҙорға кем ҡушҡан?! Ғәйебең өсөн түләү шарт!
Их, яратам бит мин “гаишник”тарҙы! Алтын нурҙар сәсеп, юл сатына сығып баҫалар ҙа, тылсымлы таяҡтарын бер hелтәһәләр – 500 hум, әйләндергеләп ҡуй­hалар – 1000. Шоферҙарҙы тәртипкә ултырталар, уларға шул кәрәк! Юл ҡағи­ҙәләрен боҙған водителдәр арҡаhында йыл һайын 30 мең кеше hәләк булған бит илебеҙҙә! Әлегә тиклем газлы hауа hулап булhа ла яҡты донъяла йәшәйбеҙ икән, тимәк, “гаишник”тарға үлгәнсе бурыс­лыбыҙ. Ә бурысты түләй белергә лә кәрәк! Так ышту, хөрмәтле шоферҙар, аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ! Донъяла йәшәүҙән дә ҡәҙер­лерәк, ҡиммәтлерәк нәмә юҡ!
Ә hеҙ, шул водителдәрҙең хәләл ефеттәре, ҡыуанып торорға тейеш! Был аҡса уларҙың ҡатынына ҡайта бит. Заслужили! Ҡайҙа ул маҡтаулы ҡатын-ҡыҙ теләктәшлеге? Тағы ла ҡыуаныслырағы: был байлыҡ уларҙың hөйәркәhенә лә китә. Ике бисәне аҫрау рәхәт тиhегеҙме әллә?! Ә бит ул албаҫтылар, әгәр ошо аҫыл егеттәр туйҙырмаhа, hеҙҙең йән киҫәктәрҙе лә ауларға мөмкин. Шулай булғас, штраф аҡсаhы ғына – бүстәк!
Бөтә яҡлап та шәп бит улар! Ну шул юл hаҡсыларының йылмайып hөйләшеү­ҙәре! Шуның өсөн генә лә меңлегеңде өҫ­тәп бирерлек. Минең ир кеүек көнө буйы яр баҡаhы кеүек ҡысҡырып, уҫал эт кеүек ыржайып өрөп тормайҙар инде. Йәшерәк саҡта әллә нимә эшләп hанға hуҡмаған булдым бит үҙҙәрен. Хәҙер үҙ хәләлем иҫән була күрhен инде. Их, бө­гөн­гө аҡылым булhа... И-и-и, аҡыл тигәндән, башҡа бер шәп уй төштө бит әле. Юл ҡағиҙәләрен hаҡлаусы хөрмәтле хеҙмәткәрҙәр! Мине лә бер-ике айға ғына эшкә алығыҙ әле. Мин үҙем былай нисауа ғына, формағыҙҙы кейҙерhәгеҙ, сәпсим шәп күренәсәкмен. Һөйләшә лә беләм! Пулемет обоймаhы бөткәс, тынып ҡала, ә мин улай тиҙ бирешмәйем. Үҙемә әллә ни күп тә кәрәкмәй, нәфсемде тыя беләм. Баш ҡаланың үҙәк урамындағы берәй фатирлыҡ, яңы иномаркалыҡ, шәшке тунлыҡ, баланы университетта уҡытырлыҡ йыйып булhа, шул етә!
Ну яратам бит үҙегеҙҙе! Ҡояш кеүек балҡып, юл буйындағы берәй щебенка өйөмө артынан килеп сыҡhағыҙ, күңелем күтәрелеп китә.
– Ҡасып торғандар, ҡороғорҙар! – ти ир.
– Юҡ! Эффект неожиданности! – тим. – Тактикағыҙ шәп! Ә олпат кәүҙәле ир-ат урынына, нескә билемде ҡайыш менән быуып, оҙон боттарымды аҙ-маҙ ғына итәк менән ҡаплаштырып, теге таяғығыҙҙы болғаштырып, мин килеп сыҡhам? Әhә, шулай шул! Был инде сәпсим башҡа һөҙөмтә буласаҡ! Уйлағыҙ, бындай шәп тәҡдим гел булып тормай ул!
Ну яратам да шул “гаишник”тарҙы...


Автор: Ләлә АБЗАЛОВА. Район: Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә