ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен әрләп торорға мин шофер түгел, эргәhендә ултырып йөрөүсе генә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уларҙы обожаю. Нур сәсеп торған ҡайыштарын күрhәм, алтын тапҡандай ҡыуанам. Ә теге, буй-буй таяҡтарын hелтәhәләр, ирейем дә китәм. Тик ирҙең генә йөҙө бүртенеп сыға. Бына әле лә Благоварға еткәс, таяҡ болғанылар.
– Тағы туҡтаттылар инде, ҡороғорҙар, был ҡоҙғондарҙан аҡсаhыҙ ҡотолормон тимә!
– Һуң, ҡәҙерлем, 50 тип яҙылған ерҙән 80 менән шажлап уҙып киттең дә инде!
– Һине ваҡытына Өфөгә еткерергә тырышам бит, ултырма ҡарҡылдап, сығар аҡсаңды!
– Шәп икән! Һин ҡағиҙә боҙаhың, мин түләргә тейешме?! Юҡ инде, йән киҫәгем, “заначкаң”ды бир! Мин ҡағиҙә боҙмайым, ҡайышты эләктерҙем, водителде юҡ-бар hүҙ менән отвлекать итмәнем.
– Тфү!..
Ул арала түңәрәк кәүҙәле мөләйем йөҙлөhө килеп честь бирҙе, исем-шәрифен, иптәшемдең ниндәй ҡағиҙә боҙоуын әйтте. Эх, кемгә бәйләнгәнегеҙҙе белмәйhегеҙ шул, бына, мин белгәс, ауыҙ ҙа асмайым, тип йәлләп тә ҡуйҙым үҙҙәрен. Иркәйем бөтә асыуын сығара ғына башлағайны, ҡарсыға ҡарашлы ҡаҡса оҙон кәүҙәлеһе машинаһына индереп ултыртты. Эй кинәнеп күҙәтәм тегеләрҙе. Башта тыныс hөйләшергә тырыштылар, шунан йөҙҙәре буҙарып китте. Бер заман минең йәнекәйем ҡулдарын апаруҡ hелтәй башланы. Тегенеhе тыныс ҡына тыңлай бит әле. Быны күреп милицияға ихтирамым тағы ла артты.
Их, бәхетле бисәләр бар бит ул, ә! Күрегеҙсе, ире ниндәй сабыр, етмәhә, аҡса эшләй белә...
Машина ишеге шап иткәнгә, тертләп ҡуйҙым, үҙемдең яртым инеп ултырған икән. Портмонеһы шап итеп килеп бәрелгәс, татлы уйымдың ебе сырмала яҙҙы. Йәhәт кенә документтарын йыйып тултыра hалдым.
– Ҡара һин уны! Тиҙ байырhың! Ана, бизнесмендарҙы hауығыҙ. Минән үҙемдең ҡатынға ла таммай әле!
– Шулай шул, иркәйем, таммай. Ә был орликтарҙың бисәләренә аға. Их, шәп ирҙәр була бит ул ер йөҙөндә!
– Һин нимә, ҡатын! Сәпсим...
Артабанғыhын ишетhәм дә, төшөнөргә тырышманым, теге постовойҙарға йылмайҙым hәм үҙ уйымдың осон табып алдым: их, былар йәшәй белә шул! Бер нәмәнән ҡурҡмай, ул блат та сват. Любой кешегә hүҙе үтә. Иңендә бер нисә йондоҙсоғо ла булhа! Ана, теге көндө Языковола икеhе кибеттән hөйләшеп сығып бара. Үҙҙәре лә оҫта аусы, етмәhә, алған сосискалары ла “Охотничий”.
– Араҡыны күберәк алдыҡ әллә?
– Не боись, водки много не бывает!..
– Ҡатын янына ҡайтаhы бар бит...
– Бөгөн эшләгән 50 меңде ҡулына тотторhаң, үҙе өҫтәп hалып бирер әле.
– Эhе, көтөп тор! Кисәге 62 меңдән hуң был – бүстәк!..
Был хәбәрҙе ишетеп күҙем маңлайға менде. Әйтәм уны, эшләй башлауына ике йыл да булманы, иномарка алып ултыртты.
Үәт, маладис ирҙәр бар бит донъяла, ә! Ниңә, булдыра алған кеше эше! Улар әҙәм таламай, биргәнде генә ала. Уныhы гонаh түгел! Шоферҙарға ла ҡағиҙәhен боҙорға кем ҡушҡан?! Ғәйебең өсөн түләү шарт!
Их, яратам бит мин “гаишник”тарҙы! Алтын нурҙар сәсеп, юл сатына сығып баҫалар ҙа, тылсымлы таяҡтарын бер hелтәһәләр – 500 hум, әйләндергеләп ҡуйhалар – 1000. Шоферҙарҙы тәртипкә ултырталар, уларға шул кәрәк! Юл ҡағиҙәләрен боҙған водителдәр арҡаhында йыл һайын 30 мең кеше hәләк булған бит илебеҙҙә! Әлегә тиклем газлы hауа hулап булhа ла яҡты донъяла йәшәйбеҙ икән, тимәк, “гаишник”тарға үлгәнсе бурыслыбыҙ. Ә бурысты түләй белергә лә кәрәк! Так ышту, хөрмәтле шоферҙар, аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ! Донъяла йәшәүҙән дә ҡәҙерлерәк, ҡиммәтлерәк нәмә юҡ!
Ә hеҙ, шул водителдәрҙең хәләл ефеттәре, ҡыуанып торорға тейеш! Был аҡса уларҙың ҡатынына ҡайта бит. Заслужили! Ҡайҙа ул маҡтаулы ҡатын-ҡыҙ теләктәшлеге? Тағы ла ҡыуаныслырағы: был байлыҡ уларҙың hөйәркәhенә лә китә. Ике бисәне аҫрау рәхәт тиhегеҙме әллә?! Ә бит ул албаҫтылар, әгәр ошо аҫыл егеттәр туйҙырмаhа, hеҙҙең йән киҫәктәрҙе лә ауларға мөмкин. Шулай булғас, штраф аҡсаhы ғына – бүстәк!
Бөтә яҡлап та шәп бит улар! Ну шул юл hаҡсыларының йылмайып hөйләшеүҙәре! Шуның өсөн генә лә меңлегеңде өҫтәп бирерлек. Минең ир кеүек көнө буйы яр баҡаhы кеүек ҡысҡырып, уҫал эт кеүек ыржайып өрөп тормайҙар инде. Йәшерәк саҡта әллә нимә эшләп hанға hуҡмаған булдым бит үҙҙәрен. Хәҙер үҙ хәләлем иҫән була күрhен инде. Их, бөгөнгө аҡылым булhа... И-и-и, аҡыл тигәндән, башҡа бер шәп уй төштө бит әле. Юл ҡағиҙәләрен hаҡлаусы хөрмәтле хеҙмәткәрҙәр! Мине лә бер-ике айға ғына эшкә алығыҙ әле. Мин үҙем былай нисауа ғына, формағыҙҙы кейҙерhәгеҙ, сәпсим шәп күренәсәкмен. Һөйләшә лә беләм! Пулемет обоймаhы бөткәс, тынып ҡала, ә мин улай тиҙ бирешмәйем. Үҙемә әллә ни күп тә кәрәкмәй, нәфсемде тыя беләм. Баш ҡаланың үҙәк урамындағы берәй фатирлыҡ, яңы иномаркалыҡ, шәшке тунлыҡ, баланы университетта уҡытырлыҡ йыйып булhа, шул етә!
Ну яратам бит үҙегеҙҙе! Ҡояш кеүек балҡып, юл буйындағы берәй щебенка өйөмө артынан килеп сыҡhағыҙ, күңелем күтәрелеп китә.
– Ҡасып торғандар, ҡороғорҙар! – ти ир.
– Юҡ! Эффект неожиданности! – тим. – Тактикағыҙ шәп! Ә олпат кәүҙәле ир-ат урынына, нескә билемде ҡайыш менән быуып, оҙон боттарымды аҙ-маҙ ғына итәк менән ҡаплаштырып, теге таяғығыҙҙы болғаштырып, мин килеп сыҡhам? Әhә, шулай шул! Был инде сәпсим башҡа һөҙөмтә буласаҡ! Уйлағыҙ, бындай шәп тәҡдим гел булып тормай ул!
Ну яратам да шул “гаишник”тарҙы...