Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Техниканы өйрәнегеҙ
Техниканы өйрәнегеҙ
Мәләүез индустриаль колледжында “Ашҡаҙар” предприятиеһы механизаторы, республика, Рәсәй, Бөтә донъя һабансылар чемпионатында ҡатнашыу бәхете тейгән Илдар Ишекәев менән осрашыу үтте.
Сарала район ауыл хужалығы идаралығы баш инженеры Ринат Бикбулатов, Мәләүез дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Динис Иҫәкәев, студенттар ҡатнашты.
Ауыл хужалығы эшсе көстәргә мохтажлыҡ кисерә, ә был уҡыу йорто тап ошо йүнәлештә белгестәр әҙерләй. Ринат Рим улы үҙ сығы­шында тармаҡ­тағы һөҙөмтәләр тураһында һөйләне: “Район республика кимә­лендә йыл да юғары уңышҡа өлгәшә. Машина-трактор паркы заманса техника иҫәбенә тулыландырыла. Быйыл туғыҙ иген урыу комбайны, 14 трак­тор, сәскес, культиваторҙар һатып алыуға ирештек. Һуңғы ике йылда тулы­һынса баҫыу эштәрен үҙ техникабыҙ менән баш­ҡарабыҙ. “Ашҡаҙар”, “Дружба”, “Иҙел”, Салауат исемен­дәге кооператив, “Старт”, “Емелин” фермер хужалыҡ­тары яңы технологиялар ҡулланыуға күсте. “Ноутилл” буйынса ер эшкәр­теүҙең өҫтөнлөклө икәнлеген бөгөн бөтәбеҙ ҙә яҡшы аңлай, алым сығым­дарҙы кәметә һәм тупраҡтың уңды­рышлылығына ыңғай тәьҫир итә. Рәсәй, Бөтә донъя конкурстарында ҡатнашабыҙ, был район, республика бәҫен күтәрә. Бөгөн һеҙҙең менән осрашыуға килгән Илдар Ишекәев – шундайҙарҙың береһе. Ябай механизатор, үҙ көсө, тырышлығы менән механизатор һөнәренең абруйын күтәреп, Халыҡ-ара һабансылар чемпионатында һәм Европа кимәлендә Шотландияла уҙған конкурста ла ышаныслы сығыш яһаны”.
Мәләүез дәүләт техник күҙәтеү инспек­цияһы начальнигы Динис Иҫә­кәев сту­денттарға һайлаған һөнәрҙә­ренә тоғро ҡалыуҙарын теләне.
– Бөгөн һеҙҙең алда яңы үрҙәр яулау мөмкинлеге ҙур, уға тик тырыштар ғына ирешә. Тап һеҙҙең һөнәр ауыл хужалығы тармағында талап ителә, бөгөн заманса техника менән идара итеүгә йәш көстәр кәрәк. Штурвал артына ултырған һәр кем хәүефһеҙлек, техника, үҙ һаулығы өсөн яуап­лы, – тине ул. Шулай уҡ имтихан тапшырыу, категория алыу талаптарына индерел­гән үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
Илдар Ишекәев сит илдә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм видеофильм тәҡдим итте.
– Танылған һабансылар менән бер баҫыуҙа бәйге тотоу бик ҡатмарлы булды. Бер яҡтан, һин уларҙы ҡыуып етмәҫеңде аңлайһың, икенсенән, улар кимәленә күтәреләм тип тырышаһың, тәжрибә уртаҡлашаһың. Әлбиттә, үҙебеҙҙә студент йылдарында алынған теоретик белем һәм тупланған һөнәри тәжрибә башҡалар менән бер кимәлдә сығыш яһарға ярҙам итте. Һайланған һөнәрегеҙгә тап төшөрмәгеҙ, ғүмерлек булһын, уҡығыҙ, техниканың нескәлек­тәрен өйрәнегеҙ, бының өсөн уҡыу йортонда бөтә шарттар булдырыл­ған, – тине еңеүсе.


Автор: Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә