Мәләүез индустриаль колледжында “Ашҡаҙар” предприятиеһы механизаторы, республика, Рәсәй, Бөтә донъя һабансылар чемпионатында ҡатнашыу бәхете тейгән Илдар Ишекәев менән осрашыу үтте. Сарала район ауыл хужалығы идаралығы баш инженеры Ринат Бикбулатов, Мәләүез дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Динис Иҫәкәев, студенттар ҡатнашты.
Ауыл хужалығы эшсе көстәргә мохтажлыҡ кисерә, ә был уҡыу йорто тап ошо йүнәлештә белгестәр әҙерләй. Ринат Рим улы үҙ сығышында тармаҡтағы һөҙөмтәләр тураһында һөйләне: “Район республика кимәлендә йыл да юғары уңышҡа өлгәшә. Машина-трактор паркы заманса техника иҫәбенә тулыландырыла. Быйыл туғыҙ иген урыу комбайны, 14 трактор, сәскес, культиваторҙар һатып алыуға ирештек. Һуңғы ике йылда тулыһынса баҫыу эштәрен үҙ техникабыҙ менән башҡарабыҙ. “Ашҡаҙар”, “Дружба”, “Иҙел”, Салауат исемендәге кооператив, “Старт”, “Емелин” фермер хужалыҡтары яңы технологиялар ҡулланыуға күсте. “Ноутилл” буйынса ер эшкәртеүҙең өҫтөнлөклө икәнлеген бөгөн бөтәбеҙ ҙә яҡшы аңлай, алым сығымдарҙы кәметә һәм тупраҡтың уңдырышлылығына ыңғай тәьҫир итә. Рәсәй, Бөтә донъя конкурстарында ҡатнашабыҙ, был район, республика бәҫен күтәрә. Бөгөн һеҙҙең менән осрашыуға килгән Илдар Ишекәев – шундайҙарҙың береһе. Ябай механизатор, үҙ көсө, тырышлығы менән механизатор һөнәренең абруйын күтәреп, Халыҡ-ара һабансылар чемпионатында һәм Европа кимәлендә Шотландияла уҙған конкурста ла ышаныслы сығыш яһаны”.
Мәләүез дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Динис Иҫәкәев студенттарға һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуҙарын теләне.
– Бөгөн һеҙҙең алда яңы үрҙәр яулау мөмкинлеге ҙур, уға тик тырыштар ғына ирешә. Тап һеҙҙең һөнәр ауыл хужалығы тармағында талап ителә, бөгөн заманса техника менән идара итеүгә йәш көстәр кәрәк. Штурвал артына ултырған һәр кем хәүефһеҙлек, техника, үҙ һаулығы өсөн яуаплы, – тине ул. Шулай уҡ имтихан тапшырыу, категория алыу талаптарына индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
Илдар Ишекәев сит илдә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм видеофильм тәҡдим итте.
– Танылған һабансылар менән бер баҫыуҙа бәйге тотоу бик ҡатмарлы булды. Бер яҡтан, һин уларҙы ҡыуып етмәҫеңде аңлайһың, икенсенән, улар кимәленә күтәреләм тип тырышаһың, тәжрибә уртаҡлашаһың. Әлбиттә, үҙебеҙҙә студент йылдарында алынған теоретик белем һәм тупланған һөнәри тәжрибә башҡалар менән бер кимәлдә сығыш яһарға ярҙам итте. Һайланған һөнәрегеҙгә тап төшөрмәгеҙ, ғүмерлек булһын, уҡығыҙ, техниканың нескәлектәрен өйрәнегеҙ, бының өсөн уҡыу йортонда бөтә шарттар булдырылған, – тине еңеүсе.