Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мотоцикл кәрәкмәйме ни?
Мотоцикл кәрәкмәйме ни?
Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәйҙә мотоцикл һатыу күләме 40 процентҡа тиерлек кәмегән.
Байкерҙарҙың талаптары ла йылдан-йыл үҙгәрә, бөгөн улар бер мотоциклда елдерһә, киләһе йылға унан да шәбе­рәгенә ынтыла. “Автостат” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2016 йылдың ғинуар–сентябрь айҙарында илдә ике тәгәрмәсле 10,9 мең “ат” ҡына хужаһын тапҡан. Шуныһы ғәжәп: халыҡ Американың йәки Японияның спорт байкерҙарынан баш тартып, башлыса “Racez”ды һайлай.
Был Ҡытай мотоциклының ҡайһы бер өлгөләре Рәсәйҙә йыйыла, туғыҙ айҙа 1379 дана һатылған ул. Икенсе урында – ВMW – йыл башынан 1351 кеше уны һайлаған. Ә бына өсөнсө баҫҡысты Рәсәйҙең “Stels” маркаһы биләгән (1217 дана һатылған). Донъяла халыҡ күпләп алған ун төр мотоциклдың икәүһенең генә ыңғай үҫеше күҙәтелгән, әммә улары ла әллә ни күп түгел. Ул – танылған “Hazley Daviason” (+8,8 процент) һәм “КТМ” (+2,2 процент). Рәсәй–Ҡытай мотоциклы IRВIS (минус 58,7 процент) Японияның “Kawasaki”һы (минус 55 процент) иң түбәнге урында ҡалған.
Мотоцикл, бигерәк тә уның бөгөнгө өлгөләре һәр ваҡыт ҡыҙыҡтырғыс транспорт төрө булып ҡала. Уларҙың хаҡы хатта урта кластағы еңел машиналарҙан да ҡиммәтерәк тора.
Автомобиль эксперты Игорь Моржоретто белдереүенсә, мотоциклда йөрөү – күптәрҙең яратҡан шөғөлө, мәҙәни тормошо, ә бәғзе берәүҙәр өсөн кешенең йәшәү рәүешен күрһәткән әйбер. “Шул уҡ ваҡытта ике тәгәрмәсле дуҫ урта хәлле кешеләр өсөн иҫәпләнгән кеүек. Ә ундайҙар башлыса уның арзанын һайлай”, – ти ул.
Шулай ҙа, белгестәр белдереүенсә, мотоциклдарға хаҡ төшмәйәсәк. Ә бына халыҡты ҡабаттан мотоциклға йәлеп итеү өсөн файҙалы кредит карталары бар­лыҡҡа килеүе ихтимал.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә