Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәйҙә мотоцикл һатыу күләме 40 процентҡа тиерлек кәмегән. Байкерҙарҙың талаптары ла йылдан-йыл үҙгәрә, бөгөн улар бер мотоциклда елдерһә, киләһе йылға унан да шәберәгенә ынтыла. “Автостат” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2016 йылдың ғинуар–сентябрь айҙарында илдә ике тәгәрмәсле 10,9 мең “ат” ҡына хужаһын тапҡан. Шуныһы ғәжәп: халыҡ Американың йәки Японияның спорт байкерҙарынан баш тартып, башлыса “Racez”ды һайлай.
Был Ҡытай мотоциклының ҡайһы бер өлгөләре Рәсәйҙә йыйыла, туғыҙ айҙа 1379 дана һатылған ул. Икенсе урында – ВMW – йыл башынан 1351 кеше уны һайлаған. Ә бына өсөнсө баҫҡысты Рәсәйҙең “Stels” маркаһы биләгән (1217 дана һатылған). Донъяла халыҡ күпләп алған ун төр мотоциклдың икәүһенең генә ыңғай үҫеше күҙәтелгән, әммә улары ла әллә ни күп түгел. Ул – танылған “Hazley Daviason” (+8,8 процент) һәм “КТМ” (+2,2 процент). Рәсәй–Ҡытай мотоциклы IRВIS (минус 58,7 процент) Японияның “Kawasaki”һы (минус 55 процент) иң түбәнге урында ҡалған.
Мотоцикл, бигерәк тә уның бөгөнгө өлгөләре һәр ваҡыт ҡыҙыҡтырғыс транспорт төрө булып ҡала. Уларҙың хаҡы хатта урта кластағы еңел машиналарҙан да ҡиммәтерәк тора.
Автомобиль эксперты Игорь Моржоретто белдереүенсә, мотоциклда йөрөү – күптәрҙең яратҡан шөғөлө, мәҙәни тормошо, ә бәғзе берәүҙәр өсөн кешенең йәшәү рәүешен күрһәткән әйбер. “Шул уҡ ваҡытта ике тәгәрмәсле дуҫ урта хәлле кешеләр өсөн иҫәпләнгән кеүек. Ә ундайҙар башлыса уның арзанын һайлай”, – ти ул.
Шулай ҙа, белгестәр белдереүенсә, мотоциклдарға хаҡ төшмәйәсәк. Ә бына халыҡты ҡабаттан мотоциклға йәлеп итеү өсөн файҙалы кредит карталары барлыҡҡа килеүе ихтимал.