Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һин йәш әле, йәш!
Һин йәш әле, йәш!
Тиҙҙән яңы рулгә ултырғандарҙы тиҙлекте кәметергә мәжбүр итәсәктәр.Төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау йәһәтенән юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә әленән-әле яңылыҡтар индерелә. Мәҫәлән, ошо осорҙа рулгә яңы ултырған водителдәргә тиҙлекте кәметеүҙе, бүтәндәр араһында айырылып тороуҙы талап итәсәктәр.
Үҙгәрештәр индерелгән проектты былтыр илдең Эске эштәр министрлығы әҙерләгән, ошо көндәрҙә ул Хөкүмәттә ҡаралырға тейеш. Әйткәндәй, ул бер нисә ай элек йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылғайны, уның өҫтөндә шаҡтай эшләнгән һәм оҙаҡ килешелгән. Бына проект аҙаҡҡы “туҡталыш”ҡа етте.
Яңылыҡтың иң мөһим пункттарының береһе – ике йылға тиклем юл йөрөү стажы булмағандарға ҡарата сикләү индереү. Йәш водителдәр барлыҡ ҡалаларҙа ла тиҙлекте сәғәтенә етмеш километрҙан арттырмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, тап ошо талап тирәләй ярайһы бәхәс тыуған. Мәҫәлән, барлыҡ транспорт ағымы менән бер тиҙлектә барғанда юлдың хәүефһеҙерәк булыуы бәхәсһеҙ. Йәштәрҙең юғалып ҡалып, бәлә-ҡазаға тарыуы бар...
Ошонда уҡ мотоциклға идара итеүселәргә автомагистралдә тиҙлекте 110 километрға еткереү рөхсәт ителгән. Бығаса уларға 90-дан уҙҙырырға ярамай ине, сөнки машиналар ағымынан әкрен барыу юлда күңелһеҙ хәлдәргә тарыу хәүефен арттыра.
Тиҙлекте сикләү йәш водителдәр өсөн берҙән-бер талап түгел. Уларға шулай уҡ бүтәндәрҙе тарттырып йөрөү тыйыла. Ә мотоциклға, мопедҡа атланғандарға пас­сажирҙар алыу рөхсәт ителмәй.
Рулгә яңы ултырғандарҙы нисек айырырға һуң? Машинаға һары квадратта өндәү билдәһе төшөрөлгән билдә беркетелергә тейеш. Уның мотлаҡ булыуы транспорт сараларына идара итеүгә рөхсәт биргән юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә индерелгән ҡушым­тала яҙылған. Шулай ҙа был билдә ҡуйыл­маған өсөн сара ҡаралмағайны. Проектҡа индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, хәҙер билдәһеҙ машинаға ултырыу тыйыла, ҡағи­ҙәне боҙған өсөн 500 һум штраф һалынасаҡ. Ә бына “Инвалид”, “Врач” билдәләре теләк буйынса ҡуйыла.
Әйткәндәй, Советтар Союзы осоронда йәш водителдәр өсөн сикләүҙәр бар ине. 1987 йылда шоферлыҡ танытмаһы тәүҙә ваҡытлыса бирелде. Уның тышҡы күренеше ғәҙәти документ кеүек булһа ла, “ваҡытлыса” тигән штамп һуғылды. Ике йыл буйына тиҙлекте 70-тән арттырыу, машинаға арба тағыу тыйылды. Йәнә автомобилгә идара итеүгә иртәнге сәғәт 5-тән төнгө 12-гә тиклем генә рөхсәт ителде. Бынан тыш, машинаға “70 километрҙан шәберәк бара алмай” тигәнде аңлатҡан махсус билдә ҡуйылды.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә