Тиҙҙән яңы рулгә ултырғандарҙы тиҙлекте кәметергә мәжбүр итәсәктәр.Төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау йәһәтенән юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә әленән-әле яңылыҡтар индерелә. Мәҫәлән, ошо осорҙа рулгә яңы ултырған водителдәргә тиҙлекте кәметеүҙе, бүтәндәр араһында айырылып тороуҙы талап итәсәктәр.Үҙгәрештәр индерелгән проектты былтыр илдең Эске эштәр министрлығы әҙерләгән, ошо көндәрҙә ул Хөкүмәттә ҡаралырға тейеш. Әйткәндәй, ул бер нисә ай элек йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылғайны, уның өҫтөндә шаҡтай эшләнгән һәм оҙаҡ килешелгән. Бына проект аҙаҡҡы “туҡталыш”ҡа етте.
Яңылыҡтың иң мөһим пункттарының береһе – ике йылға тиклем юл йөрөү стажы булмағандарға ҡарата сикләү индереү. Йәш водителдәр барлыҡ ҡалаларҙа ла тиҙлекте сәғәтенә етмеш километрҙан арттырмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, тап ошо талап тирәләй ярайһы бәхәс тыуған. Мәҫәлән, барлыҡ транспорт ағымы менән бер тиҙлектә барғанда юлдың хәүефһеҙерәк булыуы бәхәсһеҙ. Йәштәрҙең юғалып ҡалып, бәлә-ҡазаға тарыуы бар...
Ошонда уҡ мотоциклға идара итеүселәргә автомагистралдә тиҙлекте 110 километрға еткереү рөхсәт ителгән. Бығаса уларға 90-дан уҙҙырырға ярамай ине, сөнки машиналар ағымынан әкрен барыу юлда күңелһеҙ хәлдәргә тарыу хәүефен арттыра.
Тиҙлекте сикләү йәш водителдәр өсөн берҙән-бер талап түгел. Уларға шулай уҡ бүтәндәрҙе тарттырып йөрөү тыйыла. Ә мотоциклға, мопедҡа атланғандарға пассажирҙар алыу рөхсәт ителмәй.
Рулгә яңы ултырғандарҙы нисек айырырға һуң? Машинаға һары квадратта өндәү билдәһе төшөрөлгән билдә беркетелергә тейеш. Уның мотлаҡ булыуы транспорт сараларына идара итеүгә рөхсәт биргән юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә индерелгән ҡушымтала яҙылған. Шулай ҙа был билдә ҡуйылмаған өсөн сара ҡаралмағайны. Проектҡа индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, хәҙер билдәһеҙ машинаға ултырыу тыйыла, ҡағиҙәне боҙған өсөн 500 һум штраф һалынасаҡ. Ә бына “Инвалид”, “Врач” билдәләре теләк буйынса ҡуйыла.
Әйткәндәй, Советтар Союзы осоронда йәш водителдәр өсөн сикләүҙәр бар ине. 1987 йылда шоферлыҡ танытмаһы тәүҙә ваҡытлыса бирелде. Уның тышҡы күренеше ғәҙәти документ кеүек булһа ла, “ваҡытлыса” тигән штамп һуғылды. Ике йыл буйына тиҙлекте 70-тән арттырыу, машинаға арба тағыу тыйылды. Йәнә автомобилгә идара итеүгә иртәнге сәғәт 5-тән төнгө 12-гә тиклем генә рөхсәт ителде. Бынан тыш, машинаға “70 километрҙан шәберәк бара алмай” тигәнде аңлатҡан махсус билдә ҡуйылды.