Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы ҡағиҙә – тәүге имтихан
Яңы ҡағиҙә – тәүге имтихан
Яңы ҡағиҙәләр буйынса тәүге имтихандар водитель булырға теләгән кешеләрҙе ҡырҡа кәметкән. Шулай уҡ беренсе ынтылыштан уҡ һынауҙы бирә алмағандар һиҙелерлек артҡан.
Мәғлүм булыуынса, имтихандар тәртибенә бик күп үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар уның теорияһына ла, практик өлөшөнә лә ҡағыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һынауҙың ҡатмарланы­уы имтихан тапшырырға теләүселәрҙе бермә-бер кәметкән. Уның ҡарауы, юлдарҙа тәртип урынлашыр, ти инспекторҙар. Үҙгәрештәр нимәнән ғибәрәт һуң? Мәҫәлән, имтихандарға бирелгән ваҡыт ҡыҫҡартыла. Теорияны тапшырыу өсөн бер сәғәт ваҡыт ҡаралған: 20 минут – әҙерлек өсөн, 30 минут – имтихан һәм ҡалған ва­ҡыт – һөҙөмтәләрҙе теркәүгә. Шулай уҡ практик өлөшө лә бер сәғәттән артырға тейеш түгел. Буласаҡ водителдәр өсөн берҙән-бер яҡшы яңылыҡ – ғариза ҡабул итеү ваҡыты ун биш минуттан да артмаҫҡа тейеш. Ләкин кеше үтәй алмаҫлыҡ талаптар юҡ, уҡыуҙа ауыр булһа, юлдарҙа еңел булыр, ти инспекторҙар.
Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә июндә 26 мең, июлдә 28 мең, августа 36 мең кеше имтихан тапшырған. Ә сентябрҙә һынауға ни бары 16 мең кеше килгән. Быны 1 сентябрҙән яңы регла­менттың ғәмәлгә инеүе менән аңлата улар.
Әйткәндәй, тәүге ынтылыштан уҡ имтихандан төшөп ҡалғандар иҫәбе ныҡ артҡан. Мәҫәлән, 31 ав­гусҡа ҡәҙәр теория буйынса һынауҙы шофер­лыҡҡа кандидаттарҙың 71 проценты уңышлы үткән, ә 1 сентябрҙән – ни бары 53 проценты. Автомобилгә идара итеү буйынса был нисбәт 86 проценттан 57-гә төшкән.
Имтиханды ҡалала тапшырғандар араһында бындай айырма әллә ни ҙур түгел. Яңы талаптар үҙ көсөнә ингәнгә тиклем ул 56 процент булһа, хәҙер – 53.
Белгестәр, буласаҡ водителдәрҙе уҡытыу, аҙаҡ белемен тикшереү йәһәтенән индерелгән үҙгәреш­тәр үҙенең ыңғай һөҙөмтәләрен күрһәтә, ти. Мәҫәлән, рулгә ултырған йәштәр ғәйебе менән ҡылынған авариялар 48 процентҡа кәмегән, ә мопедта йөрөгәндәрҙеке – 71 процентҡа. Шулай ҙа был юҫыҡта ҡайһы бер мәсьәләләрҙең хәл ителмәүе борсоуға һала. Мәҫәлән, ЮХХДИ менән автомәктәптәр араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһындағы бойороҡ әле һаман Эске эштәр министрлығы тарафынан раҫланмаған.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә