Яңы ҡағиҙәләр буйынса тәүге имтихандар водитель булырға теләгән кешеләрҙе ҡырҡа кәметкән. Шулай уҡ беренсе ынтылыштан уҡ һынауҙы бирә алмағандар һиҙелерлек артҡан.Мәғлүм булыуынса, имтихандар тәртибенә бик күп үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар уның теорияһына ла, практик өлөшөнә лә ҡағыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һынауҙың ҡатмарланыуы имтихан тапшырырға теләүселәрҙе бермә-бер кәметкән. Уның ҡарауы, юлдарҙа тәртип урынлашыр, ти инспекторҙар. Үҙгәрештәр нимәнән ғибәрәт һуң? Мәҫәлән, имтихандарға бирелгән ваҡыт ҡыҫҡартыла. Теорияны тапшырыу өсөн бер сәғәт ваҡыт ҡаралған: 20 минут – әҙерлек өсөн, 30 минут – имтихан һәм ҡалған ваҡыт – һөҙөмтәләрҙе теркәүгә. Шулай уҡ практик өлөшө лә бер сәғәттән артырға тейеш түгел. Буласаҡ водителдәр өсөн берҙән-бер яҡшы яңылыҡ – ғариза ҡабул итеү ваҡыты ун биш минуттан да артмаҫҡа тейеш. Ләкин кеше үтәй алмаҫлыҡ талаптар юҡ, уҡыуҙа ауыр булһа, юлдарҙа еңел булыр, ти инспекторҙар.
Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә июндә 26 мең, июлдә 28 мең, августа 36 мең кеше имтихан тапшырған. Ә сентябрҙә һынауға ни бары 16 мең кеше килгән. Быны 1 сентябрҙән яңы регламенттың ғәмәлгә инеүе менән аңлата улар.
Әйткәндәй, тәүге ынтылыштан уҡ имтихандан төшөп ҡалғандар иҫәбе ныҡ артҡан. Мәҫәлән, 31 авгусҡа ҡәҙәр теория буйынса һынауҙы шоферлыҡҡа кандидаттарҙың 71 проценты уңышлы үткән, ә 1 сентябрҙән – ни бары 53 проценты. Автомобилгә идара итеү буйынса был нисбәт 86 проценттан 57-гә төшкән.
Имтиханды ҡалала тапшырғандар араһында бындай айырма әллә ни ҙур түгел. Яңы талаптар үҙ көсөнә ингәнгә тиклем ул 56 процент булһа, хәҙер – 53.
Белгестәр, буласаҡ водителдәрҙе уҡытыу, аҙаҡ белемен тикшереү йәһәтенән индерелгән үҙгәрештәр үҙенең ыңғай һөҙөмтәләрен күрһәтә, ти. Мәҫәлән, рулгә ултырған йәштәр ғәйебе менән ҡылынған авариялар 48 процентҡа кәмегән, ә мопедта йөрөгәндәрҙеке – 71 процентҡа. Шулай ҙа был юҫыҡта ҡайһы бер мәсьәләләрҙең хәл ителмәүе борсоуға һала. Мәҫәлән, ЮХХДИ менән автомәктәптәр араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһындағы бойороҡ әле һаман Эске эштәр министрлығы тарафынан раҫланмаған.