Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Икмәге лә икмәге!
Икмәге лә икмәге! “Дефицит” һүҙен күптән оноттоҡ инде, аҙыҡ-түлек артынан һыу буйы сиратта ла тормайбыҙ хәҙер. Хәйер, бындай күренеште Ишембай райо­нында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында һаман да күҙәтергә була. Әлеге сираттарҙа барыһы ла өс һүҙҙе тылҡый: “Ишәй икмәген бирегеҙ!” …Ишәй ауылы уҙаманы Венер Яхин егерме йыл ғүмерен Себер тарафтарына бағышлай. Тик бер көн килеп ҡатыны Розалия “вахта тормошона” сик ҡуя: “Балаларға күберәк иғтибар бирәйек, ауылда берәй эш ҡарайһыңмы әллә?” – ти ул. Венер “оҙон аҡса” артынан башҡа бармаҫҡа тигән һүҙ бирә үҙенә. Тик бына ниндәй шөғөл табырға һуң? Ғаилә бер ни тиклем уйлағандан һуң икмәк бешереп һатырға тигән фекергә килә. Нисек кенә булмаһын, дөрөҫ юлды һайлай улар – икмәкһеҙ йыр ҙа булмай, тормош та гөрләмәй. – Йүнселлектә ул мәлдә һатыу эше киң йәйелдерелгәйне, шуға магазин тип ауыҙ ҙа асманыҡ, нин­дәйҙер ғәҙәти булмаған тармаҡҡа сумғы килде. – Был инде уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙың бөгөнгө һүҙҙәре. Тик әлеге хәтирәләр менән баштарына “шәп уй” килгән ваҡыт араһында күпме һынау ятҡанын бер Хоҙай менән Яхиндар үҙҙәре генә белә. Сығымдарҙы дөрөҫ итеп иҫәпләү, уға нигеҙләнеп рецепт булдырыуға ғына ла ике ай ваҡыт талап ителгән дәбаһа! Башта икмәкте өйҙәрендә бешереп һатып ҡарайҙар, күпләп һораусылар табылғас, өс ҡатлы мейес һәм ҡамыр баҫыусы ҡорамал менән ҡоралланған ауыл икмәкханаһын ҡуртымға алалар. Бәхеттәренә күрә, был йорт эшһеҙ торһа ла, бәғзе тарафтарҙағы һымаҡ һүтелеп-урланып бөтмәгән була. Үҙ көстәре һәм эшкә ялланған ике икмәк бешереүсе ярҙамында бизнес яйлап көйләнә. Тик был мәлдә лә ҙур күләмдәр хаҡында һүҙ бармай әле – көнөнә утыҙ-ҡырҡ буханканы ғына хужа көн дә Стәрлетамаҡ кибеттәренә үҙе ташый. Ярай әле ҡала яҡын. Хәҙерге көндә телгә алған икмәкхана заманса йыһазлан­дырылған бина булып балҡый. Унда дүрт ҡатлы биш мейес бар, шул иҫәптән икеһе автоматик рәүештә эшләй. Бынан тыш, бер нисә ҡамыр баҫыусы ҡорамал ҡуйылған. Ошо тиклем ҡеүәтле техниканы эшкә егеп тә өлгөрөргә кәрәк, әлбиттә, – Яхиндар ике тиҫтә ауылдашын хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән, эш хаҡын аҡсалата ваҡытында түләй, “социаль пакет” та тулыһынса улар иңендә. Шуға, мәҫәлән, Тәнзилә Шәрәфетдино­ваның инде ун йыл икмәк беше­реүенә бер ҙә аптырайһы түгел. Нимә хаҡында һөйләй был? Тимәк, тырыш ғаиләнең продукцияһы халыҡта абруй ҡаҙанған. Утыҙ төрҙән ашыу ҡамыр ризығы юҡ­ҡамы ни Ишембай районының – 20, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 45 магазинында “һә” тигәнсә таралып бөтә. Ә шулай ҙа… нимәһе менән арбай һуң “Ишәй икмәге”? – Ондо теләһә ниндәй ҡушылма өҫтәмәй, үҙҙәренең тирмәнендә генә тарттырған Ырымбур игенсе­ләренән алып ҡайтам, он бит икмәк продукцияһының төп нигеҙе, шуға ҙур иғтибар бирәм, – ти Венер Рөфҡәт улы һәм, бер аҙ торғас, йылмайып өҫтәп ҡуя, – ҡомалаҡты тәбиғәткә сығып үҙ ҡулдарыбыҙ менән йыябыҙ – халыҡ шуның өсөн дә ярата. Бына ҡайҙа ята төп сер! Магазин кәштәләренә ситтән килтереп тултырылған химик продукция тәме, тимәк, ауыҙыбыҙҙы боҙоп бөтмәгән әле!..


Автор: Наил РӘЖӘПОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә