“Дефицит” һүҙен күптән оноттоҡ инде, аҙыҡ-түлек артынан һыу буйы сиратта ла тормайбыҙ хәҙер. Хәйер, бындай күренеште Ишембай районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында һаман да күҙәтергә була. Әлеге сираттарҙа барыһы ла өс һүҙҙе тылҡый: “Ишәй икмәген бирегеҙ!”
…Ишәй ауылы уҙаманы Венер Яхин егерме йыл ғүмерен Себер тарафтарына бағышлай. Тик бер көн килеп ҡатыны Розалия “вахта тормошона” сик ҡуя: “Балаларға күберәк иғтибар бирәйек, ауылда берәй эш ҡарайһыңмы әллә?” – ти ул. Венер “оҙон аҡса” артынан башҡа бармаҫҡа тигән һүҙ бирә үҙенә. Тик бына ниндәй шөғөл табырға һуң? Ғаилә бер ни тиклем уйлағандан һуң икмәк бешереп һатырға тигән фекергә килә. Нисек кенә булмаһын, дөрөҫ юлды һайлай улар – икмәкһеҙ йыр ҙа булмай, тормош та гөрләмәй.
– Йүнселлектә ул мәлдә һатыу эше киң йәйелдерелгәйне, шуға магазин тип ауыҙ ҙа асманыҡ, ниндәйҙер ғәҙәти булмаған тармаҡҡа сумғы килде. – Был инде уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙың бөгөнгө һүҙҙәре. Тик әлеге хәтирәләр менән баштарына “шәп уй” килгән ваҡыт араһында күпме һынау ятҡанын бер Хоҙай менән Яхиндар үҙҙәре генә белә. Сығымдарҙы дөрөҫ итеп иҫәпләү, уға нигеҙләнеп рецепт булдырыуға ғына ла ике ай ваҡыт талап ителгән дәбаһа!
Башта икмәкте өйҙәрендә бешереп һатып ҡарайҙар, күпләп һораусылар табылғас, өс ҡатлы мейес һәм ҡамыр баҫыусы ҡорамал менән ҡоралланған ауыл икмәкханаһын ҡуртымға алалар. Бәхеттәренә күрә, был йорт эшһеҙ торһа ла, бәғзе тарафтарҙағы һымаҡ һүтелеп-урланып бөтмәгән була. Үҙ көстәре һәм эшкә ялланған ике икмәк бешереүсе ярҙамында бизнес яйлап көйләнә. Тик был мәлдә лә ҙур күләмдәр хаҡында һүҙ бармай әле – көнөнә утыҙ-ҡырҡ буханканы ғына хужа көн дә Стәрлетамаҡ кибеттәренә үҙе ташый. Ярай әле ҡала яҡын.
Хәҙерге көндә телгә алған икмәкхана заманса йыһазландырылған бина булып балҡый. Унда дүрт ҡатлы биш мейес бар, шул иҫәптән икеһе автоматик рәүештә эшләй. Бынан тыш, бер нисә ҡамыр баҫыусы ҡорамал ҡуйылған. Ошо тиклем ҡеүәтле техниканы эшкә егеп тә өлгөрөргә кәрәк, әлбиттә, – Яхиндар ике тиҫтә ауылдашын хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән, эш хаҡын аҡсалата ваҡытында түләй, “социаль пакет” та тулыһынса улар иңендә. Шуға, мәҫәлән, Тәнзилә Шәрәфетдинованың инде ун йыл икмәк бешереүенә бер ҙә аптырайһы түгел. Нимә хаҡында һөйләй был? Тимәк, тырыш ғаиләнең продукцияһы халыҡта абруй ҡаҙанған. Утыҙ төрҙән ашыу ҡамыр ризығы юҡҡамы ни Ишембай районының – 20, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 45 магазинында “һә” тигәнсә таралып бөтә.
Ә шулай ҙа… нимәһе менән арбай һуң “Ишәй икмәге”?
– Ондо теләһә ниндәй ҡушылма өҫтәмәй, үҙҙәренең тирмәнендә генә тарттырған Ырымбур игенселәренән алып ҡайтам, он бит икмәк продукцияһының төп нигеҙе, шуға ҙур иғтибар бирәм, – ти Венер Рөфҡәт улы һәм, бер аҙ торғас, йылмайып өҫтәп ҡуя, – ҡомалаҡты тәбиғәткә сығып үҙ ҡулдарыбыҙ менән йыябыҙ – халыҡ шуның өсөн дә ярата.
Бына ҡайҙа ята төп сер! Магазин кәштәләренә ситтән килтереп тултырылған химик продукция тәме, тимәк, ауыҙыбыҙҙы боҙоп бөтмәгән әле!..